Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
9 Ғинуар 2020, 16:56

Сәстән тартыу

— Әйткәндәй, Леонид Ильич һеҙҙең нисәнсе быуын ағайығыҙ әле ул? — То есть как? — Директор аңламайыраҡ аңшайҙы ла төртмә телемдең айышына төшөнгәс сәсрәп китте. — Һин, малай аҡтығы, телеңә һалышма, йәме! Тулап аттың ҡасан тәртә һындырғанын күргәнең бар? Үҙеңде уратҡан мөхиттән сығып ҡасып булмай ул бер ҡасан да! Так что думай!

Унынсы класты тамамлар алдынан дәрес барышында мине мәктәп директоры үҙенә саҡыртып алды. Иҫкереүе еткән ҡалай ҡыйыҡлы ағас мәктәп мөйөшөндә урынлашҡан ҡыҫы—нҡы кабинеттың ишеген ипле шаҡып индем дә баҫалҡы тауыш менән сәләмләгәндән аҙаҡ ғәйепле, боҙоҡ боҙған кешеләй шымтайып башымды баҫтым. Тиктормаҫ, ҡулсыр уҡыусы булараҡ үҙһенмәйем шыпа, уҡытыусылар бүлмәһен, директор кабинетын, унда тикмәгә, ерле юҡҡа саҡыртмайҙар, тимәк ниндәйҙер хилафлыҡ ҡылғанмын. Шул һуйҙайыуымда эстән, күңелемдән үҙем генә белгән серле, ете йоҙаҡ аҫтында йәшереп тотҡан гонаһтарымдың ҡайһыныһы бында килеп етеп уҡытыусыларҙың ҡолағын тиште икән, хәйерһеҙ, тип хисаплап—теүәлләп тороуым.
—Бына нимә, Хәйҙәр, — тәбәнәк буйлы, ҡыуан елгә элеп ҡуйып ҡаҡлағандай ҡаҡса кәүҙәле директор һөйәк тирәсле күҙлеге өҫтөнән һынап, сәгер күҙҙәрен тексәйтеп баҡты, — аттестат алғас ҡайҙа барырға инде яйың?
“Ҡырын эштәрем хаҡында хәбәрҙар түгелдәр, шөкөр, ҡотолдом былай булғас!” Тамсы ла гөнаһһыҙ, әммә изге үк булмаһа ла, фәҡәт тәүфиҡтән әүәләнгән әҙәп эйәһе фәрештәләй киң йылмайып ебәрҙем:
—Ары ла уҡырға ине, ағай!
Бына һиңә, иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр, тигән һымағыраҡ ҡабул ителде яуабым.
—Бәрәкәт, уҡырға тиһең инде?! — Директор ас яңаҡтарын эскә тартып, бысаҡ менән телгәндәй иренһеҙ ауыҙының бер яҡ ситен салшайтып тешләгәндәй итте. — Ҡылығына һе—ңгән ғәҙәте, нимәгәлер шик, дәғүә белдергәндә ул гел шулайта. — Изге, алға ынтылышлы теләк, әммә яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр, яңғыҙ әсәйең ашнаҡсы ғына булып наҡыҫ зарпылатаға эшләп йөрөй.
—Зарпылатаға, — үсектергәндәй итеп ҡабатланым, — былай, зарланмайбыҙ, эш хаҡы икебеҙгә етә, һаҡсыл тотонһаҡ артып та ҡала әле.
—Дөрөҫ әйтәһең, икегеҙгә, ошо тәңгәлдә өҫтәргә кәрәк — ауыл ерендә! Ары белем алам тиһәң гурытта, бигерәк тә ҙурҙарында, ҡутараһынан аҡса кәрәк, аҙым һайын кәрәк, шул хаҡта уйланыңмы?
—Илдә сәпсек үлмәй! — Һонтор кәүҙәмде турайтып ботаҡҡа ҡунған әрпеш, ҡойто сәпсектәй ултырғысына ҡупырайып һаҡҡан директорға ҡарашымды аттым. — Нисек тә осто осҡа ялғарбыҙ әле.
—Һе, ялғарбыҙ, имеш, әгәр ялғанмаһа, рәте яйына тап килмәһә, ул саҡта нисек?!
—Уҡыуҙарҙан һуң вагон бушатырмын, дворник, йә төнгө ҡарауылсы булып эшкә төшөргә лә мөмкин.
—Анһат, унда килереңде сабырһыҙланып көтөп торалар, ти, һинең һымаҡтар унда эт тубығынан, бик беләһең килһә! Йә күтәрмәләрлек, ярҙам итерлек туған-тыумасаң юҡ кимәлендә...
—Нишләп булмаһын, ауылда сыбыҡ осо еҙнә тейеш кешем бар, әсәйемдең яратып
ҡиәмәтлек иткән һеңлеһе түбәнге оста, биш быуын туғанға яҡын инәйем Хәйбуллала йәшәй...
—Һин миңә кәүҫәр күлендәге туғандарыңды теүәлләп теҙмә, йәме? Биш быуын түгел, бәлки ете быуындыр, ә?
—Теүәл, тапҡыр яҙылған тоҡомобоҙ шәжәрәһендә, аныҡ биш быуын!
Һәр һүҙгә тапҡыр яуап табыуыма үртәлгән директор бурҙаттай ҡыҙарҙы ла эргәһендә
ятҡан осо һыныҡ ҡәләмен асыу менән эләктереп алып керҙән шыбаҡшып ҡатҡан өҫтәл ситен туҡылдатты:
—Һин, давай, малай, башты ҡатырма, бутама, былай ҙа иртә таңдан килеп тороп зыңҡый! — Төшөп ҡалмағанмы, урынында микән, тигәндәй йоҡа сәсле сөрәкә башын ике ҡуллап ҡарманы.
Һүҙ ҙә юҡ, зыңҡыһа зыңҡыйҙыр, кисәге көн бүлексә управляющийы яҙғы сәсеү эштәре ыңғай тамамланыу айҡанлы мәртәбәле, арҙаҡлы түрәләрҙе ҡунаҡҡа йыйған, тип ишетелә биреп ҡалғайны ауылда.
Әңгәмәгә тартым кәзекләшеү туҡтаны ошо урында, директор ҙа донъяла минең барлыҡты онотҡандай, янып барғанғалыр, ҡуш йоҙроҡ дәүмәле кәпәйгән ҡорһағын ыуҙы, һарғылт юшҡын ултырған графиндан бер яҡ ҡыры сатнап кителгән ҡырлы стаканға һыу ҡойоп ҡурҡылдатып йотто ла геүелдәтеп ҡәнәғәт кикергәндән һуң өҙөлгән фекер ебен ялғаны:
— Туғанлыҡ, әҡрәбәлек тағып ете-ятҡа һалығыңды һалма!
—Былай яттарға һалығыбыҙҙы һалғаныбыҙ юҡ һис ҡасан.
—Ары ла һалмағыҙ! Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, управляющий менән һөйләштем кисәге көн бүлексә кантурында. — Һуңғы һүҙгә баҫым яһап осрашыуҙарының рәсми шарттарҙа үткәнлегенә ышандырырға маташты. — Партия ойошмаһы секретары менән дә ауылда ҡалаһы йәштәр хаҡында кәңәш ҡороп алдым. — Тимәк, парторг та булған кисәге мәжлестә. — Беҙҙең, етәкселәрҙең тәҡдиме — имтихандарыңды тапшырып ҡулыңа дөкәминт алыу менән бүлексәгә төрлө эшкә сыҡ, өҫтөң дә бөтөн булыр, тамағың да туҡ, тигәндәй. Элгәре Зөфәр менән һөйләштем, ул малсылыҡҡа сыға, Фазылйән Юлдыбайҙағы курстарҙы бөтөрөп ҡайтһа тракторға ултыра, Гөлйыһан һауынға төшмәксе. Муйын булһа ҡамыт табыла ул, бара-тора һиңә лә тәғәйенен кейҙерербеҙ.— Сибайға барып ҡарарға ине бит әле уй…
— Ҡала ҡасмаҫ, хәҙер йәштәр ауылда ҡалырға тейеш, партияның директиваһы, Брежнев иптәштең фекере шундай! — Генераль секретарҙы яҡын әшнәһеләй күреп әйтте.— Әйткәндәй, Леонид Ильич һеҙҙең нисәнсе быуын ағайығыҙ әле ул?
— То есть как? — Аңламайыраҡ аңшайҙы ла төртмә телемдең айышына төшөнгәс сәсрәп китте. — Һин, малай аҡтығы, телеңә һалышма, йәме! Тулап аттың ҡасан тәртә һындырғанын күргәнең бар? Үҙеңде уратҡан мөхиттән сығып ҡасып булмай ул бер ҡасан да! Так что думай!
—Ҡасып булмағас, ризалашырмын, шай. — Ҡаршылашыуҙың һөҙөмтә килтермәүен һиҙемләп ыңғайға һыпырып ҡотолорға булдым. — Ҡалһам, мужыт, учетчик итерҙәр, ә?!
—Тырышып эшләһәң әгәр, мәгәр бригадир вазифаһына ынтылыу, бигерәк тә ҡырсылыҡ бригадиры булырға тырышыу һинең бейеклек түгел!
Бына ошондайыраҡ һөйләшеү булды директор янында. Кире класҡа инешләй әллә кимәлде үҫтереү уйынан, әллә уратҡан мөхиттән сығып ҡасырға теләп ирекһеҙҙән сәстәремде юғарыға тарта биреп ҡуйҙым.
Ҡалманым. Киттем. Ҡайҙа ғына йөрөлмәне, кемдәрҙе генә күрелмәне, уҡыйым, белем алам, тип асыҡтым да,туңдым да, йәбер ҙә күрҙем, ғәҙелһеҙлектәр ҙә кисерҙем, абынған-йығылған саҡтар ҙа булды. Ҡалҡам да теге саҡтағылай сәстәремде юғарыға тартып, барон Мюнхаузен ише ары атлайым. Арттан этеүсе әшнәләрем, яҡындарым, туған-тыумасам булмағас үҙ сәсемдән үҙемде көсөргәнеп тартып гелән юғарыға ынтылдым. Сәсемдән әле лә тартам, сал төшһә лә, йоҡарһа ла алай ҙа матҡып алырлыҡ сәстәрем бар!