Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
12 Февраль 2021, 10:54

Кино

Бөгөн дә хаталы афишаны, Петроны, йомортҡа һалырға теләмәгән тауыҡты һағынам. Әгәр ауылымдан “Украина” киноустановкаһында кинофильм күрһәтәләр, сеанстың хаҡы ике тауыҡ йомортҡаһы, тигән хәбәр ебәрһәләр, ҡайтыр инем, арт һыныма тибелгән малайҙай осоп ҡайтыр инем…

Беҙҙең ауыл клубы әүәлге мәсет түңендә урынлашҡайны. Һүтеп яңынан ҡоролған бинаның һылауһыҙ бүрәнәләре ҡарағастан булғанға таштай ҡаты, ҡоростай ныҡ, шыңғырап торалар ине. Сходтар, йыйылыштар, байрамдарҙа концерт күрһәтелгән мәҙәни-ағартыу учреждениеһы клубты яңынан таратып ебәреп мәсет ҡорорға ине лә, дин ул заманда ҡыйырһытылғанға күрә был мөмкин булмаған, тормошҡа ашмаҫ хыялдай күренде. Ә мулла иһә шул клубҡа терәлеп тиерлек урынлашҡан тауыҡ кетәгендәй генә йортта йәшәп дин ғәмәлдәрен өйөндә үтәй, атҡара ине. Әйткәндәй, әүәлге клуб урынына бөгөн яңынан иман йорто мәсетте төҙөп ҡуйып Салауат исемле ауылдашыбыҙ үтә лә сауаплы ғәмәл атҡарҙы.
Шулай итеп - клуб. Унда башлыса кино ҡарайбыҙ. Бәләкәй генә движоклы “Украина” киноустановкаһында. Движок, тигәнем клуб янындағы бәләкәй келәтте хәтерләткән өкәлтәктә уры-нлашҡайны. Шул нимә тырылдап, беҙҙең бәләкәс йөрәктәрҙе елкендереп ебәреп, киноға ваҡыт еткәнлеген иҫкәртеп, белдереп үҙенә саҡыра. Тотош ауыл шәм яғып көн күрә, ә клубта электр лампочкаһы баҙлай, был да үҙенә күрә ул дәүерҙә күҙҙәрҙе сағылдырған, үҙенә, яҡтылыҡҡа әйҙәгән күренеш ине. Киноустановка, тип ҙурҙан һалдырһам да ул аппарат ике башында ике кес-кәй ленталы тәгәрмәс ҡуйылған, ҡул менән әйләндермәле теген машинкаһынан ары китмәгәйне. Әйтеп үткән киноны аҙнаһына ике тапҡыр, шишәмбе, кесаҙна көнө күрһәтәләр. Афишаны Васильевка утарынан килеп-китеп йөрөгән Петро исемле сеп-сей һары урыҫ егете лыс хата итеп яҙып элә. Ул саҡтағы яҙманы тикшерер белемем дә әлепте таяҡтан айырыр кимәлдә генә, мәгәр ике кинофильм хәтерҙә ҡалған: “Тешена”, шунан “Браненосис Патумкин”. Һуңынан үҫә төшкәс “Тишина”, “Броненосец Потемкин” ды ҡайтанан ҡараным.
Киноға инеү хаҡы - балаларға 5, өлкәндәргә 20 тин. Балалар сеансы һарыҡ көтөүе ҡайтҡас күрһәтелә, өлкәндәрҙеке киске һауындан һуң. Шул балалар сеансына ла инә алмай күҙҙәребеҙ тона, сөнки баҡыр биш тин да ҙур аҡсаға иҫәпләнде. Петро ла зирәк кеше булараҡ хәлебеҙҙе аңлап, хаҡты үҙенсә ҡуя, үҙенсә бесә, кеҫәңдә тәңкәң юҡ икән, уның урынына ике йомортҡа килтерергә мөмкин. Көнөбөҙ шулай итеп килем сығанағы тауыҡтарға тороп ҡала. Беҙҙең ике тауыҡ, йәнә тәпәйҙәре өшөп туңғанлыҡтан тупыс тояҡлы әтәсебеҙ бар. Бер тауығыбыҙ ҡартайғанға күрә ҡыҫырға ҡалған, икенсе мөстәне ҡасып картуфлыҡ буйында үҫкән кесерткән араһына һала йомортҡаһын. Ярай әле йәшерен ояһын беләм, шуныһы яҡшы.
Һарыҡ көтөүе Ҡаулан түңенән күтәрелеп ауыл осонда күренер мәлдә күршелә йәшәгән Батырйән дуҫ миңә һуғыла, картуфлыҡ осонда суҡайған мине эҙләп таба. Кәйефе китеңкерәп торһа ла тауышына өмөтлө күтәреңкелек өҫтәп ыңғайы бер белешә:
- Барабыҙмы?
Ҡайҙа икәнлекте һүҙһеҙ төшөнһәм дә һорап ҡуйған булам:
- Ҡайҙа?
- Ҡайҙа булһын, кинаға! Петро килгән, белдереү ҙә яҙып элгән…
- Көтәм әле… Һинең эштәр көйлөлөр инде?
- Ҡайҙан ғына көйлө булһын, өләсәйемә хәйер йома көн төштән һуң ғына төшә, ә бөгөн кесеаҙна…
- Ҡайһылайтаһың, әләйгәс?
- Бына… - Ул усындағы йомортҡаһын күрһәтә. - Ошоноң менән барам… Петроның өҫтәмә хаҡты нисек алғанын беләм мин! Киттек!
- Киттек, тиһең, ә мин көтәм тинем дә баһа!
- Нимәне?
Кесерткән араһына ымланым:
- Бынау берәҙәктең йомортҡа һалғанын!
- Һәләтлә, улайһа!
- Нимәһен һәләтләргә, мин тауыҡ түгел дә баһа!
Апаруҡ ултырып ташланыҡ, теге тауыҡ йораты шыпа ла ҡытҡылдарға йыйынмай, шымып тик ята. Сабырһыҙ дуҫым урынынан ҡалҡты:
- Был йолҡошоң йомортҡаһын һалырға түгел, көҙгә саҡлы баҫырға ятҡандыр, шай.
- Тәҡдимеңде әйт?
- Уның юлы ябай, хәҙер тауыҡты тотоп алабыҙ ҙа эсен һығабыҙ, шул сағында йомортҡаһын төшөрмәй хәле юҡ!
- Анһат һиңә, күҙ терәп торғаным ул, әгәр имгәндереп ҡуйһаҡ?
- Иҫең киткән иҫке сәкмәнгә, тигәндәй, кәзә лә булдымы мал, тауыҡ та булдымы ҡош! Уны ҡазаландырһаҡ бер яйын табырбыҙ, юҡ тигәндә Петронан киноны йома көнөнә күсереүҙе үтенербеҙ, ул сағында киноға мин өләсәйҙең хәйерлеге менән инермен, ә һин беҙҙең йомортҡа менән!
Шулай итеп аныҡ ҡарарға килеп һаҡ ҡына кесерткән өйөмөнә яңҡынланыҡ. Беҙҙең хаслыҡты һиҙеп ҡалған тауыҡ ҡытҡылдап сығып та ҡасты. Аптыранып ҡалып Батырйәнгә өндәштем:
- Нимә эшләйбеҙ?
- Баҫтырып хәлдән тайҙырһаҡ, нимә ҡылыр тиһең, еңелерәк йүгерер өсөн йөгөнән бушаныр моғайын.
Зыҡ ҡубып тауыҡты баҫтырырға тотондоҡ. Ә ул йылғыр йә кәртә аҫтына инеп ҡаса, баһыу буйлатып йүгерә, унан ҡалһа картуфлыҡҡа инеп боҫа. Күп этләндек, тауыҡ түгел, аяҡлы ен булып сыҡты, үҙебеҙ арманһыҙға ҡалып хәлдән тайҙыҡ. Бер аҙ тын алғас яңынан тауыҡты абайлап ҡалып ҡыуырға тотонғайныҡ, теге унан нимә таптырғаныбыҙҙы төшөндө ниһайәт, кәртә буйындағы һалам өҫтөнә алтынға бәрәбәр йомортҡаһын төшөрөп китте.
- Урра! Булды! - Йылы ғына йомортҡаны ҡулыма алып оло байлыҡҡа юлыҡҡандай һөрәнләнем.
Киттек эләгә-йығыла клубҡа. Сеанс яңы ғына ашланырға тора икән. Ишек төбөн һаҡлаған Петро ҡулын һондо:
- Яйца сюда, сопляки!
- У нас яйцо один штук… у мене и у ниго.
- Что будем делать тогда? - тип ҡыҙыҡһынды киномеханик.
Әңгәмәнең яйын-рәтен белгән күршем телгә килде:
- Один яйца, астальное кулаком в луб даш, и дастатошно!
- Нет, сопляки, я вам подзатылник не дам, а с большим удовольствием съежу по зад, чтоб… - Шул һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң йомортҡаларыбыҙҙы алды ла ишекте шар асып ебәреп елкә-һенән эләктереп, әпәй шүрлегенә менеп Батырйәнде эс яҡҡа оҙатты, артынан шул уҡ юл менән мин дә остом. Иң алға тырпырап барып төштөк тә ултыра һалып өҫкә йоҡҡан туҙанды ҡаға-ҡаға мауығып кино ҡарарға керештек.
Латвияны башҡалаһы Ригала Совет осоронда “Комсомолец” кинотеатры бар ине. Таныш егетем менән шунда кино ҡарарға барҙыҡ. Ул алдан барып билеттар алып күтәрмәгә үк сығып мине көтөп тора ине.
- Бында киноға нисә йомортҡа түләтеп индерәләр ул? - Үҙем дә абайламаҫтан шул һорауҙы бирҙем дә телемде тешләнем. Танышым да миңә аптырай биреп ҡараны, сөнки ул икенсе, юғарыраҡ мөхиттә үҫкән, тәрбиәләнгән кеше ине шул, ә ауыл менән ҡала күк менән ер араһы, берәүһе мөғжизәгә бай, серле донъя, икенсеһе ығы-зығыға сорналып сәйерлеккә батҡан.
Бөгөн дә хаталы афишаны, Петроны, йомортҡа һалырға теләмәгән тауыҡты һағынам. Әгәр ауылымдан “Украина” киноустановкаһында кинофильм күрһәтәләр, сеанстың хаҡы ике тауыҡ йомортҡаһы, тигән хәбәр ебәрһәләр, ҡайтыр инем, арт һыныма тибелгән малайҙай осоп ҡайтыр инем…