Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
8 Октябрь 2019, 10:59

БЕҘ АУЫЛДА ӨСӘҮ ИНЕК...

Әгәр абайлабыраҡ ян-тирәбеҙҙе байҡаһаҡ, ҡаңғырып йөрөгән яңғыҙаҡтар көн¬дән-көн ишәйә түгелме? Халҡы ҡырмыҫҡа иләүендәй мыжғыған ҙур ҡалаларҙа улар, тәбиғи, күҙгә салына һалып бармай-барыуға, ә бына ауыл һиллегендә башты йәмһеҙләгән кеймә* таҙ, күҙгә төшөп ҡырып йонсотҡан сүп тиерһең, билләһи.

БЕҘ АУЫЛДА ӨСӘҮ ИНЕК...
(Тамара Ғәниеваның ир-ат хаҡында әйткән фекеренә ҡушылып)
Беҙ ауылда өсәү инек,
Өсәүләп эсә инек...
Был йыр беҙҙең яҡтарҙа киң таралған һәм уны башлыса буйҙаҡтар йырла-ғанғамы, хәтерем яңылышмаһа, уны ”Буйҙаҡтар йыры” тип атайҙар, буғай.
Тел төбөмдө, кинәйәмдең әтнәкәһен аңлағанһығыҙҙыр, әйтерем— буйҙаҡтар һәм буйҙаҡлыҡ хаҡында. Ҡатмарлы көнитмешебеҙҙә унан башҡа хәсрәт бөткәнме,тиер бәғзе берәү. Бәхәсһеҙ, мәгәр буйҙаҡлыҡ та башҡа проблемаларға үрелеп йәмғиәтебеҙҙе солғап ала бара һәм ул да кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән көнүҙәк мәсьәлә. Бер ваҡытта ла “таҙа” проблема булмай: ниндәйҙер етешһеҙлек икенсеһен тыуҙыра, осраҡлы күренгән хилафлыҡ яңы баш ауырыуын өҫтәй. “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә” тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар.
Эскелек, наркомания, илде баҫып килгән СПИД хаҡында күп һөйләйҙәр телевидение аша, даими яҙалар гәзиттәрҙә, ҡара афәттәрҙән арыныу, уларҙы иҫкәртеү юлдарын күрһәтеп, саң ҡағалар төрлө тарафтарҙа. Эйе, илебеҙ ерлегенә тәрән тамыр ебәргән “яман шештәр”ҙән тиҙ генә ҡотолормон тимә. Тыумыштан шулай тәрбиәләнгәнбеҙ, аңыбыҙға көсләп һеңдерелгән, йәнәһе лә юғарыла атап үткән сирҙәр ҡайҙалыр ситтә ҡотора, беҙҙә түгел, беҙҙә ни һәр ваҡыттағыса бөтәһе лә ал да гөл. Тағы ни өҫтәмәк әйтелгәндәргә—күп осраҡта башын ҡомға йәшергән дөйәғоштай ҡыланабыҙ шунда. Ошо ағыш менән барһа, кисекмәҫтән радикаль саралар күрелмәһә, ике-өс тиҫтә йылдан дәүләт булараҡ Ер ша-ры картаһынан юйылып ташланасағыбыҙ, юҡҡа сығасағыбыҙ көн кеүек асыҡ. Бына ошо глобаль проблемалар араһында буйҙаҡлыҡ тәү ҡарашта һәммәбеҙ өсөн зыянһыҙ етешһеҙлек һымаҡ ҡына күренә. Шулай микән? Ай-һай...
Әгәр абайлабыраҡ ян-тирәбеҙҙе байҡаһаҡ, ҡаңғырып йөрөгән яңғыҙаҡтар көн¬дән-көн ишәйә түгелме? Халҡы ҡырмыҫҡа иләүендәй мыжғыған ҙур ҡалаларҙа улар, тәбиғи, күҙгә салына һалып бармай-барыуға, ә бына ауыл һиллегендә башты йәмһеҙләгән кеймә* таҙ, күҙгә төшөп ҡырып йонсотҡан сүп тиерһең, билләһи.
Әле яңыраҡ ҡына 30-40 өйлөк кенә ауылда 40-лап егеттең өйләнмәй йөрөүен ишетеп, иҫем китте. “Беҙҙә яңғыҙаҡтар эт өйөрөләй ул”, тип көлгән булды ауылдаштары. Республикабыҙҙағы ҙур ҡасабаларҙы иҫәпләй китһәң, осона сығырмын тимә, ә уртансыраҡтарының, бигерәк тә бәләкәстәренең һаны бихисап. Ошонан һуң шул ауылдарҙа көн иткән “өйөрҙәрҙе” бергә ҡуш инде. Оло яу ҡайтарырлыҡ ғәскәр йыйыла ла баһа! Ана шул тинтәкләнеп, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй аптыранып йөрөгән түлһеҙ ғәскәрҙе күреп, эс һыҙа. Тыуған еренә хужа булып, ата-олатайҙарының нигеҙен ҡоротмай донъя көтөрлөк күпме ир-ат әрәмгә үткәрә ғүмерен.
Ошо ерҙә күп ҡатын алыу-алмау дилеммаһын ҡалҡытып, уның көн ҡаҙағына һуҡҡан мөһимлеген иҫбатларға маташҡан юғарылағы, халыҡ вәкиле депутаттарға ҡарайһың да көлкө килеп китә ҡайһы саҡ. Ярай, күп ҡатын алыуҙы рөхсәт иткән закон да ҡабул иттек икән, ти. Һуң, уның менән нимәне үҙгәртә алабыҙ? Теге ғәскәр кемуҙарҙан, ең һыҙғанып, законды тормошҡа ашырырға тотоноп китмәҫ бит. Йәшерен-батырын түгел, өйләнгәндәренең әле хәләл ҡатының, балаларын әҙәмсә көн иттерер рәттәре юҡ. Ҡысҡырғы килә: әйҙәгеҙ, ағай-эне, өй тултырып ҡатын алып шәплегебеҙҙе күрһәтмәйек, аҙашып йөрөгән яҙмыштарҙы табыштырып-ҡауыштырып, йә булмаһа ошо юҫыҡта нимә лә булһа ҡылып, игелек эшләйек. Уларҙың яҙ¬мыш¬тары күптән хәл ителгән, тиерһегеҙ, бәлки? Ул сағында һис юғында,үҫеп килгән быуынды шул буйҙаҡлыҡтан ҡурсалайыҡ.
Буйҙаҡтарҙың бөгөнгө кимәлен күрәһең дә ер тишегенә инерҙәй булып оялаһың: эске донъялары шул тиклем дә тар, бөләңгерт, юғарыға ынтылыуҙары ла “тауыҡ осҡан” бейеклектән ары китмәгән. Ҡайҙа ғәйеп булды баш әйләндергес бейеклекте үҙ иткән сая бөркөттәр?!
Буйҙаҡлыҡ ҡайҙан башлана, тигән һорауға шулайыраҡ яуап бирер инем: ғаиләлә башлана, ары мәктәптә дауам итә. Башта—ғаилә хаҡында.Яҙмыштың башы, йәшәүҙең сығанағы ул ғаилә. Бала унда нимә күреп үҫә, тормошта ла шуны ҡабатлай. Рафаэлло Джованьолиҙың “Спартак” китабындағы эпизод хәтергә төштө. Ундағы ғәскәр башлыҡтары малайҙарҙы буласаҡ һуғышсы итеп тәрбиәләгәндә ҡурҡыу хисен, ауыртыуҙы еңергә өйрәтә, һәм, һуңғы сиктә, барыбер маҡсаттарына өлгәшә. Бының менән шуны әйтмәксемен: бәләкәйҙән ир баланың күңеленә лидерлыҡ, яуаплылыҡ, ауырлыҡтар алдында бирешмәүсәнлек тойғоларын һеңдерһәк, үҫкәс тә ошо сифаттар юғалып ҡалмаҫ ине, моғайын.
Ғаилә—дәүләттең бәләкәй генә бер күҙәнәге, йәғни автоном күҙәнәге. Илгә башлыҡ—Президент кәрәк булған кеүек, һәр ғаиләгә лә хужа кәрәк (донъя йөгөн тигеҙ тартабыҙ, тип шапырыныуҙар буш хәбәр). Ҡулдарҙағы бармаҡтар ҙа тигеҙ булмай, ғаиләләге тигеҙлек тә сағыштырмаса. Тормош ҡороуҙарҙың беренсе көнөнән үк беҙҙең һәлкәү, булдыҡһыҙ ирҙәр (бөтә ирҙәр ҙә булдыҡһыҙ, йүнһеҙ икән,тип уйлай күрмәгеҙ, бында мин бөгөнгө заман тыуҙырған ҡатыншалар* хаҡында әйтәм) үҙ теләктәре менән хужалыҡ дилбегәһен ҡатындарына тоттора, ауыр до¬нъя йөгөн уларҙың сибек иңенә ауҙара (ошо ерҙә ҡатын-ҡыҙ теләйме ул юҡмы, ирҙәүкәгә** әүерелергә мәжбүр) Сәбәбе ябай—теге ир йораты бер нимә өсөн дә яуап бирмәй, ошолайтып ышыҡта ултырыуы, әҙергә бәҙер булыуы күпкә мәшәҡәтһеҙерәк.
Минең бик алыҫ сыбыҡ осо ағай тейеш кешем бар. Унан нимә генә һораһаң да бер яуапты ишетәһең: ана, еңгәңдән һора! Хатта теге шундай кимәлгә барып еткән, балаларының нисәнсе синыфта уҡығанын да белмәй, кеҫәһендәге шырпы-тәмәкеһенә тиклем хужалығы юҡ, уларҙы ҡатыны алып бирә. Әңгәмә мәлендә лә ярып-бесеп еңгәй һөйләй, ағайым ризалашып башын ғына һелкә... Ундайҙар бер ул ғына тиһеңме! Бына бит замана ирҙәренең зәғиф психологияһы, ғаиләлә тотҡан урыны!
Боламыҡ ир-аттың буйҙаҡтарҙа ниндәй ниндәй ҡатнашы бар, тимәксеһегеҙме? Бар шул, туранан-тура бар. “Атайҙан күргән – уҡ юнған”, тигән мәҡәлде онотмайыҡ әле. Ошондай атайҙа тәрбиәләнгән малай һис ҡасан да ҡыҙ кешене һаҡлаусы һәм яҡлаусы була алмаясаҡ, хистәрен гүзәл заттарға башлап белдереп өйләнергә тәҡдим яһамаясаҡ. Әгәр берәй ҡыйыуыраҡ ҡыҙ үҙенә өйләндереп ҡуймаһа...
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ирҙәүкәлегендә беҙ, ирҙәр, ғәйепле. Ауыр эш ҡатымыҡлыҡты талап итә, ҡырыҫлыҡ та, һалҡынлыҡ та көн һайын тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ хәстәр касафаты. Йылмайып-көлөргә, үҙҙәрен наҙлы-нәзәкәтле итеп хис итергә ваҡыттары ҡалмай ҡатындарыбыҙҙың. Нимә генә ҡылһындар инде улар, ирҙәре була тороп, “кәпәс” кейергә мәжбүрҙәр. Нисек тә донъя көтөргә кәрәк тәһә.
Ҡатын-ҡыҙҙар һеҙгә лә “көсһөҙлөгөгөҙҙө” йыш ҡына күрһәтеп алыу урынлы булыр ине. Ир кешене ғаиләлә хужа итеп күрә белеү ҙә ҙур эш. “Атайың ҡушты”, “Атайың әйткәс”, “Атайыңдың һүҙе һүҙ” тигәнерәк күтәрмәләүҙәр хужабикәләр тарафынан күберәк әйтелһә һәм йышыраҡ ҡабатланһа, көслө зат һәр осраҡта ла беренсе урынға ҡуйылһа, бәлки, ҡыйыуланып китер ине беҙҙең халыҡ.
Тыуған ауылымда Нәғимә исемле инәй йәшәне, туҡһанын тултырып гүр эйәһе булды. Шул инәйҙең бер генә ирҙең дә юлын ҡыйып үткәнен хәтерләмәйем. Олпат аҡһаҡалмы ҡаршыһында, әллә яңы ғына тәпәй баҫҡан ир баламы, сәләмләп иң тәүҙә уларҙы үткәрә лә ары китә. Ҡыҙыҡ тойола ине уның ҡылығы, әле килеп аңланым, ир-егеткә ҡарата ни тиклем хөрмәт, ололау, ҙурлау ятҡан икән ил инәһенең күңелендә. Мейебеҙгә һеңешкән ҡатын-ҡыҙға юл биреү, ишектән алдан сығарыу кеүегерәк этик нормаларҙы боҙорға саҡырмайым, аҡыллыға ишара булараҡ ҡына әйтеүем. Тағы бер миҫал. Мин үҙем атайһыҙ үҫтем, шуғалырмы, донъя йөгөнә бәләкәйҙән егелдем. Ниндәй генә ҡунаҡ килһә лә, ҡаршы сығып ҡапҡа асырға, аттарын туғарырға, килеүселәрҙе өйгә әйҙүкләргә тейеш инем. Әсәйем эш хаҡы алһа, урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, аҡсаны икәүләп кәрәк-яраҡтарға бүлә торғайныҡ. Һуңынан әсәйемдән аҙым һайын аҡса даулау башыма ла инеп сыҡманы,сөнки килем күҙ алдында бүленде бит. Йәнә, ун бер йәшем тулыр-тулмаҫтан үҙаллы бесән саптым, мал-тыуар өсөн яуаплылыҡ тулыһы менән минең өҫтә ине. Ә ул шөғөлдәр ниндәй таҫыллыҡ талап итеүен ауылда йәшәгәндәр генә белә. Бөтә көндәлек мәшәҡәттәрҙе ышанып ҡушҡан, уларҙа ҡатнаштырған әсәйемдең ни тиклем аҡыллы педагогик алым ҡулланыуын ир ҡорона ингәс кенә төшөндөм.
Әйҙәгеҙ, ғаиләнән аҙаҡ мәктәптәге хәлдәргә күҙ һалайыҡ, һуңғараҡ уҡытыу-тәрбиә системаһына күсербеҙ. Үҫмерҙең йәненә буйҙаҡлыҡ орлоғо шул, уҡытыу-тәрбиә йорттарында һалына башлай минеңсә. Яңы айтай баҫҡан ир баланы балалар баҡсаһында тәрбиәсе ҡатын-ҡыҙ ҡаршы ала, эстафетаны башланғыс синыфтағы ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы ҡабул итеп урта, өлкән төркөмгә тапшыра. Шулай итеп малайҙы баштан алып мәктәпте бөтөп сыҡҡансы ҡатын-ҡыҙ уҡытыусы тәрбиәләй. Бәхәс юҡ, улар араһында үҙ эштәрен тәрәндән белгән алдынғылар ҙа, атҡаҙанғандар ҙа етерлек. Мин уларҙың баҡсаһына таш ырғытырға йыйынмайым, ошо урында шуны ғына әйтмәксемен, ир баланың күңеленә мәктәп йылдарында уҡ ҡатын-ҡыҙ психологияһы тыңҡыслап тултырыла, үҙ теләгенән тыш үҫмер уларса фекерләргә, тормошҡа уларса ҡарарға өйрәнә. Шунан аҙаҡ ғаиләлә “балабыҙ әллә кемгә оҡшаған”, тип бот сапҡан булабыҙ, билдәле инде, сәбәбен алыҫтан эҙләйһе түгел.
Хәҙер уҡытыу-тәрбиә системаһына туҡталайыҡ. Һис һүҙһеҙ реформа талап итә заман мәктәбе. Миңә ҡалһа иҫкергән уҡыу программаһын ҡабартып, уҡытыуҙы 11 йылға һуҙыу түгел, уны 10 йылға ҡалдырып, йөкмәткеһен, сифатын үҙгәртеү зарур (уҡытыу ни өсөн 11йыл икәнлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла, үҫмерҙе урамға сығарып ебәргәнсе, исмаһам бер йыл булһа ла күҙәтеү аҫтында мәктәптә йөрөһөн!) Был тема айырым бәхәскә этәрә. Ә беҙҙең төп һөйләшеүҙе дауам иткәндә, малайҙарҙы айырым, ҡыҙҙарҙы айырым уҡытыу маҡсатҡа ярашлы. Был минең уҡытыусы булараҡ оҙаҡ йылдар күҙәтеүҙәрем һығымтаһы, шәхси инаныуым. Хәтерләгеҙ, 20 быуат башында, революцияға тиклем, шундай тәртип булған, ир балаларға белемде мулла биргән, ҡыҙҙар абыстайҙа уҡыған, ҡалаларҙа ҡыҙҙар гимназиялары, кадет мәктәптәре эшләгән. Төптән уйлап, алға ҡарап эш иткәндәр бит беҙҙең ата-бабалар!
Әле килеп, ул осорҙағы ир-арыҫландарының ғәййәрлегенә аптырап ғәжәпләнгән булабыҙ.Сере ябай: ир баланы ғаиләлә генә түгел, мәктәптә лә ир кеше тәрбиәләргә тейеш. Әгәр иғтибар итһәгеҙ, балалар хеҙмәт, физкультура дәрестәренә ынтылып бара. Еңел дәрес булғанғамы икән? Юҡ. Ир-егеттәр уҡытҡанға шулай итә балалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусыларҙы аралаштырып (малайҙарҙың ҡолағынан һөйрәп тиерлек ҡыҙҙар менән ултыртып) белем биреү бәләнең башы ғына әле,төп бәлә—мәктәпте тотошлайы менән ҡатын-ҡыҙҙар баҫып алып бара. Ир ҡулы, ир аҡылы етмәй бөгөнгө мәктәпкә. Ир-аттың уҡытыуҙы һайламауының сәбәбе ябай тәү ҡарашта, аңлашыла ла, эш хаҡы үтә лә түбән бөгөнгө мәктәптәрҙә. Ошо барыш менән барһа биш-алты йылдан мәктәп уҡытыусыларға ҡытлыҡ кисерә башлаясаҡ, был һөнәрҙе ир-егеттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һайламаясаҡ. Бына ҡайҙа бара эштәр...
Аралаштырып уҡытыуҙың зыянын дәлилләп шуны әйтмәксемен: ҡайһы ғына синыфҡа барып инһәң дә, иң алғы рәттә кем ултыра? Ҡыҙ бала! Синыфта кем башлыҡ? Әлбиттә ул! Башҡа йәмәғәт эштәрендә лә шул уҡ хәл күҙәтелә, өҫтәүенә синыф етәксеһе итеп яңы ғына институт бөтөрөп килгән кисәге талибә тәғәйенләнһә, эштәр тағы ла хөртөрәк. Йәш уҡытыусы әлбиттә беренсе көндән үк үҙ тирәһенә әхирәтлеккә синыф ҡыҙҙарын туплаясаҡ, малайҙар өҫтөнән бойороҡтар бирергә тотонасаҡ. Башта, малайҙар, протест йөҙөнән ҡаршылашып маташасаҡ әлбиттә, мәгәр “тәртипһеҙҙәрҙе” тиҙ аҡылға ултыртасаҡ шул уҡ ҡатын директор. Бының ошолай булыры көн кеүек асыҡ. Шулай итеп буласаҡ ға-илә тотҡалары мөйөшкә ҡыҫырыҡлана. Тора бара ҡыҙҙар артына боҫоу күп малайҙарға оҡшап та ҡала, ышыҡ урын даһа, бер ни өсөн дә көс сарыф итәһе түгел, барыһына, ана, алда ултырған ҡыҙҙар яуап бирһен! “Ышыҡ урын” психологияһы малайҙарҙы дәрестәрҙә мыҡымға, башҡа урындарҙа ҡыйыуһыҙ ситенгә әүерелдерә. Һуңғы синыфта һуң! Акселерация емештәре, өлгөрөп еткән ҡыҙҙар эргәләрендәге “әрпеш өйрәк бәпкәләре”нә юғарынан, түбәнһетеп ҡарайҙар, үҙҙәренән күпкә өлкәнерәктәргә ҡаш һикертәләр, уларға һырынырға әҙерҙәр. Беҙҙең милләт егеттәре булһалар ҡана ла һуң, ҡырыҫ, уҫал көньяҡ егеттәрен һайлайҙар. Быныһы ла ысынбарлыҡҡа тап килә—ҡыҙҙар нишләп кенә ҡылыҡ-фиғел йәһәтенән үҙҙәренә тартымды иш итһендәр инде, улар көслө, ғорур, хатта ҡайһылыр кимәлдә тупаҫтарға буйһонорға яраталар. Физкультура дәрестәренә әҙерләнеп өҫ кейемдәрен алыштырғанда ҡыҙҙар күп осраҡта эске кейемдәрен дә йәшереп маташмай, малайҙары алдында асыҡтан-асыҡ ҡыланалар, йәнәһе һеҙҙән йәшерер ерҙәребеҙ юҡ, һеҙ беҙгә бар ни ҙә, юҡ ни! Был түбәнһетеүме? Һис һүҙһеҙ. Шулай итеп, үҫмер егеттең күңеленә мәктәп партаһының артында уҡ кәмһенеү, етлекмәгәнлек комплексы һалына. Бынан бер нисә йыл элек Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге лицейында малайҙар айырым уҡытыла торғайны. Уҡытыусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда был малайҙар уҡыуҙа ла ал бирмәгәндәр, тәртип йәһәтенән дә итәғәтле булғандар, хатта ки үҙҙәрен тотоу, ҡыҙҙарға ихтирамлыҡ күрһәтеү яғынан да (рыцарлыҡ) өлгө булып торғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бөгөн ундай синыфтар бөтөрөлгән икән, сәбәбе—мәктәптәрҙә барған оптималләштереү компанияһы (ташҡа үлсәйем, терминды ла уйлап тапҡандар бит әле, малға силос бүләләрме ни, мәктәптәрҙең көнитмешен ваҡлайҙар, болғайҙар ғына). Малайҙарҙы ҡыҙҙарҙы бер-береһенән бөтөнләй айырыу тураһында һүҙ алып бармайым. Аллам һаҡлаһын! Бөгөнгө көрсөк заманда айырым гимназиялар асыу ҙа мөмкин булмаған эш. Ә бына,Рамазан Өмөтбаев лицейының әле һүнеп ҡалған матур башланғысын дауам итеп параллель синыфтар булдырыуға артыҡ сығымдар кәрәкмәҫ ине. Юғиһә, ҡайһы саҡ малайҙарға еткерә торған һүҙҙәрҙе әйтә алмай тартынаһың. Ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар ҙа ҡыҙҙары менән айырым һөйләшергә урын таба алмай йүгергәләй. Айырым уҡытҡанда, малайҙарға йә ҡыҙҙарға ҡағылышлы фәндәрҙе лә арттырыу мөмкинлеге булыр ине. Юғиһә, башланғыс хәрби белем фәнен уҡыған, автоматтың өлөштәрен өйрәнгән, уны ҡороп-һүтеп аҙапланған ҡыҙҙарға ҡарайһың да, уларҙы йәлләп ҡуяһың. Шартлы “һуғышҡа әҙерләнеп” йонсоғансы, өйрәнһендәр, ана, аш бешерергә, күлдәк бесергә, бала биләргә. Мәктәптәрҙә иң тәүҙә беҙ егеттәрҙе йорт хужаһы итеп, ҡыҙҙарҙы буласаҡ хужабикә итеп тәрбиәләргә тейешбеҙ, сөнки ошо юғары миссияны атҡарыу бурысы (ир һәм ҡатын булыу) һәммәбеҙҙең зиһененә тәбиғәт тарафынан һалынған.
Мәктәптән һуң егеттәр армияла хеҙмәт итеп ҡайта ла (Хеҙмәт итһә әле! Егеттәрҙе армияға йәлеп итеү ҙә бөгөн военкомат хеҙмәткәрҙәренең баш өйәнәгенә әүерелде, унда бармаҫ өсөн ниндәй генә хәйләгә бармайҙар ҙа, ниндәй генә юлдарҙы уйлап тапмайҙар ) институтҡа барып көстәрен һынап ҡарауҙан ҡурҡып СПТУ- ны бөтөргәс ауылда ҡала. Бик һирәктәре генә юғары уҡыу йортона инә, йәнә, бөгөн унда бер кемдең дә аҡсаһыҙ керә алмағанлығы бөтәбеҙгә мәғлүм. Шулай итеп, йыуаш, бөтә донъя йөгөн ҡатыны елкәһенә ауҙарған ғаилә башлығына тағы аяҡлы бәйнәт өҫтәлә. Берәү генә булһа ҡана ла һуң, икәү, өсәү... Уны көсләп булһа ла өйләндереп тә ҡуйырҙар ине, бәлки, ауылда ҡыҙҙар юҡ кимәлендә, улар “бәхет эҙләп” әллә ҡасан ҡалаларға ҡасып бөткән. Ауылда егеттәр көтөүе менән тиҙәк тибә ә шиңгән сәскәгә оҡшап ҡалған ауыл ҡыҙы ниндәйҙер “яңы урыҫҡа” ялланып ҡалалағы урам сатында туңдырма һата.
Өйләнмәй йөрөгән егеттәрҙе беҙҙең яҡта “һәүерек” тиҙәр. Ошо исем аҫты-нда донъя күргән бер хикәйәм дә бар. Ошо атамаға аңлатма биреп китәм. Йылҡы өйөрөндәге етлекмәгән йәш айғырҙарҙы һәүерек, тип атайҙар икән. Ундайҙарҙы өйөр айғыры өйөрҙән ситкә ҡыуып ебәрә, тегеләр шулай, бер яҡ ситтә үҙ көндәрен үҙҙәре күрә, уларҙы һаҡлаусы ла яҡлаусы ла юҡ, ошондай хәлдә ҡош-ҡортҡа юлығып һәләк булыуҙары ла бик ихтимал. Мал кимәленә төшөп өйләнмәй йөрөүселәрҙе ауылдан ҡыуып ебәрә алмайбыҙ, һуң беҙ бит кешеләр...
Буйҙаҡлыҡтан ҡотолоу юлдарының ҡайһы берҙәрен тәҡдим иттем юғарыла. Уларҙы өҙә һуғып, әле генә тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Аңлайым. Кәңәшле эш тарҡалмаҫ, тигәндәй асыҡтан-асыҡ һөйләшкәндә, уртаҡ фекергә килгәндә генә нимәгә лә булһа өлгәшеп буласаҡ.
Хәйбулла, Йылайыр яҡтарында иғтибарға лайыҡ “Димселәр клубы”, тигән бик файҙалы йоланы тергеҙеп ебәргәндәр ине бер ваҡыт, хәҙер нисектер, белмәйем. Хәйбулла яңғыҙлыҡтан арыған ҡыҙҙарын йыйып көтөп торһа, Йылайыр билдәһеҙлектән ҡаңғырып йөрөгән егеттәрен тейәп ҡунаҡҡа килеп төшә икән. Үпкәләштән булмаһын, таныштырҙыҡ, димләнек, ҡалғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ, йәнәһе. Ошондай осрашыуҙарҙың эҙһеҙ үтмәйәсәгенә иманым камил. “Димсе диңгеҙ кисә”, тигәндәй улар әүәле лә булған,¬ әле йөрөп ятыуҙары ла бер ҙә яҙыҡ түгел. Ә, мөхәббәт, тиһегеҙме? Улайға китһә, “һөйәм-үләм” тип анттар, вәғәҙәләр биреп өйләнешкәндәрҙең дә бөгөн яртыһынан күбеһе яңғыҙ кәкүк һымаҡ көн итә. Мөхәббәт тышҡы ҡиәфәткә ҡарап табышыу, йәиһә, хисһеҙ һүҙ уйыны ҡороу түгел, яңғыҙ йәндәрҙе бер бөтөн итеп мәңгегә беректереүсе илаһи көс ул.
Гәзит-журнал биттәрендә сыға килгән “Табышайыҡ-ҡауышайыҡ ” рубрикаһын да хуп күрәм. Унда мөрәжәғәт иткән егет-ҡыҙҙар бер ҙә юҡҡа ғына яҙмайҙарҙыр ундай хаттарҙы.
Йәшәйешебеҙҙең нигеҙен тәшкил иткән ауылдар ҡорой, бына нимә әсендерә. Уның урамдарында атырға тумаланған сәскә ҡиәфәтле йөклө ҡатындар, сыр-сыу килеп йүгерешкән бала-сағалар һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Киске урамдарҙы “Буйҙаҡтар йыры”н һуҙып һәүерек егеттәр ҡыҙыра. Тик уларҙың һаны өсәү генә түгел, күпкә күберәк...