АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
15 Ноябрь 2019, 12:44

Фәрештә, иблес…

Ғүмерем ҡурҡыныс аҫтында ҡалды, йәһәннәм өҫтөндә ҡылға эләгеп аҫылынып торам һымаҡ, ауырлыҡҡа сыҙамаған бармаҡ яҙылһа, төбөндә таштары күренеп ятҡан йылғаға осасаҡмын. Һынмаҫ имән ботағылай, яҙылмаҫ ҡорос ҡармаҡтай ҡатты сәтәкәй. Буҫтау шытырҙап йыртылғансы Мәүлиха юғарыға тартып алып өлгөрҙө һәм ыңғайы бер мине ҡосағына алып шарылдап илап та ебәрҙе...

Үҙәк бүлексәнең һауынсылар йәйләүе ул йылды ауылдан ике-өс саҡрымда ятҡан Һаҡмар буйындағы Әлмөхәмәт туғайына күсерелгәйне. Мәктәпте тамамлағандан һуң һауынсы булып эшкә төшкән өлкән апайыма ылғый тағылып шунда барам. Көнө буйы балыҡ ҡаптырыу, тәнең күгәреп ҡорошҡансы һыу инеү, ебәктәй йомшаҡ, тандыр мейестәй йылы ҡомда ҡыҙыныу, болонда яңы ҡыҙара башлаған ер еләктәрен сүпләү—үҙе бер ғүмер! Йәнә ҡаҙ бәпкәләрен күҙ уңынан ысҡындырмай байҡап тор, төйлөгән типмәһен, тип мыжып, аҙашҡан быҙауҙы эҙләп табып алып ҡайт, тип ыжып, һарыҡ, һыйыр көтөүен ҡаршыла, тип әйләнгән һайын иҫкәртеп теңкәгә тейеүсе лә юҡ. Һәммәһенә үҙең баш та, үҙең түш. Хөрриәт. Рәхәт. Кискеһен, эңер ҡараңғылығы төшөр алдынан эйәртенешеп ҡайтырға сығабыҙ, Аҡтау ҡаяһының ҡап уртаһынан соҡоп һалынған һырҙай тартылған Аҫҡы Юл тип аталған берләм һуҡмаҡ аша йөрөйбөҙ, ғәҙәттә. Шулай ҡулайыраҡ һәм турараҡ. Аҫҡы Юл тигәнең төпһөҙ упҡын өҫтөнән һалынған ҡылдай нәҙек сират күперенә оҡшаш - өҫкә ҡараһаң стеналай тура ҡалҡҡан ҡая, аҫта баш әйләндергес түбәндә тумалаҡ таштарға бәргеләнгәнгә шаршыланып Һаҡмар ағып ята. Ҡаршы яҡтан килеүсе берәйһе осраһа юл бүлешеүе үҙе бер ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Хәтәр ҡурҡыныс, һипһендергес унан аша үтеүе, мәгәр өйрәнгәнбеҙ, өйрәнгәс кәрәк һәм тейеш һымаҡ ҡабул итәбеҙ.
Апайым һауын мәшәҡәттәрен теүәлләгәндән һуң ҡайтырға йыйынып ҡына бөткәйнек, йәйләүҙә ҡуна ятып эшләгән Мәүлиха апай, ауылда ниндәйҙер йомошо барлығын иҫенә төшөрөп, беҙгә эйәрергә булып китте. Тотҡарлыҡһыҙ, һыпыра китһәң әллә күпме ара үтер ваҡыт ҡабалана белмәгән Мәүлиханың ығышыуын көтөп ултырҙыҡ. Ә ул үшән аттай онотҡанда бер баҫып төркөмөн һауып бөттө лә төпсөрләп һауыт-һабаһын йыуырға, фләгә-биҙрәләрен баһыу ҡаҙыҡтарына элергә тотоноп китте, шунан мөштөр ҡуҙғалып әйберҙәрен төйнәргә кереште. Бына, ниһайәт, юлландыҡ. Аҫҡы Юлдан аша үтер һуҡмаҡтан иң алдан мин юрғалайым, эҙҙәремә генә баҫып тиерлек Мәүлиха килә, арттан апайым төшкән. Юлыбыҙҙың ҡап яртыһына еткәс йүгерә-атлаған аяҡтарым һуҡмаҡҡа эйелеп үҫкән тубылғыға эләгеп һөрлөгөп киттем бер заман. “Ай!!.” Мәүлиха апай үҙе лә аңғармаған-абайламаған киҫкен хәрәкәт менән ҡулын минең арттан һонғайны сәтәкәй бармағы күлдәк яғама эләкте. Ғүмерем ҡурҡыныс аҫтында ҡалды, йәһәннәм өҫтөндә ҡылға эләгеп аҫылынып торам һымаҡ, ауырлыҡҡа сыҙамаған бармаҡ яҙылһа, төбөндә таштары күренеп ятҡан йылғаға осасаҡмын. Һынмаҫ имән ботағылай, яҙылмаҫ ҡорос ҡармаҡтай ҡатты сәтәкәй. Буҫтау шытырҙап йыртылғансы Мәүлиха юғарыға тартып алып өлгөрҙө һәм ыңғайы бер мине ҡосағына алып шарылдап илап та ебәрҙе: “Хоҙай араланы, ҡустым, әгәр ул мине артыңдан эйәртеп ебәрмәһә ни булыр ине икән?!.”
9-10 йәштәр самаһында ауыр сирләп киттем, участка дауаханаһында ятыу ҙа, районға барып күренеү ҙә файҙа килтермәне. Сәләмәтлегем насарланған-насарлана ғына бара. Бер көн беҙгә участка дауаханаһының фельдшеры килеп инде: - Райондағы терапевты күреп һөйләштем, балаға ҡиммәтле дарыу кәрәк икән, апай, аҡса таба алаһығыҙмы?- Берҙән-бер һыйырыбыҙҙы, кәрәк икән яҫтаныр яҫтығыбыҙҙы һатырға ризамын, төҙәлһен генә…
- Улайһа алдағы аҙнала, Өфөгә курсҡа саҡырҙылар, теге, район үҙәгендә булмаған дауаны хәстәрләп алып ҡайтырмын…
Сания апайҙың ҡайтырын дүрт күҙ менән өмөтләнеп көтә башланыҡ, ә ул сабырһыҙланыуыбыҙҙы ҡайҙан ғына белһен инде?! Ул саҡта ауылыбыҙ тарафына ҡырсынташ юл һалынмағайны әле; йәй көнө һары мәтеһе әйләнеп ятҡан, күләүектәре эркелгән ат һуҡмағынан бата-сума йөрөйҙәр, ә ҡыш көндәре беҙҙең шарттарҙа иң ҡулай ылау —ҙур ағас сана тағылған сылбырлы трактор. Ултырыр ерҙәренә һалам түшәп, толоптарын кейеп алалар ҙа китәләр 30-40 саҡрымда ятҡан район үҙәгенә, бер көндә йомошто йомошлау ҡайҙа, иртәгеһен төн уртаһында ғына өшөп-туңып ҡайтып инәләр. Тышта күҙ асҡыһыҙ февраль бураны ҡотора, ыжғыр ел мөрйә буйына инеп олой, епшек ҡарҙы шыптырҙатып өй стенаһына килтереп һылай.Ҡыш менән яҙ талашҡан бындай ғәрәсәттә яҡшы хужа этен тышҡа сығармаҫ. Мейес артындағы өй сиңерткәһе сарғаланыуынан арыпмылыр шымтайып ҡалған. Ятам дауыл ҡоторғанын тыңлап, баш осома эленгән, төн оҙоно ләүкеп янған шәм кәрәсине кәмегәнгә елп-елп килеп бына-бына һүнер хәлдә. Ояһына боҫҡан Һалбырғолаҡ көтмәгәндә уҫал итеп түгел, ҡыуанғандай сыйнап абалап ебәрҙе, тимәк, дошманды түгел – дуҫты, беҙгә яҡын кешене ҡаршы ала. Уңғансы тәҙрә ҡаҡтылар. Был ни ғиллә, ышанғы ла килмәй, тупһа ауыҙында кейеменә ҡар һырыған Сания апай пәйҙә булды:
—Яңы ғына ҡайтып төштөм, барыһын да таптым, теүәлләнем, тегендәге профессор менән дә кәңәшләштем, дауалауҙы хәҙер үк башлайыҡ, иртәгәге көндә ни булырын кем белә?
Шулай итеп алып ҡалды Сания апай мине әжәлдән әрсәләп…
Армияла алыҫ Калининград өлкәһенең Озерск ҡалаһында хеҙмәт иттем. Шулай, биш ай барышында сержант мәктәбендә уҡып йөрөгәндә мине өсөнсө рота командиры саҡыртып алды. Бойороҡтоң сәбәбен әлегә белмәгәнгә, бер аҙ ғәжәпкә ҡалып киттем барырға ҡушылған ергә. Инерҙән алда бил ҡайышын тартып рәткә килтерҙем, бер аҙ ҡырын һалынған пилотканы төҙәтеп кейҙем, былай ҙа ялт итеп торған кирза итектәргә ҡараш аттым. Ҡаршы яҡ стенаһына маршал погондары беркетелгән хәрби кейеменә орден-миҙалдар таҡҡан КПСС-тың генераль секретарының төҫлө фотоһы беркетелгән кабинет түрендә ҡарағусҡыл йөҙлө, тәбәнәк буйлы, аҡыллы ҡарашлы майор ултыра. Ошоғаса мин уны фәҡәт йыраҡтан ғына күрә инем, уның беҙҙең яҡтан икәнле хаҡында ла сала-сарпы ишеткеләнем, мәгәр һис ҡасан яҡынлап аралашҡаным булманы.
- Разрешите войти, товариш майор?!
- Разрешаю!
- Товарищ майор, курсант первой роты рядовой Тапаков по вашему приказанию
прибыл!
- Приказывать тебе не имею права, у тебя есть непосредственный начальник, коман-дир роты майор Солдатенко, я тебя просто пригласил для беседы, если уж пригласил, садись вот сюда! - Эйәге менән ымлап эргәһенән урын күрһәтте.
- В свою очередь я тоже не имею права сидеть перед старшим по воинскому званию, поэтому прошу вашего разрешения, товариш майор, остаться перед вами по стойке смирно?!
- Ах, вот как!? Вижу, тебя основательно учили, штудировали по Уставу. Ну, что, если тебе так удобно - стой, стой в порядке смирно! - Был илтифатһыҙ ғына ҡул һелтәне лә ары дауам итте. - Как мне известно, ты из Башкортостана, опиши, пожалуйста, какие они, башкирские кони?
Юғалып ҡалдым, алыҫ Балтик буйындағы хәрби часкә нимәгә кәрәкте икән башҡорт аттары? Шулай ҙа үҙемде ҡулға алып өлгөрөп хәрбиҙәрсә сатнатып яуап бирҙем:
- Если дошли до самого Парижа, значит, терпеливые, выносливые, во всех отношениях!
- Добавь - неприхотливые, физически крепкие, верные! Раньше конь и джигит и в
мирное время, и во время военных действий были неразлучны. А теперь про лошадей незаслуженно стали забывать. А зря! Когда я был начальником заставы на Кавказе, у меня была лошадь, красивый, высокий жребец, понимающий человеческий язык. Сколько раз он выручил меня в трудных ситуациях! Не сосчитать! Вот такая история. - Хәтирәләр ебен һүтеп онотолғандай итте лә әңгәмә ағышына әйләнеп ҡайтты. - Вы пока рядовой, но через месяц, после сдачи экзаменов вам присвоят звания младший сержант. Где хочешь служить дальше?
- Куда направят, товариш майор, я солдат, как известно, приказ не обсуждается!
- Если я приглашу тебя? Командиром отделения! Придешь? Собираю в табун исполнительных, честных, добросовестных башкирских коней! - Көтмәгәндә аптырауға һалып саф башҡортсаға күсте. - Мин бит сығышым менән Йылайыр районы Юлдыбай ауылынанмын. Айытҡолов Мөхтәр Зәйнетдин улы булам. “Личное дело”ғыҙ менән таныштым, һеҙ Һабырҙан икән, ә ул ауыл урман яғына ҡарай беҙҙән ҡырҡ саҡрымда ята…
Артабанғы яҙмышым хәл ителде, уҡыу үҙәгендә ҡалдым. Яйы сығыу менән Айытҡолов мине үҙенә саҡырта ла рәхәтләнеп, оло ләззәт алып, Башҡортостандың тәбиғәтен иҫкә төшөрөп, уның әҙәбиәте, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында телдең тәмен, ҡәҙерен ебәрмәй саф башҡортса һөйләшергә керешәбеҙ. Ул миндә булған тел байлығын ярата, юғары баһалай ине, ошоғаса таныш түгел берәй һүҙ ишетһә телен шартлата, күҙҙәре мөғжизә күргәндәй янып китә лә блокнотын сығара һала. Икенсе осрашҡанда инде әңгәмәгә теге саҡ ишеткәнен мотлаҡ ҡыҫтыра, ана шунан оло ҡыуаныс, кинәнес ала. Отпускынан ҡымыҙ, ҡабырғалы ҡаҙы, бал, ҡаты ҡорот, талҡан алып барып оло табын ҡороп ебәрҙек, йырлашып та алдыҡ.
Мөхтәр ағай миңә алыҫ, ят өлкәлә бер юлы командир ҙа, кәңәшләшер, ярҙам итер яҡыным да, ағай ҙа булды.
Был донъяла кеше береһе икенсеһенә осраҡлы тап булмай. Быныһы бәхәсһеҙ! Ул йә фәрештә, йә иблес сүрәтендә килә. Тормошомда миңә гел генә фәрештәләр осрап торҙо, оҙатып йөрөнө, ҡотҡарҙы, һаҡланы, ҡурсыны, ауыр мәлдә ярҙам ҡулын һондо. Бәлки хас иблестәр ҙә барыр һуҡмағымды ҡыйғандыр, аяҡ салғандыр, кем белә, мәгәр улары хәтерҙә ҡалмаған…
Берәйһе менән танышҡанда башыма иң беренсе шундай уй төшә: “Ниндәйерәк фиғел-дә миңә яҡынланың әле, кеше, ниәттәрең яҡшымы, күңелең яҡтымы, ҡылыр ғәмәлдәрең изгеме? Һәм мин үҙ сиратымда һиңә кем булырмын?!. Фәрештәгә олғашыр һәм тиңләшер холҡом юҡ юҡлыҡҡа, мәгәр ыңғай яҡтан хәтереңдә уйылып ҡалырға тырышырмын…”
Читайте нас: