Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
27 Апрель 2021, 11:19

Һаран

Китә биргәс кире ҡайырылып ҡараныҡ. Степан төймәләрен ысҡындырып ебәреп ярпайып баҫҡайны. Һаран кешенең ҡуйынын ана шулай елдәр ҡайырып аса шул…

Беҙҙең ауылдан район үҙәгенә табан барған берҙән-бер юл эсендә Васильевка тигән ауыл ята торғайны, хәйер ул хәҙер ҙә бар, әммә элекке күркәмлеге күҙгә кү-ренеп ҡайтышланған, хужалыҡтар һаны ла ҡыҫҡарған, әүәле 50-60 мөрйә төтөн сығарһа шуның ҡап яртыһы ғына тороп ҡалған шикелле әлеге көндә. Бер тарихты һө-йләргә әҙерләнһәм мау-ығып ситләшә лә китәм, шулай итеп Васильевка, ауылдың ситендә яр ҡырында урыҫ ҡапҡаһын шарта бикләгән, тәҙрәләре тирә-йүнгә шикл-әнеп, ышанмай ҡарап баҡҡан шифер башлы йорт ҡалҡҡан. Теге, башта уҡ әйтеп киткән берҙән-бер юл гелән урман-шырлыҡ эсенән бара, шуға ла йәй көндәре һыуы эркелеп ятҡан соҡорҙарына барып батһаң, тиҙ генә сығырмын, тимә, сыҡҡан хәлдә лә алда яңылары көтөп тора. Ҡыш көндәре инде был юл ысын мәғәнәһендә йәшәү һуҡмағына әүерелә, буран булдымы – бер нисә көнгә сыға алмай батып ҡалдың тигән һүҙ. Мәлендә ҡайта алмаһаң кемдәлер ҡунырға кәрәк бит инде, ҡуналҡаға, те-ләйһеңме быны, әллә юҡмы һарандың һараны, ҡыҫмырҙың һыҡһаң ҡаны сыҡмаҫ Степанда туҡталаһың. Һаран булһа ла Алла хаҡына, типтер инде, үткән һүткәнде ҡун-дырып сығара ине ул, мәгәр ишеген ашатлап инһәң аш өйҙәге уң яҡ стена ҡырындағы урындыҡҡа йышылып бөткән ҡолаҡсындай яҫтыҡ, алама тиртун быраҡтыра ла кире ҡаҡмаҫлыҡ тонда былай ти: “Ладно, так и быть, пущу ночевать, но уйдете рано утром, на завтрак и на другую еду не расчитывайте. Мне скоро свинью кол-оть, не вас, а ее надо кормить!” Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында сусҡа кимәленә төшөп тә ҡуяһың, тик айырма шунда, исмаһам тегенең тамағы туҡ, ҡараулы, ә һин ятаһың инде бетле тунды бө-ркәнеп, керле яҫтыҡты еҫкәп! Башҡа ҡайҙа барып баш төртмәк, ошоноһона ла шөкөр.
Шулай итеп студент саҡта Сибайҙан ҡайтышлай ауылдашым Юлдаш менән Васильевкала ҡамалып ҡалдыҡ. Илла аллаға, эләгеп-һайып, ҡайһы ерен йәйәүләп утарға эңер төшкәндә килеп төртөлдөк, ары китер инек тә урман юлын, әлеге лә баяғы әҙәм үтмәҫ-лек көрт ҡаплаған. Билдәле, иртәгә лә йәйәүләп барасағыбыҙ көн кеүек асыҡ, тик ҡараңғы юҡта түгел, яҡты көндә төртәләнеүең хәйерле. Степан инеүебеҙ булды теге ятлап бөтк-ән һүҙҙәрен теҙҙе лә ике яҫтыҡ йораты, бер фуфайка һәм йышылып бөткән, әллә кемдәрҙең еҫе һеңеп бөткән теге тиртунды беҙҙең яҡҡа ырғытты. Әммә мин ятырға ашыҡманым, урындыҡ ситенә һағып Степанға йылы ҡарашымды һирптем:
- Значит вот вы какой?
- Какой? - Ҡырмыҫҡа айыуылай төмрәңләп төпкө яҡҡа йүнәлгән Степан кинәт туҡталып ҡайырылды.
- Захара-Закира, вы знаете наверняка?
- Допустим, знаю, но и что?
- Так вот, он мой сосед. Однажды он у Вас переночевал.
- Переночевал?! У меня многие ночевали, чтоб их каждого запоминать я бухгалтерский счет что ли?
- Тот самый Захар говорил, что Вы очень добрый человек!
Степан урындыҡ ситенә һағып миңә шикләнеңкерәп баҡты:
- Ты очень складно калякаешь, молодой человек, он прямо так и говорил?
- Не только говорил, а охарактеризовал Вас с лучший стороны!
- Хе, так и быть, твоему товарищу фуфайка, а тебе полушубок на ночь! Доволен?
- Вполне!
- Захар тот, так и сказал, что я самый лучший?
- Не совсем так?
- Как это, ты только что утверждал, что я хороший мол, тапереча доказываешь обратное.
- Разве я от своих слов отказываюсь, просто доведу до вашей ушей его слова, он, то есть Захар говорил, что вы наидобрейший человек!
Степан ошо һүҙҙәрҙән һуң төпкө яҡта юғалып торҙо ла тиҙҙән түшәк ҡаралтыһын ҡосаҡлап кире килеп сыҡты:
- Ребята, давайте мы постелим матрац, вот вам подушки, теплые одеяла, так удобнее.
Юлдаш ҡәнәғәт ҡиәфәттә сисенеп түшәккә сумды, ә мин һерәйеп ултырыуымды дауам иттем.
- Ты чего сидишь как пень, располагайся!
- Сейчас лягу, вот не с того, не с чего вспомнил Федьку. Федьку-бригадира знаете с нашей деревни?
- Как не знат, знаю, мы с ним одногодки, если память мне не изменяет!
- Так вот этот Федька и говорит! - Күҙҙәремде серле ҡыҫа төштөм. Степан да минән яҡшы һүҙ көткәндәй ҡарап ултырҙы-ултырҙы ла һуңғы сиктә сыҙамай һорай ҡуйҙы:
- Федька обо мне говорил что-то худое?
- Нет, что вы, оказывается вы его в свое время угостили отменными пельменями!
- Откуда тебе известно, что они отменные?
- Однажды среди мужиков во весь голос он так и заявил: “В Васильевке самый хлебо-сольный человек это - Степан!” -
- Во весь голос говоришь?
- Нет, не во весь голос!
- Как это не во весь голос, только что ты об этом утверждал, не так ли?
- Он говорил во всеуслышание, теперь пол деревни об этом и говорит!
- Хе, видать, ты хитер, парень!
- С какой целью мне хитрить, ладно, дядя Степан, спокойной ночи, спасибо большое, что пустили ночевать, рано утром мы уйдем.
Степан урынында ултырыуында булды, ул минән һаман да булһа маҡтау һәм күтәрмәләүҙәрҙе көтә, өмөт итә ине шикелле. Бына ул ялбыр ҡаштарын яҙып миңә ҡарап тексәйҙе:
- Пельмени говоришь? Вот моя баба-дура не накрутила вчерась мяса, я ведь ей наказывал, что нежданно-негаданно могут явиться дорогие гости наподобие Вас. - Ул шулай итеп тиҙ арала “һин”дән, "һеҙ"гә күсте.
- Ладно, пельмени, это история, просто об этом вспомнил неожиданно, к слову, так сказать.
Степан урынына ҡалҡты:
- По вине моей дуры, пельмени не получаюся, а вот щи из есть в печки. Будете?
- Не хочется Вас беспокоить, и так как разбойники явились среди ночи!
- Да, не скромничай больно, щас мы с Вами щи будем хлебать с потрашками? С потрашками щи желаете, господа?! Марья! - Төп яҡта түшәгенә күлбеп ятҡан бисәһенә ҡысҡырҙы. - Немедля накрой стол! - Тегеһе, һумалтыр, үтмәҫ балта менән әтмәләнгән түмәр умартаһылай йыуан ҡатыны ҡалҡынды ла ризаһыҙ йөҙ менән өҫтәл хәстәрләй башланы. Степан уны тиҙ арала урынына ултыртты:
- Что за у тебя морда прокисшая, недовольная, иди щас же умойся, причещись, приведи себя в порядок. - Ысынлап та бер аҙҙан үҙен тәртипкә килтергән ҡатын төпкө яҡта күренде, хәҙер ул шыҡһыҙ түмәр умартаһын түгел, күрер күҙгә күрмәлекле, апаруҡ ҙурҙан ямау һалынған эркет тоғон хәтерләтә ине. Өҫтәлгә тиҙ арала сүген менән ҡайнар аш килтерелде, тоҙланған ҡыяр-бәшмәктәр сығарылды, хуш еҫле ҡара икмәк теленде, иң аҙаҡтан түрҙең иң түренә боҫрап торған еҙ самауыр менеп ҡунаҡланы. Тәғәмде ултыртып-урынлаштырып бөткәндән һуң Марья ҡултыҡ аҫтындағы йөндәрен күрһәтеп ебәреп ҡоласын йәйҙе:
- Ешьте, угощайтесь, гости дорогие!
Табын яртылағас, тамаҡ туя төшкәс, сираттағы хәбәремде һалдым:
- Электрика Авхадея помнишь?
- Хитер, ты черт, слушай, на этот раз не обманешь, не проведешь, какую песню мы с ним поем, когда хмельные?
Аптырай биреп юғалып ҡалдым һәм иҫемә төшкән тәүге йырҙы көҙгө әтәс ише һуҙып та ебәрҙем:
Шумел камыш, деревья гнулись,
А ночка темная была…
Степан эргәһенә ҡуштан тауыҡтай һыйынған ҡатынының һимеҙ,һыпра төшкән биленән һыға ҡосаҡлап, ташбыҡ күҙҙәрен түшәмгә терәп элеп тә алды:
Одна влюбленная пара,
Всю ночь гуляла до утра!
“Дә, тип ҡуйҙым эстән тамуҡ киҫәүеләй Степанға, “нәҙек-өҙөк” Марияға ҡараш һирпеп, “Иван да Марья”ға, “Руслан и Людмила”ға биргеһеҙ инде һеҙ!”
- Точно, мы, с Авхадеем-братом всегда поем эту песню! Попал ты в точку, парень! Слушай, отведай мою медовуху, у меня отменная медовуха кипит в погребе!
- Хайбуллу помните, Степан Михайлыч?
- Знаю этого плясуна-певца!
- Так вот, когда подварачивается случай, он так и говорит: “Степка самый шедрый человек на свете!”
- Так и говорит? Врешь, сукин сын?
- Вот те кресть! - Мөйөштөң түрендәге минең бытылдауымды моңһоу күҙәтеп тыңлаған иконаға ҡарап алдым.
- Таперича я тебе верю парень, что твоя душа желает?
- Кроме птичьего молока все на столе!
- Опять балагуришь, пацан?! Ты еще не все отведал! Марья, неси, все подряд!
“Йомоҡ бер туйғансы, илгәҙәк ике туйыр!” тип юҡҡа әйтмәгәндер халыҡ, эсем йәйел-гәнсе һыйланып йоҡларға яттым. Иртәгеһен өҫтәлдә самауыр борхой ине инде, өҫтәлгә мул итеп йәнә йүкә балы ла ҡуйылғайны.
Йылы хушлашып ҡайтырға сығып күҙ күреме киткәйнек, артта һөрәнләгән тауыш ишетелде:
- Погодите, ребята!
Степан бата-сума төмрәңләүҙән бышлығып беҙҙең эргәгә килеп баҫты.
- Вы что-то хотите передать моим односельчанам? - тип ҡыҙыҡһындым.
- Всем низкий поклон, что они поминают меня добрым словом. Что говорил Хайбулла? Ты вчерашнее не забыл?
- Он сказал, что вы очень щедрый!
- На вот, вам, сальца, соленых огурцов, хлеба на дорогу!
- Степан Михайлыч, вот домой приду, так на другой же день, когда выйду в клуб, скажу ребятам, что вы бесподобный, наидобрейший, хлебо-сольный, отзывчивый хозяин!
Степан уңайһыҙланған ҡарашын табанлы быймаларының осона йүнәлтте: - Не надо, не стоит об этом вслух, итак все знают!
Китә биргәс кире ҡайырылып ҡараныҡ. Степан төймәләрен ысҡындырып ебәреп ярпайып баҫҡайны. Һаран кешенең ҡуйынын ана шулай елдәр ҡайырып аса шул…
Читайте нас: