АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
19 Февраль 2021, 12:07

Был донъяның ҡәҙерен беләйек.

Иң әүәл был до­н­ъяның, әйләнә ти­р­әләге яҡын­да­­­­р­ы­быҙҙың, дуҫ­тарыбыҙҙың, ғөмүмән кеше­ләрҙең ваҡытында, мәлендә ҡәҙерен, баһаһын бе­ләйек, был көнит­мештә кешенән дә бөйөгөрәк, кешенән дә ҡим­мәт­ерәк һәм мәртәбәлерәк зат юҡ. Байлыҡ бер ай­л­ыҡ, тигәндәй күңеле бай кеше үҙ сиратында көн иткән ерендә матурлыҡ, әҙәп, йылы­лыҡ, ҡот ҡал­ды­рып китергә бурыслы. Шул сағында ғына йәшәүебеҙ йәмле, мәғә­нә­ле, бәр­әкәтле,ҡотло, бу­лыр.

Бөгөн беҙ бөтәбеҙ ҙә милексебеҙ. Ярлы йәшәһәк тә, урта хәлле, йә бай булһаҡ та милек тип, аҡса тип күҙҙәребеҙ тона, тапҡан-таянғаныбыҙға теш-тырнағыбыҙ мен-ән йә­б­е­шеп ятабыҙ. Тапҡан һайын шул тапҡаныбыҙға өҫтәгебеҙ килә, юҡтан бар яһарға хы­ял­­ла­на­быҙ. Рухи донъяны милексе аңы биләгәс күң­елдәр­е­беҙ ҡорғаҡһыны, тарай­ҙы, әй­лә­нә-тирәне, ғөмүмән көн­и­тмешебеҙҙе мөрхәтһенмәҫ си­рыҡ йөҙлө бер мыжыҡҡа әү­е­р­елдек. Тапҡанды яттар кү­ҙенән һиҙгер һаҡлау ҙа кәрәк бит әле, шуға өй келә­һе­нә ат ба­ш­ындай йоҙаҡ элгәнбеҙ, фа­тирҙарыбыҙҙың иш­еге тимер, тәҙрәләрҙә рәш­әт­кә, ки­л­гән ҡунаҡты үткәрерҙән алда кем бимазалай ваҡытһыҙ, тип,тик­шереп, теге ти­мер иш­­ектең быяла күҙенән оҙаҡ итеп һынап ҡарағандан аҙаҡ ҡына сынйырҙы шауҙы­рла­т­ып ысҡындырып ишекте асып ебәргән булабыҙ. Ҡаршы сығып ат­ты бәй­ләү, ҡол­ас киреп ҡа­р­шы ал­ыу йола­һы онотола бара хәҙер. Күҙгә бәреп әйткән­гә үпкәләшмә­й­ек, ысын­ында шул­ай. Бол йыймайыҡ, тормошобоҙҙо яҡшыртмайыҡ, аҡ­­саға иҫебеҙ ки­т­м­ә­һен, тип өг­ө­т­л­әргә, шуға инандырырға йы­йын­май­ым, замана башҡа, заң башҡа, ти­г­ә­ндәй, ба­ҙар ша­рт­та­рында йәшәй­беҙ ни ти­һәк тә, үҙ кеҫәбеҙҙе үҙебеҙ ҡайғырт­ма­һаҡ берәү ҙә бу­ш­лай кил­те­р­еп тоттор­маҫ, ал­ма ла үҙенән үҙе беш­еп ауыҙыбыҙға тө­ш­­мәҫ. Хоҙ­ай Тә­ғә­лә лә: «Ал­лам, бир, тип ҡул ҡаушырып ултыр­ма, сәбәп ҡылһаң би­р­е­рмен», тип әйт­кән йәнәһе лә. Шу­­ның өсөн дә хәрәкәттә бәрәкәт,һәммәһен хәстәрләү, йү­нләү фа­рыз. Әммә, әле әйтерем ул хаҡта түгел, бө­гөнгө әҙәмдең әҙәпте оно­топ еб­әр­еп, са­маны сам­а­ламай, йәнтәслимгә, эр­г­ә­­һе­ндәге менән ярышып байлыҡ ар­ты­нан ҡы­у­ы­уы, ми­лек ту­п­лауы аптырата, өй эсен йы­һаз менән тыңҡыслап тулты­рыу, эр­гә­ң­дәгенән уҙ­ҙыр­ырға маташыу үҙмаҡсатҡа әү­е­р­елде. Әҙәм балаһы матди донъ­яны ҡы­уған һа­йын тар мөх­и­тенә бикләнә, тапҡан­ын һа­ҡлау, ҡурсалау менән мәшғүл бу­ла бара ши­келле. Бө­йөк Пу­шкиндың “Һаран ры­ц­а­рь”ындағы Барон, Гоголдең “Үле йә­ндәр” ендәге Плюшкин да мә­ғәнәһеҙ байлыҡ туп­лау­ҙан йәм-тәм тапҡандар, һөй­ләшеү ара­лаш­ыу­ҙары ла фәҡәт шул юҫ­ыҡҡа йүн­әлтелгән булған. Милек туплау, тигәндәй, йәш саҡ­та­ғы бер хәл-ваҡ­иға иҫкә килеп төштө.
Яңы ғына өйләнгән саҡ. Кәләшем район үҙәгендә эшләй, бәләкәй генә бер бүлмәлә йәшәй. Был торлаҡтың ишеге лә ҡатырғанан әтмәләнгән, нығыраҡ итеп этеп ебәр­һәң асылырға ғына тора. Хәйер, уны нишләп этергә, асҡыстың ишек төб­өн­дәге балаҫ аҫтында ятҡанлығын таныш-белештәребеҙ, дуҫтарыбыҙ белә, шуға үҙе­б­еҙ юҡта ла килеп тәғәмебеҙҙе ашап-эсеп, ял итеп сығып китә алалар. Ошо тәртипкә өйрәнгәндәр, күнегеп бөткәндәр. Туйға тип әҙерләнә башлағас бар һый-бү­ләк­тәр-еб­еҙ­ҙе шунда ташыныҡ, бүлмә эсе тулып китте. Иллә, тәртип элеккесә ҡалды, бе­ҙ­гә килеп-китеүсе дуҫтарыбыҙҙан, яҡындарыбыҙҙан бер нимәне лә йәшереп бо­ҫор­ма­ныҡ, ишеккә өҫтәп йоҙаҡ эленмәне.
Туй үткәреп, кәләшемде ауылға оҙатып алып, ярты йыл самаһы йәшәгәс тәүге уртаҡ мөлкәт - матур келәм һатып алдыҡ. Дефицит осор ине, теге нәмәне ҡәҙерл­әп күтәреп, урам буйлап йәйәүләп ҡайт­тыҡ. Күрһендәр,ҡайһылайыраҡ затлы мөл­к­әтте ҡулға төшөрҙөк, йәнәһе.
Иртәгеһен эйәртенешеп мәктәпкә эшкә китеп бара инек ҡатыным көтмәгәндә һорай ҡуйҙы:
- Ишекте бикләргә онотманыҡмы ул?
- Нишләп улай тиһең әле?
- Һуң келәм алдыҡ та…
- Мин дә шул хаҡта уйлап килә инем әле…
Кире боролоп ишектең биклеме-түгелме икәнлеген тикшереп килергә тура килде.
Шулай итеп ваҡыт үтеү менән һәммәбеҙҙең ҡатырға ишеге, ағасҡа, ағасы тим­ер­гә әүерелә бара… Хәҙер сейф-ишек, тигән тағы ла нығырағын эшләп сығара ба-ш­лан­ы­­лар. Дүрт яғы ла бикләнгән ул сейф эсенә боҫһаң дуҫтарың ғына түгел хас дош­ман­да­рың да был ныҡлы диуарға үтеп инә алмай инде ул!
Тағы ла бер миҫал. Етмешенсе йылдар аҙағында Мәскәүгә барғайным, кө­­­­т­мәгәндә, бер ҡатлылығым арҡаһында, бер тин аҡсаһыҙ тороп ҡалдым. Нисек итеп Өфөгә юлланырға белмәй Ҡаҙан тимер юл вокзалында аптыранып торғанда осраҡлы рәүештә таныш түгел бер кеше менән һөйләшеп киттек. Ул мәлендә, Армияла мин хеҙмәт иткән частә рота старшинаһы булған икән, үҙен Бородин, тип таныштырҙы (исем-шәрифе хәтерҙә ҡалмаған). Яҡын дуҫын тап иткәндәй ҡыуанған яңы танышым хәлемде һорашҡас, үҙ аҡсаһына билет алып, ҡулындағы аҙыҡ-түлек пакетын көсләп тиерлек тоттороп, Өфө поезына ултыртты, шунан вагонға эйәреп әллә күпме ер барып, ҡулын болғап, оҙатып тороп ҡалды. Был кеше­н­ең ихлас, эскерһеҙ игелеге оҙаҡ хәтерҙә һаҡланасаҡ әле. Бер ни­сә йыл элек тағы ла Мәскәүгә барҙым. Ҡала ла, хатта кешеләре лә ныҡ үҙ­г­әргәйне, кире яҡҡа үҙгәргәйне. Үткән-һүт­кә­н­дәр тимер роботты хәтерләтәләр, баш­ҡаларҙы кү­рмәйҙәр ҙә, ишетмәйҙәр ҙә. Ҡайҙа баҡма ал­ыш-биреш, ҡа­йҙа ҡарама ҡы­т­ай аламаһын һаталар, аҡсаң ғына етһен. Баҙар иҡтисады шартта­рында көн иткән был халыҡтан миһырбанлыҡ һәм шәф­ҡ­әтлелек өмөт итмә лә инде. Унда саҡта ме­­й­ем­де бер генә уй игә­не: ”Яңыл­ыш йығылып имгәнеп кенә ҡуймайым, тапап, иҙеп уҙа­саҡ­тар былар…”
Байлыҡ йыйып милек туплайбыҙ ҙа ул, әммә донъялыҡтан, фанилыҡтан үҙең мен­ән бер нимәне лә алып китеү мөмкин түгел, был хаҡиҡәт мәңгелек һәм ул бәх-әсһеҙ. Ошо ерҙә Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсе­тенән Әғләметдин хәҙрәттең һөйләгән тәрән мәғәнәле бер вәғәзе иҫкә килеп төштө.
Үлер алдынан бер ҡарт улын янына саҡырта ла былай ти: “Улым, мин йәшәрен йә­шәнем, ашарын ашаным, бына баҡыйлыҡҡа күсергә лә ваҡыт етте. Һиңә ми-нең бер ге­нә үтенесем бар, ерләгән мәлдә бер аяғымдағы ойоғомдо һалдырмаһындар ине, шул һыңар ойоҡ эсендә минең ғүмер буйы йыйған мөлкәтем…” Килгән мулла мосолманса ерләү ҡанундарын боҙоуҙан баш тартып ҡарттың әйтеп ҡалдырған васы­я­тын үтәүҙән баш тарта. Һалдыралар ҡарттың аяғындағы теге ойоҡто һәм унан бер ҡа­ғыҙ киҫәге килеп төшә, ә унда ошондайыраҡ һүҙҙәр яҙылған: “Күр­ҙе­ң­ме, улым, донъя артынан ҡыуып күпме генә тырышып мөлкәт йыйһам да үҙ-ем менән хатта һы­ң­ар ойоҡто ла алып китә алмайым…”
Ни хәл итәһең, кеше нәфсеһенә баш була алмай шул. Яңы­р­аҡ бер эшҡыуар тан­ы­шым тапҡанына риза­һыҙлыҡ белде­р­еп: “Хөрт йәш­ә­й­беҙ!” тип хә­б­әр һалды. 90-сы йы­лдарҙағы буш кә­штә­ләр за­манын, йыллап эш хаҡы алма­у­ҙы он­отоп ебә-ргәйне ул, са­ғыштырып ҡа­раһаң теге осорҙа йү­нле мото­ци­клы ла юҡ ине бит, бө-гөн иномар­кала ел­­дерә. Кеше хәтере ҡыҫҡа шул, булғанына шөкөр итә бел­мәй.
Бәғзе уҡыусы бер яғынан сәбәп ҡылырға, икенсе яҡтан шөкөр итеп өйрәнергә кәр­әк тиелә мәҡәләлә, шул әйтелгәндәрҙең ҡайһыныһын эшләргә беҙгә, тип тә апт-ыран­ыр. Әйтерем шул, урталыҡты һаҡлай бел­е­р­гә кәрәк, ашау өсөн генә йәшәмәйбеҙ бит йәмәғәт, йәшәү өсөн ашайбыҙ. Етеш йәшәгән әҙәм балаһының бер юлы рухи мөхите лә бай һәм бөтөн бу­лы­уы зарур, ана шул тапҡаны (ошо ерҙә өҫтәргә кәрәк, ғәҙел та­п­ҡаны) уның күңел күҙ­ҙәрен дә то­м­а­ламаһа ине. Иң әүәл был до­н­ъяның, әйләнә ти­р­әләге яҡын­да­­­­р­ы­быҙҙың, дуҫ­тарыбыҙҙың, ғөмүмән кеше­ләрҙең ваҡытында, мәлендә ҡәҙерен, баһаһын бе­ләйек, был көнит­мештә кешенән дә бөй-өгөрәк, кешенән дә ҡим­мәт­ерәк һәм мәртәбәлерәк зат юҡ. Байлыҡ бер ай­л­ыҡ, тигәндәй күңеле бай кеше үҙ сиратында көн иткән ерендә матурлыҡ, әҙәп, йылы­лыҡ, ҡот ҡал­ды­рып китергә бурыслы. Шул сағында ғына йәшәүебеҙ йәмле, мәғә­нә­ле, бәр­әкәтле,ҡотло, бу­лыр.
Читайте нас: