АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
1 Март 2021, 12:27

Мин унһыҙ ҡалайтам?!.

Хәҙер мөхәббәт ныҡ модаға инеп китте, телевизорҙы, интернетты тоҡандырһаң фәҡәт шул хаҡта ғына һөйләйҙәр. Хистәр менән нығытылмаған бөҙрә һүҙҙе ҡат-ҡат, урынһыҙ ҡабатлаһаң оҙаҡ сәйнәп эрегән һағыҙҙай тәме, таты, мәғәнәһе төшә, ҡәҙере китә, ғәҙәттә. Бөгөн әгәр мөхәббәттең тәғәйен төшөнсәһен аңлатыуҙы үтенһә-ләр, “унһыҙ ҡалайтам”, тигән изге юҡһыныу ул, тиер ҙә ҡуйыр инем, миңә ҡалһа...

Тәүге тапҡыр мөхәббәт тигән, сәйер, әммә ни сәбәптәндер күңелгә яҡын һүҙҙе бишенсе класта уҡығанда әҙәбиәт дәресендә ишеттем. Ҡыҙыҡһыныусан, төбөнә тө-шөргә ынтылыусан бала булараҡ ҡулымды күтәрә һалдым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлифә Ҡотой ҡыҙы уҡымышлылыҡ һеңгән күрмәлекле йөҙөн риза-һыҙ йыйырҙы, сөнки ул төпсөнгәнде өнәп еткермәй, дәрестәрендә ҡулдарыңды парта өҫтөнә һалып тәүфиҡле генә шымтайыуың фарыз. Ә мин ут бөрсәһеләй борғаң-лап класта урынһыҙ шау-шыу тыуҙырам, шул ултырышһыҙлығым арҡаһында бер нисә тапҡыр дәрестән ҡыуылып сыҡтым, директор кабинетына саҡырғандары ла бар.
- Гел һин генә ултырып сыҙамай торғанһың, йә, һора ла ҡыңғырауға ҡәҙәр өйгә эш яҙып алырһығыҙ! - Уҡытыусы үсеккәндәй итеп һораны.
- Яңы ишеткән ниндәй һүҙ у?
- Бер дәрес буйы аңлатҡан теманың ниндәй һүҙенә бәйләнәһең тағы?
- Э-э-э, мәхәппәт, шикелле...
Артҡы партала ултырған Зәкиә гөпөлдәтеп арҡама һуҡты:
- Алйот, мөхәббәт! Ошо йәшеңә етеп шуны ла белмәйһең!
Башта Әлифә апай юғалып ҡалғандай итте, әммә үҙен тиҙ арала ҡулға алып өлгөрөп сал сәсле башын ҡайҡайтты ла аҡбурға буялған бармаҡтарын тырпайтып ебәреп юғарыға сөйҙө:
- Уны ана, Сәфәрғәленән барып һора, уларҙың алты балаһы бар!
Алғы рәттә ултырған Нәсимә һорау ҡыҫтырҙы:
- Ә Гөлбикә апайҙан һораһаҡсы?
- Бармай!
- Ништәп?
- Мөхәббәттәре яңы башланып ҡына тора, тормош тәжрибәләре юҡ, балалары берәү генә!
Мәктәптән ҡайтышлай уҡытыусыбыҙҙың мөхәббәт өлкәһендә тәжрибәле хисабында йөрөгән Сәфәрғәле ағайҙарға һуғылдым. Арҡалығы төшөрөлгән ат ялан кәртәлә алдына һалынған бесәндә сепсенә, малсы булып эшләгән ағайыбыҙ өйҙә, әләйгәс.
Барып инеүемә Сәрбиямал еңгә ҡаҙандан аш һоҫоп ҡына тора ине. Хужа мине күреү менән лауылдап уҡ ебәрҙе:
- Һо-о-о-о! Ҡунаҡтың ҙуры, абруйлыһы килә ята! Әйҙә ултыр, бишбармаҡ йыпырайыҡ!
Ишек төбөндә тапандым:
- Мәктәптән ҡайтышлай ғына боролдом… Малды һуғарып бесән һалаһым бар. Йомошом ҡабалан ине... - Өс игеҙәк балалары мәктәптән ҡайтып өлгөрмәгән икән алай ҙа, тимәк былар менән иркенләп һөйләшергә була. Зәкиә алйоттан һалдырғас теге ишеткән һүҙ серле йомғаҡҡа төрөлгән һәм кескәйҙәр ҡолағына ят булырға, тейеш.
- Һора һуң ҡабалан йомошоңдо! - Сәфәрғәле йыуған ҡулын һөлгө менән ҡоротто ла урындыҡ ситенә барып һағып, ни әйтерһең ары, тигәндәй диҡҡәт менән миңә төбәлде, Сәрби еңгә лә эшен ҡуйып ҡуштан тауыҡтай килеп иренә йәйенке янбашын ҡушарлатты. Шулай терәлмәй ултырмайҙар, тағылмай йөрөмәйҙәр, уларҙы яң-ғыҙ-ярым осратыу ҙа мөмкин булмаған күренеш. Ҡатышып йәшәгәнлектән үткәндә уларҙы баш итенә саҡырғайныҡ, унда ла Ишәй менән Ҡушайлыҡтарын күрһәтте-ләр, бер аҙ ҡыҙып алғас ағай йыр башлағайны, сәрелдәк тауыш менән еңгә ҡушылып китте, Әпсәләмдең ҡурайына бейергә төшөп киткән еңгә тумһаңлап килеп аб-ышҡаһына баҫҡан булды, береһе икенсеһенән ялыҡмауҙарын әйт!
- Ней бит әле, бөгөн дәрестә ят һүҙ ишеттек. Мәғәнәһен һорағайным, уҡытыусы һеҙҙән белешергә ҡушты.
- Ошоғаса һин ишетмәгән ниндәй һүҙ икән ул? - Ҡатын-ҡыҙ фиғеленә ярашлы Сәрби еңгә һикереп сыҡты.
- Ней, мөхәббәт, у...
- Мөхәббәт, тиһең инде... - Сәфәрғәле көлөмһөрәп һалпыш мыйығын һыпырҙы. - Уны ни, ана, һырпаланырға әүәҫ еңгәңдән һора! Кәнкритнеһен ул белә…
-Ништәп мин, ти, йорт хужаһы һин дә баһа! Мөхәббәт хаҡында ла иң әүәл ир-ат башлап әйтә, бик беләһең килһә, ә беҙгә, бисә-сәсәгә скромнай ғына итеп, баш ҡағып ризалашырға ҡала...
- Мөхәббәт, тиһең инде? - тип ҡабатлап һораған Сәфәрғәле кинәт йөҙөн етдиләндерҙе. - Беҙҙең заманда көнкүрештә ундай һүҙ юҡ ине бит әле...
- Мөхәббәт, ғаиләгә ҡағылышлы, тине уҡытыусы. Улайһа еңгәне ҡайҙан алдың?
- Алдың, тип... Еңгәңде бесән мәлендә өмәлә осраттым. Әүәле бер нисә ауыл берләшеп башҡара ине бит ундай мәшәҡәтте. Кәбән ҡойоп йөрөйбөҙ шулай. Өс саталы һәнәккә бер күбәне тотошлайы менән сәнсеп алып күтәргәйнем генә эргәлә бесән күбәләп йөрөгән ҡыҙ-ҡырҡын араһында һылыу бер ҡыҙҙы, йәғни хәҙерге еңгәңде шәйләп ҡалдым да ҡаттым да ҡалдым бит, ыңғайы бер йөрәгем татлы иңрәгәндәй итте. Ҡулым хәлһеҙләнеп бер яҡҡа аушайғайны, шауҙырлап бесән кире ҡойолдо. Кәбән башында торған Сәғит ҡарт яндырайланып һөрәнләп тә ебәрҙе:
- Нимә унда эш мәнеһе белмәгәндәй ҡыланаһың, майғул!
Миндә эш ҡайғыһымы, өҫтөмдәге бесән онтаҡтарын ҡағып төшөрҙөм дә билемә таяна биреп ҡаҡҡан ҡаҙыҡтай еңгәңә төбәлгәйнем, ул йылмайғандай итте...
- Эйе шул, йылмайҙы, ти, һиңә ишшү. Тыйнаҡ ҡына итеп керпектәремде елпеп кенә алдым. Керпектәрем ни ул саҡта ҡарлуғас ҡанатылай оҙон һәм ҡыйғас ине-ләр, хәҙерге ише түгел...
- Шул оҙон керпекле еңгәң тәүге күреүҙән үк, йөрәгем түренә менеп ултырҙы ла ҡуйҙы. Күңелемде тотошлай биләне, йәнемә һыйҙы. Хәҙерге ише йыуан булһа ярты буй-һыны ла һыймаҫ ине, бәлки... - Шуҡ ҡына итеп һыпра төшкән билгә ҡарашын һирпте.
- Нескә билле инем шул у саҡта. Хәҙер ағайың арыу баҡҡас төйөрөмләндем дә киттем, ни хәл итәһең... - Еңгә лә ирен йөпләп кеперҙәтеп көлөп ҡуйҙы.
- Шунан кис эштән ҡайттым да киттем Зәбиха еңгәгә. Ул димгә шәп ине бит, уйламағаныңды, әллә кемеңде ҡауыштырыр ҡөҙрәте бар ине уның. Шулай итеп йоманан һуң яусы ебәрҙек. Китте еңгәм, ырымға ярашлы оҙон балаҡлы ҡыҙыл ыштанын кейеп, бер балағын тыштан һалындырып, һөйләшкән-килешкән, урын-еренә еткергән, тәки. Теге яҡтан да тоҡомобоҙ арҙаҡлы булараҡ ыңғай яуап килде. Еңгәйеңде шулайтып, ҡыр эштәре осланыуға әйттерҙек тә яңы йылға туйлап та ҡуйҙыҡ. Теүәл өс көн барырға тейеш туй, күҙ асҡыһыҙ буран сығып китеү сәбәпле бер аҙнаға һуҙылды.
- Бында мөхәббәттең ни ҡыҫылышы, ағай, айырым ғына ниндәй һүҙ ул?
- Бына еңгәң менән арҡаға-арҡа терәп, килешеп, бер-беребеҙҙе аңлап, ҡайғыртып, күтәрмәләп, хата-маҙар китһә кисереп көн итеүебеҙ, ана шул мөхәббәттең үҙе була инде!
- Улайһа һин еңгәне ныҡ яратаһың инде, ағай… - Шулай тинем дә ҡыҙарынып киттем.
- Еңгәңә ул һүҙҙе һис ҡасан әйткәнем юҡ, бәлки әйтмәҫмен дә, мәгәр ул тәнемдең, йәнемдең ҡап яртыһы. Ниндәй эшкә тотонһам да ул етмәй, саҡ ҡына айырыл-һам күҙемдән осоп бара, башымда гелән бер уй сыуала: “Мин унһыҙ ҡалайтам!”
- Әйтмә лә, - еңгә иренә яратып ҡарап һүҙ ҡыҫтырҙы. – миңә лә һинһеҙ донъя һанһыҙ у!
Ғүмер баҡый һинһеҙ ҡайһылайтам, тип йәшәне китаптарҙа яҙылған килешле һүҙҙәрҙе ҡуйыртырға, сурытырға яратмаған, әммә тойғолары тәрән һәм саф Сәфәр-ғәле ағай менән Сәрбиямал еңгә. Береһе икенсеһен оҙаҡ көттөрмәй, зарыҡтырмай ғына әхирәткә лә ҡатарлап күстеләр.
Хәҙер мөхәббәт ныҡ модаға инеп китте, телевизорҙы, интернетты тоҡандырһаң фәҡәт шул хаҡта ғына һөйләйҙәр. Хистәр менән нығытылмаған бөҙрә һүҙҙе ҡат-ҡат, урынһыҙ ҡабатлаһаң оҙаҡ сәйнәп эрегән һағыҙҙай тәме, таты, мәғәнәһе төшә, ҡәҙере китә, ғәҙәттә. Бөгөн әгәр мөхәббәттең тәғәйен төшөнсәһен аңлатыуҙы үтенһә-ләр, “унһыҙ ҡалайтам”, тигән изге юҡһыныу ул, тиер ҙә ҡуйыр инем, миңә ҡалһа...
Читайте нас: