Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
11 Февраль 2021, 10:46

Мостафа менән Һәҙиә

“Йософ менән Зөләйха”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Таһир менән Зөһрә”ләрҙе уҡып-ишеткәнем булды, ә бына Мостафа менән Һәҙиәне күреп-белеп үҫтем, улар менән бергә йәшәнем.

Мостафа ҡарт ғүмере буйы ҡарт алашаһына йәйен-ҡышын арба йә сана егеп, күршелә ятҡан Васильевка ауылынан почта ташыны. Йылы осорҙа өҫтөнә брезент плащ, аяҡтарына кирза итектәр кейҙе, ҡыш көндәре яғаһын торғоҙоп тиретун да табанланған быймалар. Аҙнаһына өс тапҡыр беҙҙән 15 саҡрымда ятҡан урыҫ утарына инмәле лә сыҡмалы урман юлынан барып-әйләнеү уның өсөн еңел булмағандыр, мәгәр һис ҡасан эшенән ҡыйынһынманы, шөғөлөнә зарланманы, ҡушылғанды һәр саҡ теләп, урын-еренә еткереп теүәл башҡарҙы. Бабай “с ” хәрефен “ш” менән әйтә торғайны. Яҙын ауыл ерендә арттан шыуғаны һөрөү-сәсеү мәшәҡәттәренә йәлеп ителә ине ул осор, был мөһим кампаниянан бабайыбыҙ ҙа һис ҡасан ситтә тороп ҡалманы, ҡулынан килгәнсе ярҙамын күрһәтте, уның һүҙҙәре менән әйткәндә, иртә менән Үәшилишкенән барып пуштыны апҡайта ла төнгөлөккә тракторҙарға, Шәлимйәндең, йәнә Шәлмәндең бригадаһына шәләрке ташырға сыға.
Ветеран булараҡ бер генә байрам - 9 майҙы иркенләп йөрөп, кинәнеп байрам итер булды. Шул көндө тантаналарҙа ғына кейә торған пинжәгенә орден-миҙалдарын тағып ала ла Һәҙиәһен эйәртеп (ауыл йолаһына, шәриғәт ҡанундарына ярашлы, бөгөнгө термин менән әйткәндә социаль дистанция һаҡлап, ҡатынын ике-өс аҙымға артта ҡалдырыңҡырап) урам буйлап, яйлап, абруйлы итеп атлап, осраған береһенә йылы һүҙ ҡушып, хәл-әхүәлдәрен белешеп, ауыл уртаһындағы түңдә урынлашҡан клубта булаһы сараға йүнәлә, унан сыҡҡас эйәртенешеп алып, өй беренсә, ҡара кискәсә бер-беренә ҡунаҡҡа йөрөргә керешәләр.
Уның йәшендә яратыу, ғашиҡ булыу һүҙен ҡулланырға ярамағанлыҡтан икенсерәк итеп әйтәм, шул тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле бабай әбейен олонан ҡубып ихтирам итә торғайны, ҙурҙан һалдырып, бейеккә күтәреп ҡайғырта ине.
Мөләйем йөҙлө Һәҙиә инәйҙең бер холҡо ғына иҫтә ҡалған, ул билен йәй көнө йоҡа яулыҡ, ҡышҡы һалҡындарҙа йылы шәл менән урап йөрөй торғайны. Ҡыҙыҡһынып һорай ҡалһалар ул былай тип яуап бирер булған: “Билемде урап йөрөмәҫ инем дә, йөрәгем төшөп китеп ыуатылыр, тип ҡурҡам!”
Бер яғында аҙыҡ-түлек, икенсе яғында промтауар һатылған кибеткә инһә һүҙҙе шунан башлай:
- Үткәндәге заказым, инәйең ябынған, асыҡ биҙәк төшкән кешмир яулыҡ, күлдәкле атлас, ялтыр сөм калуштар килмәнеме? Улайһа, яратҡан кәнфитенән, күңеле ятҡан перәнигенән мул ғына итеп үлсә әле, ҡыҙым!
- Инәйең, инәйең ти ҙә тораһың, олатай, үҙеңә һуң нимә кәрәк? - тип һорай Нәзирә.
- Миңә ни, ул яңы кейем кейһә шуға ҡыуанам, теләп ҡапҡан ризығына ризамын...
- Ризамын тиһең дә ул, нимәнән риза түгелһең ул саҡта? - Һатыусы ла ҡуйырҙан-ҡуймай.
- Инәйең барҙа донъям теүәл, шуныһына ризамын. Нәпселәрен тыя белмәгәндәр генә риза түгелдәр ул тормоштарынан. Риза булмағандарҙың ашы татһыҙ була, йәшәүҙәре йәмһеҙ...
Ни тиклем генә хистәрең тәрән, тойғоларың юғары булмаһын, тормошта төрлө хәлдәр тыуып китә ҡайһы саҡ, яҙмыш тигәнең уйламаған-көтмәгәнде алдыңа килтереп ҡуя, шуға ла һауыт-һаба шалтыратмай донъя көтөү һис тә мөмкин түгел. Бер көн килеп Һәҙиә ҡарсыҡ ҡартының күңелен ҡалдырған бит, өҫтәргә кәрәк, ныҡ итеп, зитына тейерлек итеп ҡалдырған. Шулай булмаһа тыныс фиғелле, күндәм тәбиғәтле Мостафа яһилланып китеп тегене туҡмарға барып йәбешәме?! Ҡулына яңы ғына бәйләнгән, йомшаҡ дебет шәлде эләктереп!
Бабай әбейен ҡәҙерләп кенә, йомшаҡ түшәккә төртөп түгел, аяулы этеп ауҙарған да ҡу-лындағы шәл менән һаҡ ҡына итеп елпетә, үҙе ыңғайы бер һамаҡлай икән:
-Әбей, күҙеңде сырт йом, яңылыштан шәлдең шәшәге күҙ алмаңа тейеп ҡуймаһын!
Шул һүҙҙәрҙе тыҡый-тыҡый кәрәген биргән хәләленең, аяғында баҫып тормаҫлыҡ хәлгә килтереп, һыу эскеһеҙ иткән.
Ошо ҡыҙыҡты ишетеп ҡалғас Мостафаны ауыл Советына саҡыртып алған булдым. Теге күренеү менән йөҙөмдө етдиләндерҙем дә алдымдағы ҡағыҙҙарҙа соҡонорға керештем, нисек тотор икән үҙен, тип ҡаш аҫтынан күҙәтәм тегене. Бабай инде лә ғәйепле кешеләй ишек төбөндәге ултырғысҡа һаҡты, гел соңҡаһына йөрөткән теүәтәйен, маңлайына ҡарай тартты, йыйырсыҡтар сыбарлаған йөҙөн хәсрәтләндерҙе, әһә, тимәк ғәйебен таный, таный ғына түгел, ҡылғанына үкенеп эстән янып-көйөп йөрөй.
- Һаумы, олатай, ни эш бөтөрәһең әле?
- Ни эш, тип, билдәле инде, Үәшилишкенән пушты ташыйым.
- Нисек ташыйһың, яҡшы итепме?
- Арыу һымаҡ. Гәзит-журналдарҙы, пашилкаларҙы теүәл итеп хишаплап алам. Әллә нәшәлник риза түгелме минең эштән?
- Начальник риза. Ғәлиаслан ағай был айҙа премия яҙам, тигәндәй була ине.
- Нимәгә миңә премия? Барына шөкөр итһәң шамалап килгәне лә етә ул.
- Ғаилә хәлегеҙ нисек һуң? Нишләтер ошо арала Һәҙиә инәй урамға сығып күренгәне юҡсы, берәй хәл булдымы әллә?
- Әбейҙең биле ауыртыңҡырап тора әле, хәйерһеҙ, хәҙер һинән сыҡҡас әптикегә барып әйләнмәһәм бумаҫ, ыуынырлыҡ берәй нимәләре юҡмы икән шунда...
- Инәй түшәккә йығылғанда билен биртендермәнеме?
- Ниндәй түшәккә тағы?
- Билдәле, өйөгөҙҙәге!
Эштең айышын бер аҙ төшөнә төшкән Мостафа һағайып ҡалды:
- Түшәк йомшаҡ, ҡаҙ мамығынан эшләнгән күпмә түшәлгән ине, ишшү ҡалыныраҡ булһын, тип өҫтәп яҫтыҡтарҙы ла ташлағайным унда.
- Улай икән... Күҙ тирәһе именме һуң? Ишетеп-белеүемсә ҡулыңдағы шәл сәсәкле булған!
- Ялыу менән килдеме әбей? Икмәк өҫтө, балам, ғәйеп миндә түгел, билләһи үҙе һаҡһыҙлыҡ күрһәткән, шәл менән елпеткәндә күҙеңде ныҡ йомоп ят, тигәйнем, тыңламаған, тәки!
Йылмайып ебәрҙем:
- Олатай, һине ветеран булараҡ шуға саҡырттым әле, еңеү байрамы яҡынлаша, берәй мохтажлығың юҡмы?
- Шыпа ла юҡ, балам, Һәҙиә янымда шаҡта тағы ниндәй генә мохтажлығым булһын минең! - Шулай тине лә еңел ҡотолоуына ҡыуанғандай елтәңләтә баҫып сығыу яғына ҡарай йүнәлде.
Уны аяғөҫтө баҫып оҙатып ҡалдым да тәҙрә аша күҙ һалдым. Бабайым эргәләге кибеткә боролғайны. Ошонан тороп та беләм, хәҙер инер ҙә әбейенең яратҡан тәм-томдарын алыр, шунан түрҙәрендә борхоп ҡайнаған самауыры, өйөнөң ҡото Һәҙиәһе янына ашығыр. “Йософ менән Зөләйха”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Таһир менән Зөһрә”ләрҙе уҡып-ишеткәнем булды, ә бына Мостафа менән Һәҙиәне күреп-белеп үҫтем, улар менән бергә йәшәнем.