Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
29 Апрель 2021, 09:18

Алмағас

Саҡырыуҙы ҡыуанып ҡабул итәм, ҡайтам, мотлаҡ ҡайтам, унда мине алмағасым, әсәйем ҡурсып һаҡлаған, Данир ағайҙан ҡалған, баласаҡ тәме һеңгән татлы өлөш көтә!

Бер көн төн уртаһы яҡынлағас баҡсаға һаҡ ҡына кемдер инде, аҙға ғына яҡтылыҡ сағылдырып шырпы ла тоҡанып алды шикелле. Тупһа төбөн һаҡлаған этебеҙ өрөп сарғаланманы. Һалбырғолаҡ танымаған малға, үткенселәргә абалап ҡаршы сыға, ә бына күрше тирәбеҙҙәге ҡош-ҡортҡа, ауылдаштарға өн-дәшә һалып бармай, тимәк ишек алдына ете ят түгел, үҙебеҙҙеке ингән. Әсәйем шым ғына түшәгенән ҡалҡты, һағайҙы, тыңланды, шунан шыбырҙап әйт-те: “Эргәбеҙҙән үткән-һүткәндә баҡсабыҙҙан ҡомағай күҙҙәрен алмай ине, Данир ағайың темеҫкенә шикелле, ҡоромағыр...” Шулай тине лә һаҡ ҡына ҡор-ғандарҙы ике яҡҡа тартты, баҡса яғына ҡараған асм-алы тәҙрәне асты:
- Кем йөрөй әле унда?
- Мин, Ғәлимйән малайы Данир! - тигән тауыш ишетелде тыштан.
- Данир?! Китсе, төнгө ҡарасҡылай әҙәм ҡурҡытҡан һин икән дә баһа!
- Мин апай, мин, һаумыһығыҙ? Төн уртаһы яҡынлашҡан, йоҡлаһағыҙ, ял итһәгеҙсе, ураҡ осоро, арығанһығыҙҙыр, һеҙгә бит иртән иртүк ырҙын табағына сығаһы! - Баҡса ҡарағы өй эсендәгеләрҙе ҡайғыртып хәстәрләне.
- Йоҡоға һаҡмын, шылт иткән тауышҡа ла уянам. - Әсәйем һәүетемсә шулай тине лә уғры менән һин дә мин әңгәмәләшеүенән ситләшеп һорай ҡуйҙы. - Ни ҡыл-аныуың тағы?
- Алма тәмләп ҡарарға итеп баҡсағыҙға төшкәйнем дә кинонан ҡайтышлай, ҡараңғы юҡта бер ни ҙә күреп бумай, йә Апуш-электрик движогын һүндереп өлгөргән, хәйерһеҙ.
Хаҡ һүҙгә яуап юҡ, беҙҙәге трактор двигателе ярҙамында тоҡандырылған электр станцияһы (уны шулай олонан ҡубып атап йөрөтәбеҙ) төн уртаһына саҡлы ғына эшләй. Ҡалған ваҡыт, күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек ҡараңғыла теләһәң ни ҡылан, үтә лә кәрәкһә етеле шәмеңде тоҡандыр, уныһы булмаған осраҡта таң һыҙылған-сы һуҡыр сысҡандай төртәләнергә мәжбүрһең.
- Абдуллаға һүҙ тигеҙмә, матур ғына эшләй, атаһына оҡшап тырыш.
- Эш тырышлыҡтамы ни, беҙҙең ише рабуший халыҡты ҡайғыртмағас!
- Рабочий-ҡусты, яҡты күҙҙә килһәң ни булған?!
- Урлыҡҡа бит ғәҙәттә төндә йөрөйҙәр, апай!
- Уныһы шулай. Әләйгәс, Данир һин былайт: ботаҡтарҙы һындырмай һаҡ ҡылан, шунан тотошлай һыпырма, Хәйҙәргә тигән өлөштө ҡалдыр, йәме, мәхрүм итмә баланы!
- Што һин, апай, мине кем тип беләһең, нәпселәнмәҫмен, сама белеп кенә өҙөрмөн!
- Сығышлай артыңдан ҡапҡаны яп, көтөүҙән ҡайтмаған берәҙәк кәзәләр инеп тулмаһын баҡсаға!
- Йә! - Бигерәк тыңлаулы, кеселекле булып сыҡты ла баһа был бур.
Ауылдаштарҙың кисекмәҫтән килеп сыҡҡан йомоштарын йомошлап ауылға ҡайттыҡ, тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш йолаға ярашлы беҙҙең йортта көн иткән әбей-ҙең хәлен белеп күстәнәс ҡалдырғас алмағас янына сыҡтыҡ. Кирилл бабай ултыртҡан ағас ҡартайһа, урын-урыны менән ҡыу ботаҡтары күренгеләһә лә һаман ныҡ әле, быйыл да емешкә тумаланған.
- О-о-о, ҡунаҡтар килгән икән дә баһа! - тиеүгә ҡайырылып ҡараһаҡ артыбыҙға терәлеп тиерлек Данир ағай килеп баҫҡан. Етмешен тултырһа ла һаман да терем-ек, хәрәкәтсән әле ул, урта йәштәрҙәге ирҙәргә биргеһеҙ йоҡа кәүҙәһен гелән тура тотоп атлай, ыҫбай, килешле кейенә, ауыл осондағы сауҡалыҡ араһындағы йорт-тарында ҡатыны менән гөрләтеп донъя көтәләр. Заманында Данир беҙҙең өсөн ҙур һәм бәхәсһеҙ абруй ине, уны тыңланыҡ, һүҙенән сыҡманыҡ. Кис йәштәрҙең бейеү-ен ҡарарға ла башлыҡтың рөхсәте менән генә инәбеҙ, инәбеҙ ҙә ҡараңғы мөйөшкә боҫоп һыйынабыҙ. Ҡыҙҙарҙың ыҡсым билдәренән ҡымтып алып зал уртаһына бейе-ргә төшөү әлегә беҙгә иртәрәк. Ултырабыҙ онотолоп китеп хыялға бирелеп, күҙҙәребеҙ сысҡан аулаған бесәйҙәй янып, ялтырап. Тик маҡсатһыҙ оҙаҡ тексәйеү, аңша-йыу ҙа ялҡыта, йыбаныуҙан бәйелһеҙ ҡыланып саманан артыҡ шаулай башлаһаҡ Данир беҙҙең елкәнән эләктереп алып клуб тупһаһына сығара ла, әпәй шүрлегебеҙ-гә эләктереп түбәнгә быраҡтыра. Ни әмәл ҡылаһың инде был осраҡта, өҫтөбөҙҙәге туҙанды һөртөп, ҡағыштырып йыуаш, күндәм ҡиәфәттә ҡайтыу яғына йүнәләбеҙ, мәгәр башлыҡты һыртынан әрләү, уға һүҙ тигеҙеү юҡ, сөнки бер кәрәк кеше яңынан кәрәк була. Егет ҡорона ингәс тә әле күрше ауылдағылар беҙгә йоғонорға, урын-лы-урынһыҙға бәйләнергә тартына инеләр. Билдәле, ышаныслы һаҡлаусы һәм яҡлаусыбыҙ бар. Тик Данир-башлыҡтың ҡанға туҙып һуғышып, кешенең яғаһынан ал-ып тартҡылашып йөрөгәнен хәтерләмәйем, тапҡыр, йор һүҙе менән алдырҙы гелән, сей тиҫкәрене, яҡты донъяға аяғы менән тыуғандың да яйын яйлап тыңлата, эш-ләтә белде. Эшләтә белде, тиеүем шун-ан килә, ул Сибай ауыл хужалығы техникумын тамамлағас тура ауылға ҡайтып оҙаҡ йыл-дар Үҙәк бүлексәлә алыштырғыһыҙ агроном булды, Һаҡмар түбәненә ҡараған урамда йә-шәгән силсәүит Хәмиттең ауыл хужалығы институтын тамамлаған ҡыҙы Әминәгә өйләнде.
Ағайыбыҙ ихласлап, ике ҡулын һоноп, беҙҙең менән күрешкәс һиҙелеп сал ҡунған сәстәрен һыпырҙы:
- Ҡасан килдегеҙ, нисек йәшәп ятаһығыҙ?
- Замечательная, ана шулай, ана шулай, обязательная! - Ауылыбыҙҙа йыш ҡабатла-нған таҡмаҡ һүҙҙәре менән яуап бирҙем.
- Ызнашит, бодрый ғына көн итәһегеҙ, бик мәслихәт!
- Һәйбәт кенә! - Ҡатыным да ҡыуанып уҡ китте. - Һеҙгә инеп сығырға тип тора инек,
бик һәйбәт булды әле. - Машина кабинаһынан әҙерләп килтергән күстәнәстәрҙе сығарҙы.
Данир ағай шешәгә шикле күҙ атты:
- Быныһы нимә тағы!
- Бәлзәм.
- Яңылыш һалғанһығыҙ, мин бит ҡаты сәйҙе лә эсмәйем хәҙер.
- Үләндәрҙән һығып эшләнгән, спирт ҡушылмаған.
- Улай булһа бара!
- Ә үҙегеҙ имен-аманмы, Әминә апай ни хәлдә? - Әңгәмәгә яңынан ҡушылдым.
- Әминә апайың елеп йөрөп ята! Алтын туй үткәрергә йыйынабыҙ! - Алмағасҡа күҙ атты. - Ғүмер тигәнең, аҡҡан һыуға тиң, ҙур яландың бер осонан икенсеһенә сыҡҡан ара ғына икән, үтте лә китте ана, һиҙелмәй ҙә ҡалды. Минең йәшлектәге ағас һаман да бирешмәй... Хәйҙәр ҡусты, иҫләйһеңме, теге, мин, һеҙҙең баҡсағыҙға алма урларға төшкән төндө?
Бер ни тип тә яуап ҡайтарманым, йылмайып ҡуйҙым бары.
- Йәмилә апай шул уғрылыҡ өҫтөндә тотҡанында әрләһә, кәмһетһә, шау-шыу ҡуптарһа, ә мин үҙ сиратымда тупаҫлыҡ, хаяһыҙлыҡ менән яуап бирһәм аҙаҡтан ҡайһылай ҙа уңайһыҙ күренеш килеп сыҡҡан булыр ине. Ә ул ошо сетереклелекте үҙенең тәрән аҡылы менән ыңғай хәл итте. Күңелдәре таҙа, булмышы йомарт ке-шеләр генә ана шулай эшләй алаларҙыр ул. Хәҙер шул мәлде хәтергә төшөрһәм миңә сикһеҙ оят булып китә, сикһеҙ оят һәм йәнемдә һағыныулы һағыш кисерәм. Эргәгеҙҙән үткән һайын алмағасҡа һирпелеп алһам апай тәҙрәһен асыр ҙа: “Данир, кил алма ал, тик Хәйҙәргә ҡалдыр!” тип саҡырыр төҫлө. Көҙ башында ҡайтып ура әле, төн йөҙөндә ошо баҡсаға төшөргә иҫәп!
Саҡырыуҙы ҡыуанып ҡабул итәм, ҡайтам, мотлаҡ ҡайтам, унда мине алмағасым, әсәйем ҡурсып һаҡлаған, Данир ағайҙан ҡалған, баласаҡ тәме һеңгән татлы өлөш көтә!
Читайте нас: