Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
21 Ғинуар 2021, 13:30

Ҡырғын

… әҙәм балаһы ниндәй генә ауыр хәлдә ҡалмаһын, кеше йөҙөн, кеше сифатын юғалтмай һаҡлап ҡалырға бурыслы, беҙ Хоҙай Тәғәлә тарафынан бер-беребеҙгә терәк булыу, беребеҙ икенсебеҙҙе ҡурсалау, һаҡлау, ҡәҙерләү, яратыу өсөн яратылғанбыҙ.

Өләсәйем мине, итек башындай ғына малайҙы йәнәшәһенә, урындыҡ ҡырлауына һаҡтыра ла башынан үткәндәрен теҙеп, тәфсирләп һөйләргә ярата торғайны. Әллә йәнемә ғәм, аҡыл һалырға теләгәнме, әллә ошо ҡатма малайҙың йылдар үтеү менән ишеткәндәренә мәғәнә, фекер һалып, уларҙы хәтирәгә әүерелдереп башҡаларға еткерә алыуын һиҙемләгәнме, тойомлағанмы белмәҫһең. Шулай итеп өләсәйем һөйләгән йәнә бер тарихты һеҙгә еткермәксемен.
Граждандар һуғышының иң ҡыҙған мәле. Ауылға бер көн аҡтар инһә, икенсе көнгә уны ҡыҙылдар баҫып ала. Аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ. Бураңды һепереп, ауыҙыңдағын тартып алып ҡыҙылдары ла талай, аҡтары ла, тигәндәй. Бигерәк тә мал-тыуар, атап әйткәндә меңгегә яраҡлы йылҡы күҙгә күренеп кәмене. Бер килеп беҙҙең донъяла барлыҡты ла оноттолар һымаҡ, тыныслыҡта ҡалдырҙылар, сәбәбе - төбәктә бығаса күрелмәгән тиф ҡырғыны башланды. Халыҡ күпләп үлә, иртәнсәк эсе китеп ауырый башлаған кеше төштән һуң мәрхүм булып та ҡуя. Шундай алама, ҡурҡыныс сир. Һәммәһе йортона бикләнде, тик көнө бөткәнгә көн дә үлем, тигәндәй, әжәлеңдән манара башына менеп ҡасып та ҡотолоп булмай бит инде ул, ә ҡырғын кәмергә уйламай ҙа. Үлгәнде ер өҫтөндә ҡалдырып булмай, шуға ҡартатайың менән ерләү эшенә тотондоҡ: мин мәйетте йыуып тәртипкә килтерәм, әҙерләйем, ҡартатайың уны ҡул арбаһына һалып, зыяратҡа алып бара, бәләкәй генә соҡор әтмәләп шунда күмә, ары ясин сыға. Көнө буйы шул хәйерһеҙ шөғөл менән мәшғүлбеҙ. Кис етһә мунсала әрем төнәтмәһе менән йыуынабыҙ, өҫ кейемебеҙҙе лә шуның менән эшкәртәбеҙ, өй эсен артыш менән ыҫлайбыҙ, ашағаныбыҙ ҙа арыш икмәге , эскәнебеҙ әрем сәйе. Иҫән ҡалдыҡ, балам, бирешмәнек, сир-зәхмәт тә беҙҙе аяны, урап үтте. Ошоно хәтерләп шуны әйтмәксемен, әҙәм балаһы ниндәй генә ауыр хәлдә ҡалмаһын, кеше йөҙөн, кеше сифатын юғалтмай һаҡлап ҡалырға бурыслы, беҙ Хоҙай Тәғәлә тарафынан бер беребеҙгә терәк булыу, беребеҙ икенсебеҙҙе ҡурсалау, һаҡлау, ҡәҙерләү, яратыу өсөн яратылғанбыҙ.
Ауылымда табип амбулаторияһында эшләп йөрөгән саҡ. Грипп эпидемияһы осоро. Кис етһә кемуҙарҙан саҡырырға тотоналар. Шуға өҫ кейемемде сисмәй генә “тиҙ ярҙам” сумаҙанын яҫтанып ятып торам да тәҙрә сиртһәләр сираттағы ауырыуға юлланам. Таң атҡансы 10-15-ләп урында булам да тура эшемә йүнәләм. Ауыр, саманан тыш ауыр эш ине ул, мәгәр бер тапҡыр ҙа һайлаған һөнәремде ҡарғағаным, саҡырған ергә йөҙ йыйырып барғаным булманы, сөнки мине ҡайҙа ла көтәләр, минән ярҙам өмөт итәләр ине.
Грипп, тигәндәй, тағы ла бер ваҡиға иҫкә килеп төштө. Армияла саҡта беҙҙең частағы бер рота, йәғни 120 һалдатты Латвияның башҡалаһы Рига ҡалаһынан 18 саҡрымда ятҡан Саласпилс ҡасабаһына бер айға командировкаға ебәрҙеләр. Медицина хеҙмәткәре булараҡ улар менән мин дә киттем, тегендә барғас тиҙ арала ҡыҫынҡы ғына бүлмәлә медпункт асып ебәргән булдым. Исеме генә медпункт инде; үҙем менән алғаным шприцтар, кәрәкле дарыуҙар һәм бәйләү материалы, улар менән тулы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкин түгел. Барып урынлашыу менән шуныһы асыҡланды - биш ҡатлы ятаҡтың беренсе икенсе, дүртенсе, бишенсе ҡатындағы эшселәр грипп эпидемияһынан ауырышып яталар икән. Ә беҙ сирҙең ҡап уртаһында, өсөнсө ҡатта. Ҡасабала ла хәлдәр шәптән түгел. Иртәгеһенә үк мине рота командиры капитан Кривоблоцкий саҡыртып алды:
- Вот такие пироги, старшина, что будем делать, твои соображения?
- Тут и думать нечего товарищ капитан, эпидемия, ничего не могу поделать! Сделаю
все, что в моих силах!
- Деньги есть, сегодня же закупай необходимые лекарства! Твоя задача - должны
заболеть не более 25 процентов личного состава. Сегодня утром звонил командир части полковник Жирнов, это его приказ.
- Товарищ капитан, разрешите заниматься профилактикой нашими народными ср-
едствами?
- Как это, выражайся яснее?
- Для начала из рынка привезем три мешка чеснока...
- Для чего, для кого?
- Для личного состава, только таким путем можно избавится от вируса.
- Поможет?
- Не уверен, но попытка не пытка, попробую.
- Делай что задумал, но смотри ты у меня, не более 25 процентов личного состава.
Вы меня поняли?
- Так точно!
Шулай итеп, бер нисә тоҡ һарымһаҡ һатып алдым да һалдаттарҙы теҙеп ҡуйып иртәнсәк, төш, кис аш алдынан ярты сәғәт алда һәр береһенә шуның бер тырнағын өләшеп сығам, ауыҙ эсендә валып бөткәнсе сәйнәргә мәжбүр итәм. Армияла теләмәйем, тигән төшөнсә юҡ, ҡайҙа барһындар, минең ҡушҡанды эшләйҙәр. Ай дауамында ауырыусы ғына түгел, хатта сөскөрөүсе, тымаулаусы ла булманы. Часткә ҡайтҡас ошо ваҡиғаны легендаға әүерелдереп һөйләп йөрөнөләр аҙаҡ. Ә часть командиры клубтағы трибуна артына баҫып миңә шәхсән рәхмәтен белдерҙе, ҡыҫҡа ваҡытлы отпускы менән бүләкләне.
Пневмония сире менән ҡала дауаханаһында ятырға тура килде. Хәҙерге сир әүәлгеләренә ҡарағандарына ла йоғошлораҡтыр, ҡурҡынысыраҡтыр, бар персоналдың өҫтөндә махсус комбензон, биттәренә битлек, күҙҙәрен күҙлек эсенә йәшергәндәр, уларҙың кем икәнлектәрен дә айырырлыҡ түгел, хәйер, уныһы үтә мөһим дә түгелдер, бәлки. Мөһиме шул, улар һине бер минутҡа ла яңғыҙыңды ҡалдырмайҙар: кемеһе система ҡуя, кемеһе укол ҡаҙай, кемеһе арҡаңа массаж яһай. Тәүлек әйләнәһенә шулай. Улар ҡасан йоҡлайҙарҙыр, ял итәләрҙер, билдәһеҙ. Аҡ халатлыларҙың эше үтә кәрәкле, яуаплы, ул һөнәр генә түгел, маңлайға яҙылған яҙмыштыр, бәлки.
Янымда ятҡан ир инеп-сығып йөрөүселәргә ҡарашын атты ла үҙенсә былайыраҡ һығымта яһаны: “Они зарабатывают большие деньги, вот и крутятся, я бы тоже ходил...”
Эш аҡсаламы ни инде, ул бөгөн бар, иртәгә иһә бармаҡ араһынан һарҡҡан ҡомдай юҡҡа сыға. Һөнәреңә мөкиббән китеп бирелгәнлекте, хеҙмәт фиҙаҡәрлеген һис ҡасан килем төшөнсәһе менән үлсәргә ярамай. Аҡса, тигәндәй бөгөн бәләкәй һәм урта бизнес еңел булмаған мәл кисерә, улар килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңеп эштәрен яйға һалырға ынтыла, нисек тә йәшәргә, ғаилә аҫрарға кәрәк бит. Әйтер һүҙем икенсе нимә хаҡында - тотош донъяла пандемия ҡотора, ошондай шарттарҙа йәшәү ҡәҙере, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыр урында бәғзе берәүҙәр ҡомарлы уйын менән әүрәтә, кешене талауға ҡоролған пирамида “ҡорорға” саҡыра. Кемгә, нимәгә кәрәк ул, иң беренсе сәләмәтлегеҙҙе, яҡындарығыҙҙың именлеген ҡайғыртығыҙ, тип әйтке килә ундайҙарға.
Тиф осорондағы өләсәйем менән ҡартатайым күҙ алдыма килеп баҫтылар, ал-ял белмәй эшләгән табип, шәфҡәт туташтарына, хеҙмәтләндереүсе персоналға ҡарап үҙемдең өй беренсә ауырыуҙар дауалап йөрөгән саҡтарымды хәтергә төшөрҙөм.
Ҡырғынға ҡаршы тороусылар, уның менән көрәшеүселәр булмаһа, ул әллә ҡасан аҙып, ер йөҙөн тотошлайы менән ябып алыр ине. Алай ҙа һеҙ бар был донъяла аҡ халатлы коллегаларым, алай ҙа алғы, “ҡыҙыл һыҙыҡта” һеҙ тораһығыҙ, шулай булғас яҡтыға, матурлыҡҡа, игелеккә лә өмөт бар.
Читайте нас: