АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
17 Октябрь 2019, 16:45

Ҙур кеше, бура һәм еҙ самауыр…

Төпкөл төбәктең иң төбөндә урынлашҡан Ишбирҙе ауылына ҙур сараға саҡырҙылар. Юлға сыҡтыҡ. Инмәле-сыҡмалы соҡор юлдағы күлбеп ятҡан күләүектәргә сума торғас аҡ төҫтәге машинабыҙ тиҙҙән ҡараға әүерелде. Уның ҡарауы ҡойоп яуған ямғырҙан һуң тирә-яҡ яңы төҫтәрен балҡыта. Ирәүән тынлыҡ. Тәбиғәт шулайтып таҙарынып, йыуынып, еүеш тәнен “әбейҙәр сыуағы” һөлгөһө менән ҡоротор ҙа тиҙҙән ҡышҡы йоҡоға талыр. “Һәр тәлмәрйен үҙ ҡойоһон маҡтай”, тигәндәй, ауыл малайы булараҡ йәнемә гелән төпкөл йәшәйеше яҡын, ҡәҙерле, шуғалырмы юл ҡырында өйкөлөшкән сауҡалар, алыҫта йәшәреп күренгән ҡарағай урманы, болон-ҡырҙар күптән күргән-белгән, аралашып йәшәгән таныштарҙай. Уҙған йыл Йылым ауылына барып, ул ауылды яратып, шунда йәшәгән халыҡҡа хөрмәтем артып ҡайтҡайным. Ә Ишберҙелә бер тапҡыр ҙа булырға тура килмәне, мәгәр уның күркәм икәнлеген ошоғаса күрмәһәм-белмәһәм дә уның мотлаҡ шулай икәнлегенә алдан инандым, сөнки ике ауыл бер йомортҡанан яралған игеҙҙәрҙәй йәнәш урынлашҡан. Игеҙ һыңарының йәмһеҙ, күрмәлекһеҙ булыуы мөмкинме тағы?!

Ауылға индек. Сара башланырҙан алда түң башына баҫып түбәндә ятҡан ауылға ҡараш аттым. Емерелгән, йығылған, ҡыйшайған нәмәләр күҙгә салынманы, өйҙәре көлөп тора, ихаталары иркен. Ялан кәртә тултырып бесән өйгәндәр, тимәк мал-тыуарҙары күп, иркен, байман йәшәйҙәр.
Эргәмә 7-8 йәштәр самаһындағы ир бала килде лә күрешергә үрелде:
--Һаумы! Һине ҙур кеше тиҙәр!
--Кем улай ти инде?
Үҙен хужалай иркен тотҡан яңы танышым бина яғына ымланы:
--Колоптағылар!
--Улар саҡ ҡына яңылышҡандар, мин ҙур кеше түгел, оло кеше, әгәр теләһәң, әйҙә,
тиңдәш булайыҡ! - Йөгөнөкләгәс һорай ҡуйҙым. - Ни эш бөтөрәһең әлеге мәлдә?
--Эшләйем тиһәң ауылда эш етерлек у!
--Тимәк, ошо ерҙә бар хәстәрҙәреңде, мәшәҡәттәреңде, урын-еренә еткереп килә ятыуың!
--Еткереү ҡайҙа, әле генә башлап торам әле!
--Улайһа эш кешеһен тотҡарламайым. Һау бул! - Ҡулымды һондом.
Малай китә бирҙе лә кире ҡайырылды:
--Ҙур кеше булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
--Билдәле инде, уҡырға!
--Ә ауылдан китмәй генә ҙур кеше булып буламы?
--Була! Ҙур, һәммәһенә кәрәк кеше генә ауылды ҙурайта ул!
Клубҡа индем. Халыҡ күп йыйылған. Күрше ауылдан да килгәндәр. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының көнөн билдәләйҙәр икән. Гүзәл заттар күҙҙең яуын алырлыҡ милли кейемдәр кейеп алған. Күргәҙмәгә уларҙың ҡул эштәре, аш-һыу теҙелгән. Кисә ябайлығы, ихласлығы, яһалмалылыҡтан азат булыуы менән алдырҙы, урынлы, аҡыллы сығыштар концерт номерҙарына үрелеп барҙы, халыҡ йырҙары яңғыраны, мөнәжәт әйтелде, бейенеләр ҙә. Кисәнең иң йәмле, хәтерҙә ҡалыр өлөшө - урман эштәре менән шөғөлләнеүсе уҙамандың сәхнәгә сығарып бер нисә йәш ғаиләгә өйлөк ағас бүләк итеүе булғандыр. Бына бит ул йомартлыҡ, әйтер инем аҡыллы йомартлыҡ!
Ә сәй табыны әҙерләнгән ерҙең түренә боҫорап торған еҙ самауыр ҡунаҡлағайны.
Кисә аҙағында биләмә башлығы менән әңгәмәләшеп алдыҡ:
--“Сәләмәт ауыл” ярышында ҡатнашабыҙ, ағай…
--Ауылығыҙ ҙа, халҡығыҙ ҙа сәләмәт бит, еңерһегеҙ!
--Белмәйем шул, уның положениеһы үтә ҡатмарлы.
Ябай ул тормош тигәнең, барҙың ҡәҙерен белеп, һаҡлап көн итһәң ябай һәм аңлайышлы. Ауыл йәшәһен һәм сәләмәт булһын өсөн өс кенә шарт кәрәк минеңсә - ауылды тотоп торған ҙур кеше, өй күтәреүсе ғаилә һәм… хәмер урынына түргә ҡунаҡлаған ҡояштай еҙ самауыр!
Ҡайтырға сыҡтыҡ. Беҙҙе сәхнәнән яңғыраған халыҡ йыры оҙата килә төҫлө:
“Йырлап йәшәүҙәре бер ғүмер…”
Читайте нас: