АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
1 Октябрь 2019, 10:16

ҺАБАҠ

“Бәйләнештә” селтәрендә: “Баламдың башҡорт телен өйрәнеүенә ҡырҡа ҡаршымын, ә беҙҙе мәжбүр итәләр!”—тигән мәғлүмәт уҡыным. Ошондай йәмһеҙ күренештәрҙең даими ҡабатлана, ишетелә килгәнен белгәнгә, хатта ҡайһылыр кимәлдә, ирекһеҙҙән ғәйре, күнә лә төшкәнгә, ғәжәпләнмәнем, әммә көйәләнеп киттем. Ни хәл итәһең, милләттең ни икәнен белмәгән, телде һанға һуҡмаған, Алла урынына аҡсаға, байлыҡҡа табынған, баҙар иҡтисадының маңҡорт бер быуыны үҫеп етте, киләсәктә бар әле күрәһеләр...

“Бәйләнештә” селтәрендә: “Баламдың башҡорт телен өйрәнеүенә ҡырҡа ҡаршымын, ә беҙҙе мәжбүр итәләр!”—тигән мәғлүмәт уҡыным. Ошондай йәмһеҙ күренештәрҙең даими ҡабатлана, ишетелә килгәнен белгәнгә, хатта ҡайһылыр кимәлдә, ирекһеҙҙән ғәйре, күнә лә төшкәнгә, ғәжәпләнмәнем, әммә көйәләнеп киттем. Ни хәл итәһең, милләттең ни икәнен белмәгән, телде һанға һуҡмаған, Алла урынына аҡсаға, байлыҡҡа табынған, баҙар иҡтисадының маңҡорт бер быуыны үҫеп етте, киләсәктә бар әле күрәһеләр. Билдәле, ундайҙар илһөйәрлек, ерһөйәрлек төшөнсәһенән йыраҡ, талымһыҙ мал ише тамаҡтары ҡайҙа туя—улар шунда. Ерһөйәрлек, тигәндәй, тыуған төйәк, уның теле ерҙең тартыу көсө, баш особоҙҙа балҡыған ҡояш ише үҙенә ылыҡтырыу, әйҙәү, саҡырыу ҡөҙрәтенә эйә. Литваның Каунас ҡалаһында яҡташтарымды вагондарына ултыртып оҙатҡас, үҙәгем өҙөлөп ҡайтҡым килеп, әллә күпме арттарынан эйәреп көнсығышҡа ҡарай шпалдар буйлап атланым. Бишек көйө сүрәтендә йәнемә меңгән әсәм телен ҡайғыртып, халҡымдың милләт булараҡ оҙаҡ йәшәүен хәстәрләп әле лә ҡояш сығышына ҡарай китеп барам һымаҡ.
Башланған әңгәмәне дауам итеп аныҡлап китәйек ошо ерҙә. Кемде мәжбүр итәләр, ата-әсәнеме, әллә баланымы? Төрлө инстанцияларға яҙылған ялыуҙарға ҡарағанда бында бәләнең, низағтың башында иң әүәл ата-әсә. Бала, әлегә ни тиһәң дә ололар ышығында һәм ҡурсаулығында йәшәгән бер ҡатлы, шуҡ, ҡулсыр, әлегә хәйлә-мәкер серҙәренә төшөнөп етмәгән бала инде ул, ә уҡытыуға килгәндә уны ҡайһылыр кимәлдә мәжбүр итеү ҙә урынлы, көндәлек эштәрен контролләп тороу, белем алыуға ҡағылышлы талаптар ҡуйыу ҙа артыҡ түгел. Әгәр көйһөҙ, иренсәк баланың яйын яйлаһаң ул ни көндәр буйы аяҡ күтәреп, түшәмгә төкөрөп ятырға ла риза! Саҡ ҡына төп әңгәмәнән ситләшеп мәктәп тормошона күҙ һалһаҡ, ундағы тейешлеккә тап килмәгән сәйер хәлдәр артҡандан-арта ғына бара: уҡыусыға таҡта һөртөргә ярамай, дежурҙа саҡта класс иҙәнен йыуып сығарыу түбәнселеккә иҫәпләнә, мәктәп баҡсаһында йәшелсә, сәскәләр үҫтереп уларға һыу һибеү зыянлы, өмәләргә сығыу өсөн яҙма рөхсәт кәрәк. Хәҙер килеп айырым фәндәр, хатта китаптар артыҡҡа ҡала башланы. Мәктәпкә асылда тәрбиә алыу, уҡыу өсөн баралар ҙа баһа. Уҡыу йорттарында документтар, отчеттар тултырғанда, төрлө кимәлдәге сығыштарҙа “учебно-воспитательный процесс” тигән һүҙбәйләнеште ҡулланалар, дөрөҫ түгел, “тәрбиә-уҡыу барышы” тип әйтергә кәрәк, баланы иң әүәл тәрбиә аша уҡыталар, белемле була тороп та тәрбиәһеҙ, өҫтәүенә ялҡау уҡыусынан ни фәтеүә?
Бала саҡ иҫкә төштө. Ете йәшем тулғас, әсәйем мине, көн оҙоно ҡайтып күренә белмәгән тәбиғәт балаһын, кесерткән араһынан эләктереп алып, мунсала йыуындырып, сәстәремде ҡырып алып, бәдәү ғәрәптеке ише ҡарайып ҡатҡан кәүҙәмде бөрмәле ҡара ыштан, аҡ күлдәк менән ҡаплап, йышылып бөткән ялан аяҡтарыма сандали кейҙереп, эсенә “Әлифба” китабы, бер нисә дәфтәр, төҫлө ҡәләмдәр һалынған сумканы артмаҡлатып йылға аръяғындағы бер ҡатлы ағас йортҡа алып китте. Тәү башта түҙемһеҙләнеп көткән мәктәп, класс, парта, мөғжизәгә тиң тәүге көндәр тиҙ туйҙырҙы бит, йоҡо ҡалдырып көн һайын иртә менән әсбаптар күтәреп бер үк берләм һуҡмаҡты таҡырлау, ҡайтҡас дәрес әҙерләү бик тиҙ сей елкәгә тейҙе, ялҡытты. Шыпа ла уҡығы килмәй ҙә ҡуя. Иренеүемде көйләп өйрәнгән әсәйем һеперткенең бер һабағын–селекте ишек башына элеп ҡуйҙы ла, эй, барғым килмәйҙән һалдырып мышҡылдай башлаһам уҫал ғына итеп теге нәмә яғына ҡарап ала, ә мин инде шыйтыҡтың шәхсән минең осама тәғәйенләнгәнен һиҙемләп теләкһеҙ генә китап биттәрен асам, сумкама үреләм. Тик дөрөҫөн әйтергә кәрәк: һис ҡасан яза алманым, селек ҡулланылмай, башланғыс кластарҙы бөтөргәнсе иҫкәртеү сараһы булараҡ урынында эленеп торҙо шулай. Мәктәпте тамамлағас та әле училищела уҡыу ауырлығына һылтанып ауылға ҡасып ҡайтҡайныҡ, дуҫымдың атаһы әйберҙәребеҙҙе арбаға тейәп, автобус туҡталышына сығарҙы ла, килтергәнен енләнеп ергә быраҡтырғас, ете ҡатлы итеп һүгенеп сыбыртҡы менән киҙәнде: “Бынан бүтән ауылдың, беҙҙең исемде һатып ултырыр урын тапмай елтәңләп йөрөһәгеҙ, белеп, ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ: икегеҙҙе лә ҡу-шарлатып ҡуйып һыҙырам!” Булмаҫ, тимә, һүҙен елгә ташламаған яндырай кеше ине ул! Мәктәптә саҡта ла тыңламаһаң уҡытыусы ағайҙар аңлайышлы, ябайҙан-ябай педагогик алымды, “ирҙәр тәрбиәһен” ҡулланып, малай-шалайҙы бәргесләп ебәрәләр ҡайсаҡ. Башкиҫәр алабарманлығым арҡаһында тәү нәүбәттә миңә эләгә. Ҡайтып ошаҡлау ҡайҙа, белә, ишетә ҡалһа, үтә лә урынлы, дөрөҫ эшләгәндәр, шул кәрәк һиңә, тип әсәйем йоҙроғо менән маңлайымды төйә, шуға өндәшмәй ҡалыуың хәйерле. Уҡыусыға ҡул күтәреү яҡшы түгел, әлбиттә, мәгәр мин дә тыңлаулы, изгеләрҙән-изге һәм баҫалҡы түгел инем улайға ҡалһа. Бына ошондайыраҡ “һабаҡ”тар алып уҡыным. Хәҙер ҙә теләгемә ятмаған, күңелем тартмаған, әммә мотлаҡ эшләргә кәрәк берәй мәшәҡәт килеп сыҡһа, ишек башындағы селекте, танау төбөнә терәлгән теге сыбыртҡыны күҙ алдына баҫтырам да эсемдән генә: “Ни хәл итмәк, мин тотонмаһам кем башҡара?”,—тигән ҡайтымһаҡ уй үтә башымдан…
“Мәжбүр итеүҙең” нәғеҙенә, асылына күҙ һалһаҡ ата-әсә балаһын туған телендә уҡытырға теләмәй булып сыға түгелме? Хәҙер ул яҡлау эҙләп прокуратураға барасаҡ, ә тегендә инде законды һиҙгер һаҡлаусылар ҡабул ителгән ҡанундар нигеҙендә ғәйеплене табып “етешһеҙлекте” бөтөрөргә ҡушасаҡ. Бында берәй ғәйепле бармы? Бар, әлбиттә, уны белгегеҙ килһә Мәжит Ғафуриҙың “Һарыҡты кем ашаған?” мәҫәлен уҡығыҙ, ул да үҙенә күрә һабаҡ!
Һәр бәпес яҡты донъяға үҙ теле менән килеп тыуа (ҡатнаш никахтар булған хәлдә лә), йә ул башҡорт, йә урыҫ, йә татар, йәиһә башҡа милләттән. Милләт—уның коды, йәнендәге нескә механизмы, ғаләм йоҙағын асыр асҡысы, көнитмешкә бағыр тәҙрәһе. Уға һаҡһыҙ ҡағылырға, боҙорға, ватырға ярамай! Башҡорттан—урыҫ, киреһенсә, урыҫтан башҡорт, йә башҡа милләт әүәләү мөмкин түгел. Мәжбүр иткән хәлдә ул тормошта аҙаша, йәшәү мәғәнәһен юғалта, барған йүнәлешенән аймыла. Бөгөн суицидтарҙың һаны ҡырҡа артып китте һәм уның төп сәбәптәренең береһе итеп ғалимдар ана шул юғалып ҡалыуҙы, ер менән күк араһында аҫылынып тороуҙы атай ҙа инде. Тағы бала йәненә һалынған телде камил белмәй тороп башҡа телдәрҙе үҙләштерә алмай. Код—ул әҙәм балаһының күңеленә баҫылған мисәт, яҙмышына бирелгән юллама. Ул үҙен ниндәйҙер милләт вәкиле итеп тойоп йәшәгәндә генә аяҡтарында ышаныслы баҫып әҙәмсә көн итә. Бер танышым булды. Ул ҡайҙа ла ситен, артыҡ, күҙгә-башҡа салына һалып бармай, тиң-тоштары менән баҙнатһыҙ, ҡыйыуһыҙ аралаша. Торғаны бер шәүлә, күләгә инде. Сулала һүҙ ыңғайында ул ана шул сәйерлеген аңлатты:
—Тураһын әйтергә кәрәк, милләтем юҡ минең: әсәйем татар, атайым урыҫ, ә өләсәйем әрмәнмен, ти. Ошонан аҙаҡ мин кем булып сығам һуңғы сиктә?
—Уны үҙең ҡара,—тинем, аптырағас,—тик һайлаған милләтеңдең ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен, мәҙәниәтен еренә еткереп бел һәм өйрән!
—Башҡорт теленә туҡталырмын, ахырыһы,—тине ул кинәйәле йылмая биреп.
—Нишләп улай тиһең?
—Башҡортостанда йәшәйем дәһә!
Ҡайһылай ҙа аҡыллы яуап!
Рус телендә “стан” тигән һүҙ бар, уның тура тәржемәһе—торған ер, торған урын. Хәтерләйем, сабынлыҡтағы аш бешкән, башҡа кәрәк-яраҡ һаҡланған урын беҙҙә лә шулай атала торғайны. Райондан берәйһе килһә, бригадир Фазылйән ағай: “Түрәләр саҡыра, һөйләшеп-кәңәшләшеп алаһы бар, тиҙ генә станға йыйылығыҙ”,—тип болон яңғыратып һөрәнләй тор-ғайны. Башҡортттарҙың торған ере—Башҡортостан, та-тарҙарҙыҡы—Татарстан, сыуаштарҙыҡы—Сыуашстан. Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан… Ошо исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Рәсми рәүештә йөҙҙән ашыу милләт теркәлгән элекке Союз киңлектәрендәге стандарҙа дәүләт теле итеп ерле халыҡтың теле иҫәпләнә, ә уны өйрәнеү һәм таныу шунда йәшәгән һәр граждандың мөҡәддәс бурысы! Ошо ерҙә республика етәкселегенә лә еткерер теләгем бар: әгәр республика ерле халыҡтың атамаһын йөрөтә, дәүләт символы гимныбыҙ ике телдә башҡарыла икән, балалар баҡсаларында, уҡыу йорттарында, учреждениеларҙа, ғөмүмән, барлыҡ урындарҙа ла уның ҡулланыу даирәһен арттырыу хаҡында ҡайғыртырға ла кәрәктер.
Мәлендә башҡорт телен һайлап, ауырлыҡһыҙ йырлап уҡыу урынына принципиаль рәүештә Стәрлетамаҡ институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын һайланым. Сәбәбе—бөйөк рус әҙиптәрен тәрәндән өйрәнгем, белгем, бөйөк халыҡтың мәҙәниәтенә яҡын булғым килде. Йәшерен-батырын түгел, уҡыу еңелдән түгел ине, башҡорт балаһына бигерәк тә “Боронғо славян теле”, “Тарихи грамматика”, “Диалектология” ауыр бирелде, әммә төнгө йоҡоларҙы ҡалдырып тырыштым, биш йыл уҡыу барышында бер кем дә мине урыҫса белмәйһең тип битәрләмәне. Өҫтәмә материалдар биреп, мәжбүр итеп тиерлек рус әҙәбиәтен уҡытҡан, икәүҙән-икәү ҡалғанда сәғәттәр буйы бәхәсләшергә, әңгәмә ҡорорға яратҡан филология фәндәре докторы, профессор Валентин Айзикович Зарецкий киреһенсә, йыш ҡына баш-ҡа студенттарға мине өлгө итеп ҡуя торғайны. Ышаныс белдергән, бар йәһәттән күтәрмәләгән остазыма оло рәхмәтлемен. Рус телен, уның тамырҙарын өйрә-неп һуңғы сиктә мин урыҫ булып китмәнем дә баһа, киреһенсә телем баҙыҡланды һәм байыны, офоҡ сиктәрем киңәйҙе, донъяға булған ҡарашым ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Әле яҙыусы, журналист булараҡ ике телдә лә
бер кимәлдә яҙам, миңә тәржемәсе кәрәкмәй. Башҡорт балаһын башҡорт телендә уҡытыуҙан ниндәй ҙә булһа зыян бармы ошонан аҙаҡ?! Урыҫ, йәки башҡа милләт тә ерле халыҡ телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеүҙән ярлыланып китмәй, киреһенсә рухи йәһәттән байый ғына.
Армияла хеҙмәт иткәндә Рига ҡалаһына командировкаға йыш йөрөнөм. Барған һайын магазиндарға инеп сыҡҡылайым, әммә үҙҙәрен милләт булараҡ ныҡ ихтирам иткән, телгә иғтибарлы һатыусылар урыҫса әйтелгән үтенесемде ишетмәйҙәр ҙә, боролоп та ҡарамайҙар, әйтерһең дә мин буш урын, бер кем дә түгел. Ниһайәт, бер килеп, быларҙың күңеленә асҡыс таптым бит, барып инеү менән былайыраҡ сәләмләнем: “Лабден”. Һаумыһығыҙ, йәнәһе. Һатыусылар йылмайып ебәреп ҡайырылды ла ни алып ни бирерҙәрен белмәй, ә мин һүҙ араһында, палдиесты (рәхмәтте), луудзу (рәхим итеп…) те ҡушып ебәргән булам, ә тегеләрем йырылған ауыҙҙарын йыйып ала алмай рәхәтләнә. Санчастәге начмед Ломидзе лә мине һәр саҡ ышаныслы үҙ кешеһенә иҫәпләне, сөнки уға һәр саҡ “гамарджо-бат” (һаумыһығыҙ) тип грузинса өндәшә инем. Бына бит телде белеү нишләтә, тәү ҡарашта ябай ғына һүҙҙе икенсе милләт ауыҙынан ишетеү яҡынайта һәм туғанлаштыра икән дә баһа!
Теге ишек башындағы селеккә әйләнеп ҡайтам яңынан. «Сыбыҡлап уҡытырға өндәй Хәйҙәр ағай»,—тиер
бәғзе бер белекһеҙе. Төптө улай түгел! Ишек башындағы сыбыҡ урынына бөгөн түргә баҫма материалдар урынлаштырырға кәрәк, юғиһә замана йортонан гәзит-журнал һымаҡ нәмәләр ҡасты, ике-өс һөйләм уҡырға иренгән мыҡымға әүерелде бәғзеләр, ошондай барыш менән барһа тиҙҙән ым-ишара менән дә аралаша
башларбыҙ әле. Шулай ҙа аҡыл менән эш иткән зиһенлеләр ҙә бар, мәҫәлән, сыуаш дуҫымдың өйө тулы шул телдә яҙылған китаптар менән тулған. “Беләм, балаларым уҡымай, шулай булһа ла кәштәлә торһондар,—ти ул,—бер уҡымаһалар бер ҡулдарына алырҙар, тип ышанам!” Мин дә диндар кеше лә, ҡурайсы ла түгелмен, шулай ҙа түремә Ҡөрьән китабын һәм ҡурайҙы ҡуйғанмын, аҙағынаса төшөнөп етмәһәм дә шул изге китаптың биттәрен асам, һыҙғырта белмәһәм дә ҡурайҙы ҡулыма алам. Ҡурайҙан моң, китаптан белем, ҡөрьәндән игелек, аҡыл ағыла һәм тарала, уның шулай икәнлегенә иманым камил!
Йәнемде өйкәгән, күңелемә тынғылыҡ бирмәгән юлдарҙы яҙҙым да уйға ҡалдым. Мөрәжәғәтнамәм тәғәйендәргә барып етмәҫен белгәнгә әллә мейемде асырғаныулы таныш шиғыр юлдары сүкей: “Хаттар яҙам, әммә халҡым наҙан! Наҙан…наҙан…наҙан…” Бар йәһәттән алға киткән, тиҙлекле, техникалы, юғары интеллектлы 21 беренсе быуатта әҙәм балаһын белемһеҙлектә, томаналыҡта ғәйепләү урынһыҙ. Тик шуныһы: халҡыңдың әҙәбиәтен, тарихын яратмау, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен һанға һуҡмау, уның иртәгәге көнөнә битараф ҡалыу үҙе үк наҙанлыҡ түгелме ни?!.
Читайте нас: