Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
17 Февраль 2021, 10:07

Концерт (дауамы)

Йөрәкте һыҙған, йәнде һурған ҡыҫыр өмөттән дә ауыр нимә юҡтыр. Уны һеҙгә татырға яҙмаһын балалар... Тыуған илегеҙҙе һаҡлағыҙ бергәләп. Тыныс шарттарҙа. Яуҙа баштарын һалған яугирҙарҙы онотмай, улар хаҡында йырҙар йырлап!

Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ, аҙсылыҡ һәр саҡ күпселеккә буйһона, шулай ҙа тиҫкәре, һере, үҙһүҙле, киренең-киреһе булараҡ, яйһыҙ ерҙә урынһыҙ сығынлаған ҡонандай үҙ уйымда ҡалдым, концертта ҡатнашыусыларҙың аныҡ исемлеге ойоштороусылар тарафынан раҫланыу менән ентекләп әҙерләнергә тотондом: ағастан юнып мылтыҡ, ҡылыс әтмәләнем, фуфайка яурынбаштарына ҡыҙылдан погондар таҡтым, билемде яҫы һалдат ҡайышы менән һыға быуҙым.
Бына көтөлгән көн килеп етте, концерт ғәҙәттә киске етелә башлана. Әлегә ваҡыт бар. Шулай булғас, бөгөн раҙианан йырлайым, онотоп тыңламай ҡалмағыҙ, үкенерһегеҙ һуңынан тип, киҫәтеп эргә-тирәләге күршеләрҙе теүәлләп сыҡтым.
- Килештереп йырла, кемдеке - шуныҡы! - тине ҡаршыбыҙҙа йәшәгән Һылыубикә апай. Аҙ һүҙле, ҡырыҫ холоҡло ҡатын, яңғыҙы көн итһә лә эшсәнлеге яғынан егәрле ирҙәргә биргеһеҙ, хужалығы ялт итеп тора, кәртәһе тулы мал-тыуар. Һылыубикә сыбыҡ осо туған беҙгә, шуға ике өй араһындағы һуҡмаҡ таҡыр, йомоштар-ыбыҙ уртаҡ. Уның әйткәндәре күңелемә майҙай яғылды.
- Һин маңҡа, сабакы малай ҙа ҡул араһына ингәс, беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын?! - тине ҡаршы яҡ урамдан бер яҡ ҡырҙараҡ йәшәгән Әхмәҙулла ағай миңә һы-нағандай итеп ҡарап. - Шулай түгелме, Ғаҡиҙә! - Ул урындыҡ ҡырлауында йөн иләп аҙапланған ҡатынына мөрәжәғәт итте, тегеһе хәтерләүҙәргә бирелеп элеп үк алды:
- Ҡул араһына инер, тиҙҙән егет тә булып китер әле. Уның яңы тыуған, сеп-сей сағы бөгөнгөләй күҙ алдымда: эсе көптәй, аяҡтары ептәй...
- Хөрт йырлаһаң белеп ҡуй, - тине Әхмәҙулла суғырмаҡланып ҡатҡан һуҡ бармағын сысайтып янап, аҡ һалған уң яҡ күҙен ҡыҫа төшөп, - сыбыртҡы менән ярам, мәтри!
Ҡурҡыта инде шунда, шарҙауай фиғелле ҡырағаһыҙ кеше ул, ә һүҙ сыбалтыуы - фатиха, ризалыҡ биреүе. Уның арҡыс-торҡос хәбәре лә булмышыма дәрт өҫтә-гәндәй итте.
Өй аша Иҙрис ағайҙарҙың ғаиләһе . Ағай малсы, һауын һыйырҙарын баға, Зәбихә еңгә быҙауҙар ҡарай. Барып ингәнемдә еңгә ҡаҙан тирәһендә нимәлер бешерә-төшөрә ине, ҡалаҡ тотҡан балалары ашарға көтөп урындыҡ түңәрәкләп ултырғандар. Иҙрис ағай эштән ҡайтып өлгөрмәгән. Зәбихә еңгә башым күренеү менән ихласлап түргә саҡырҙы:
- Һөйләмәй йөрөйһөң, ҡәйнеш, әйҙә табынға яҡынла, хәҙер тары бутҡаһы бешеп сығыр.
- Юҡ, ҡабалан йомош артынан йөрөй инем.
- Ниндәйерәк йомош икән ул?
- Бер сәғәт тирәһенән раҙианан йырлайым, шуны тыңлай алмаҫһығыҙ микән, тип һуғылғайным да...
- Йомошоң ҙурҙан икән дә баһа! - Зәбихә еңгә ташбыҡ күҙҙәрен шуҡ яндырып көлөп ебәрҙе. - Һис һүҙһеҙ еренә еткереп үтәрбеҙ уны. Матур итеп йырла, штубы! Мин дә һиңә ҡушылып ултырырмын! - Лыҡы фиғелле, уның уйыны-ысыны ла гел бергә йөрөй, ҡасан шаяртҡанын, ҡасан етди һөйләгәнен бар, аңғарып ҡара. Шулай ҙа эскә йылы йүгерҙе, еңгә ҡушылғас, бирешмәҫбеҙ.
Шулай итеп һөйөнсөләп бөттөм. Барыһы ла тыңларға әҙер,тотошо ла минең яҡлы.
Тимәк, сығышым уңышлы сығасаҡ.
Билдәле ваҡыт етеп, әҙерләгән кейемдәремде кейеп, билемә ҡылыс тағып, яурыныма мылтыҡ аҫып, ҡайышыма алтатар ҡыҫтырғас һәр хәрәкәтемде күҙәтеп ултырған әсәйемә өндәштем:
- Мин киттем, әсәй!
- Өҙәрем сәфәргә ҡуҙғалғандай йыйындың, әҙерләндең, балам! Яуға барыуың уйын рәүешендә генә ҡалһын инде, атайың да бит Шайморатов дивизияһында эскадрон командиры булған. Ә йырлауыңа килгәндә радионы бар тауышына асып ултырырмын, уңыштар һиңә!
Ауылдың урта төшөндәге ҙур булмаған йорт ҡап уртанан таҡта менән бүленгән, бер яғында почта бүлексәһе, икенсе яртыһында радиоузел. Ауыл ҡыҙырып һуң-лаңҡырап кителгән, мин барыуға йыйылып бөткәндәр ине инде. Тауышланырға ярамағанлыҡтан тып-тын ҡалып бирге яҡта өйкөлөшкәндәр. Ваҡыты еткәс уларҙы төпкә берәмләп үткәрәсәктәр. Әле унан Ғүмәр ағайҙың тауышы ишетелә, тимәк, ул сығышын башлаған. Пионервожатый Фәрзәнә апай яныма килеп бышылданы:
- Ҡайҙа йөрөйһөң бығаса, иң беренсе һинең йырыңды ҡуйғанбыҙ! - Өҫ-башыма күҙ атты. - Был ниндәй маскарад тағы?
- Һуң, йырларға тип килдем!
- Кейенеп-яһаныпмы? Ул бит радионан күренмәй, хәҙер үк сисен!
Ғүмәр ағай сығыш яһап бөтөп сығыу менән мине ҡоралһыҙландырып төпкә үткәрҙеләр. Ҡаршы яҡ стена ҡырындағы өҫтәлгә экранына әллә ниндәй һандар яҙылған, эсендә лампочкалары йызлаған, сымдарға тоташтырылған ике йәшник урынлаштырылған, ҡап-уртаға тояҡтарға беркетелгән микрофон ҡуйылған. Ике ултырғыс. Суфыя еңгәй шуларҙ-ың береһенә ултырырға ҡушып ымланы ла сығышымды иғлан итте:
- Заһир Исмәғилев музыкаһы, Ҡадир Даян шиғыры - “Шайморатов генерал”. Башҡара өсөнсө класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Хәйҙәр Тапаҡов.
Алдынғыһы тине, ударнигы тимәне, шул арифметика сей елкәгә тейә, ҡәһәрең, сирек һайын фәҡәт шунан “өслө” сыға ла ҡуя. Яратмайым шыпа теүәлләүҙәрҙе: ҡушыу-алыу, ҡабатлау-бүлеүҙе. Эх, иҫәпләүҙәрҙе белмәгән, хисаплауҙарҙы һанға һуҡмаған дәүләттә йәшәргә ине!
Ошоғаса миңә бер кем дә улай килештереп һүҙ бирмәгәс яңы ҡапҡаға ҡарап тызырай-ған бәрән рәүешендә аптырандым да ҡалдым.
- Йә! - тине Суфыя еңгәй. - Ауыҙыңды микрофонға ныҡ яҡын килтермә!
Ҡурҡам шул микрофон тигән нәмәнән. Тауыҡ йомортҡаһынан ары китмәгән тимерҙе алдыма ҡуйһалар тамағым кибә, быуындарым тотмай ҡалсылдай.
- Башла, тим бит...
- Нимәне?
- Йырҙы...
- Ҡайһы еренән?
- Баштан...
- Ҡурҡам бит әле!
Суфыя еңгәй микрофонды алыҫайтып ниндәйҙер төймәһенә баҫты, моғайын да тауышын ваҡытлыса һүндергәндер.
- Ебегән! Үҙең ниндәй шәп йырҙы һайлағанһың! - Уҡытыусы уҫал ҡылана. - Шайморатовсыларҙың исемен һатаһың!
- Минме?
- Һәр хәлдә мин түгел инде!
Күҙ алдыма ҡылыстарын болғап дошман танкыларына ынтылған ҡыйыу яугирҙәр кил-еп баҫты. Улар шул мәлдә моғайын да ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәгән-дәрҙер, күҙ алдарында тыуған ер, яҡындары торғандыр. Ә мин?! Ҡайһылай ҙа оят!
- Тоҡандырығыҙ микрофонды хәҙер үк. Ныҡ итеп ҡысҡырып яңынан иғлан итегеҙ! Хәйҙәр Тапаҡов был йырын ауылдың барлыҡ ветерандарына бағышлай, тип тә өҫтәгеҙ!
Дошман амбразураһы алдында торғандай турайып баҫып, ҡоластарымды йәйеп ебәреп, теге саҡтағылай радиоузелды дер һелкетеп йырлап ебәрҙем:
Башҡорттар китте һуғышҡа...
Ошо юлдарҙы йырлағанда өҫтәлгә һуғырға, аяҡтарҙы тыпырҙатырға ярамағанлыҡтан йоҙроҡтарымды ҡаты итеп төйөп, быйма эсендәге бармаҡтарымды йыбырлатып, күҙҙәремде хәтәр осҡонландырып ебәрҙем. Бәйгелә сабып барған аттай тулаған, дөбөрҙәгән йөрәгем тибешен, тыңлаусылар арауыҡ аша булһа ла ишеткәндәрҙер, һис шикһеҙ ишеткәндәрҙер.
Ватан өсөн йән ҡыҙғанмай
Һинең улдарың Урал;
Шулар менән дошман ҡырҙы
Шайморатов генерал.
Йырлап бөттөм дә сират көтөүселәр араһына сыҡтым. Фәрзәнә апай маҡтап ҡуйҙы:
- Шәп башҡарҙың, радио тыңлаусыларҙың заявкаһы буйынса ойошторолған концертта ла ҡатнашырһың былай булғас, уны һин үҙең генә йырлап йөрөмә, башҡаларға ла өйрәт, йәме?
Өйрәтмәгән ҡайҙа өйрәттем: уръяҡ, урта төш, түбән яҡ малайҙарына. Һуғыш уйынына йыйылһаҡ уйынды “Шайморатов генерал”дан башлайбыҙ.
Бер көн йырыбыҙҙы түбәнге оста йәшәгән Райхан инәй ишетеп торған. Уның улы яу ҡырында ятып ҡалған, тип һөйләйҙәр. Бына ул тыңлап бөттө лә үҙ алдына һөйләнгәндәй былай тине:
- Бәпесем тыуған ерен, беҙҙе, яҡындарын ҡурсып сит ерҙәрҙә хәбәрһеҙ юғалды. Көтмәгәндә ҡайтып инерен көн һайын, сәғәт һайын көтәм. Йөрәкте һыҙған, йән-де һурған ҡыҫыр өмөттән дә ауыр нимә юҡтыр. Уны һеҙгә татырға яҙмаһын балалар... Тыуған илегеҙҙе һаҡлағыҙ бергәләп. Тыныс шарттарҙа. Яуҙа баштарын һалған яугирҙарҙы онотмай, улар хаҡында йырҙар йырлап!