Ауыл тормошо миңә үтә лә ҡәҙерле, яҡын, аңлайышлы, бер һүҙ менән әйткәндә йә¬немдә гелән уның наҙлы һулышы һулҡый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ана шул ауылдарҙың көнитмеше өҙлөкһөҙ уйландыра, хәсрәткә һала, йөрәкте өйкәй, йәнемә тынғылыҡ бирмәй. Нисек йәшәй, көн күрә бөгөнгө ауыл, уның булмышы һәм ҡылмышы ни хәлдә, әйтерем ана шулар хаҡында. Был хаҡта ни өсөн һүҙ ҡуҙғаттым һуң әле, һәм яҙғандарымдан ниндәй ҙә булһа фәтеүә сығырмы? Белмәйем. Әммә ер яҙмышы, төйәгебеҙҙең кендеген тәшкил иткән ауылдарыбыҙҙың киләсәге хаҡында уҡыусыларым тағы ла бер тапҡыр уҡыһа, уйланһа, һипһенеп һәм һиҫкәнеп китһә, әйткәндәремде төҙәтергә ынтылып сәбәп ҡылһа уныһы ла ҙур эш.
Ер кешеһенең төп шөғөлө—һөрөү, сәсеү, урыу, мал аҫрау һәм тотош мирҙы туйындырыу. Ғүмер баҡый шулай булған һәм шулай булып ҡаласаҡ та. Әммә ләк¬ин, ауыл һуңғы йылдарҙа бына ошо, үҙенә йөкмәтелгән тәғәйен, юғары, яуаплы бурысты үтәп еткермәй. Йылайыр районындағы әүәле гөрләп торған “Һабыр” совхозын миҫалға килтерәм. Бө¬гөн уның емерек нигеҙе яу үткән һуғыш яланын хәтерләтә; йылға аръяғындағы тибендә урынлашҡан элекке һыйыр фермаһы, ырҙын табағы, эсенә ашлыҡ тултырыу өсөн буйынан-буйына бура һуғылған оҙон келәттәр теҙмәһе, Өс Ҡарағай ҡалҡыулығында урынлашҡан машина-трактор паркы ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан, икмәккә яғып аша¬рлыҡ уңдырышлы тупраҡлы баҫыуҙарға бер ус орлоҡ сәселмәгән, уларҙы сәүел ябып бара, бил быуарҙан билсән баҫҡан. Эшлектән сыҡҡан был сәсеүлектәрҙе ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу мөмкинме икән, мөмкин булған хәлдә лә, бик күп сығымдар талап итәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә ерле халыҡ өсөн бөтөрөлгән совхоз биләмәһендә эш тә ҡалмаған, аш та юҡ. Күрше хужалыҡтарҙа ла хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Үткән быуаттың 60-70 йылдарында исемдәре республикала киң билдәле «Башҡорт», «Юлдыбай», «Көнъяҡ Урал» совхоздарының да ҡоро атамаһы ғына тороп ҡалған. Уйлаһаң уйылып китерлек һорауҙарға яуап таба алмай ҡаңғырам ҡайһы саҡ. Ә бит ауылдаштарым йор һүҙле, тырыш, эшһөйәр, уңған кешеләр, мин улар менән һәр ваҡыт хаҡлы ғорурландым һәм ғорурланам. Ауылымда үҙ ваҡытында хеҙмәт батырлыҡтары өсөн орден-миҙалдарға лайыҡ Сәлихйән Атанғолов, Фәғилә Атанғолова, Фазыл¬йән Ҡаҙнабаев, Сабирйән Әбсәләмов, Зәйнулла һәм Әүхәҙей Ҡоҙашевтар, йәшәне һәм йәшәй. Хеҙмәт уңғанда¬рының ошо исемлеген әллә күпме дауам итергә булыр ине. Мәктәбебеҙҙән сыҡҡан фән докторҙарын, фән кандидаттарын, атҡаҙанғандаррҙы ошо теҙмәгә өҫтәп ебәрһәң Һабырҙың абруйы, бәҫе бермә-бер артып китә. Шуға ялҡаулыҡ һәм булдыҡһыҙлыҡ ауылдаштарыма хас түгел, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Тимәк, ауылдарҙың бөтөүенә иң беренсе уға ҡарата йүнәлтелгән сәйәсәт йоғонто яһай. Сәйәсәтме, әллә битарафлыҡмы? Моғайын һуңғыһы ысынбарлыҡҡа тап киләлер. Иҫкә төшөрәйек әле, 60-сы йылдарҙағы Никита Хрущев башлап ебәргән ауылдарҙы ҙур¬айтыу кампанияһын? Уның кире һөҙөмтәһен һәм эҙемтәһен бөгөн дә үҙ елкәбеҙҙә татыйбыҙ. Төбәгебеҙҙе йәмләгән, мәлендә киләсәгенә “перспективаһыҙ” мөһөрө баҫылған Шәмсетдин, Һыҙғы, Ҡәрйән, Ҡырым, Әлмөхәмәт ауылдарының нигеҙ түмәләстәре генә ятып ҡалған, уларҙа ҡасандыр кешеләр йәшәүе хаҡында ҡәбер таштары ғына һөйләй. Таш йөҙөнә соҡоп яҙылған исемдәрҙе лә ямғырҙар, ел-дауыл йыуып тигеҙләгән. Ел-ямғыр нимә, әҙәм хәтере тоҡос, үтә лә тоҡос, күп ҡәҙерле, кәрәк нимә онотола, хәтерҙән юйыла…
Минең тыуған төйәгемдәгеләй бөтөүгә дусар ителгән, трагик яҙмышлы ауылдарҙы иҫәпләй китһәң тотош Рәсәй буйынса улар меңәрләгән,бөләңгерт көнитмештәре оҡшаш һәм әсендергес. Баҫыуҙарға иген сәселмәүен әйтеп үттем, ә бит ошоға тиклем тапшырылған рапорттарҙа, йәшерен-батырын түгел, бөтәһе лә ал да гөл булды. Халыҡты бит ҡағыҙға теркәлгән ялған отчеттар менән генә туйындырып булмай, уға ҡара булһа ла әпәкәй кәрәк! Ҡунаҡҡа саҡырылған түрәләр үткән юлға халыҡ малын ҡыуалап сығарып, уны йәмәғәт көтөүе тип күҙ буяп мутлашыуҙан ит-һөт артмай, йә башлыҡты алдан билдәләнгән маршруттан алып йөрөп, ҡаршыһына бәхетле йылмайған кескәйҙәрҙе баҫтырыуҙан мәктәптәребеҙҙә балалар һаны ишәймәй. Быйыл бер районда егерме биш бала урта мәктәпте тамамлаған икән, бер класта, бер мәктәптә, бер ауыл биләмәһендә түгел, ә тотош районда! Килтерелгән миҫалдан һуң ары һүҙ сурытыу урынһыҙ, килеп еттек, килеп терәлдек һуңғы туҡталышҡа! Туҡталыш, тигәндәй, бер ауыл биләмәһе башлығы әсенеп һөйләп торҙо, автоинспекция хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән ауыл зыяраты тапҡырына туҡталыш тамғаһын ҡуйыуҙы талап итәләр икән тегенән, арыу ғына штраф та сәпәгәндәр. Мәғәнәһеҙлек, хаяһыҙлыҡ, аҡылһыҙлыҡтың сиге юҡ! Әле шундай уйға килеп ултырам, ауылдарҙың хәҙерге көн итмеше үҙе үк һуңғы туҡталыш түгелме икән?..
Ошо көрсөктән сығыу юлы бармы? Бар минеңсә. Ҡыйыуһыҙ раҫлауымдың әтнәкәһе шунда, ошоға тиклем ҡаныбыҙға һеңгән, аңыбыҙҙа нығынған хужалыҡ итеү алымдарынан ҡотолоу еңелдән булмаясаҡ. Октябрь революцияһына тиклем крәҫтиәндәр общинаға ойошоп эшләне, хатта заманында уны П.А. Столыпин реформаһы ла емерә алманы. Ары Совет власы башланғас община хужалыҡтарына оҡшаш колхоз, совхоздар барлыҡҡа килде. Бер һүҙ менән әйткәндә айырым эшләп өйрәнмәгәнбеҙ, беҙҙең халыҡта: “Айырылғанды айыу ашар”, тигән мәҡәл дә юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр. Бәлки әүәлге хужалыҡтарға оҡшаш (уларҙың күсермәһе түгел) берләшмәләргә ойошоу фарыздыр? Беҙҙең өсөн ят тойолған фермер хәрәкәтен йәйелдереү ыңғай һөҙөмтә бирерме-юҡмы, әле аныҡ ҡына әйтеү мөмкин түгел. Йәнә, фәҡир фермер нимә генә ҡыра алһын инде, техника, ер эшкәртеү өсөн башҡа кәрәк-яраҡ һатып алыу өсөн генә лә миллионлап аҡса талап ителә. Етмешенсе йылдар уртаһында Балтик буйы республикаларында фермерҙарҙың йәшәүе һәм эшләүе менән танышырға тура килде. Улар ни йомошҡа күршеләренә йөрөмәй, бөтә ҡорамалдары күҙ алдында. Ә фермер булам, тип ынтылғандарҙан ерен дә, ссудаһын да, кредитын да йәлләргә ярамай. Тик ер ҡырым-ҡытайҙан килгән сит-ят кешеләрҙеке түгел, урындағы халыҡ ҡарамағында ҡалырға тейеш, быныһы бәхәсһеҙ.
Яҙ көнө һөрөү-сәсеү эштәре күп ауылдарҙа онотола барһа ла һабантуйҙар мәлендә үткәрелә. Һабанда һайрашмағас, ҡыҫыр байрам ойоштороу менән генә ризыҡ-тәғәмле булып китмәҫбеҙ бит, ағай-эне. Беҙҙең заманда: ”Икмәк булһа йыр ҙа булыр!” тигән ҡанатлы һүҙҙәр йыш яңғырай торғайны. Йыр һуҙырға маһирланып алдыҡ, икмәкте кем игер? Белгес булмай тороп осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарға төшөп китеүем дә, фәлсәфә һатып үҙемде аҡыллыға сығарырға тырышыуҙан түгел, ер кешеһе, ауыл балаһы булараҡ уны ҡурсырға теләүҙән килә.
Хәҙер ауылды ауыл итеп тотоп торған берҙән бер үҙәк тороп ҡалды. Ул – мәктәп. Бөгөнгө көндә унда ла оптимәлләштереү тигән эштәр бара (уның эстәлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла). Бындай барыш менән барһа мәктәптәрҙең дә бер бер артлы ябылыуын көт тә тор. Билдәле булыуынса мәктәпһеҙ ауыл юғалыуға дусар. Ауыл мәктәбе бөтһә телебеҙ ҙә, мәҙәниәтебеҙ ҙә, әҙәбиәтебеҙ ҙә юҡҡа сыға. Сөнки әҙәбиәтебеҙҙе балҡытҡан, мәҙәниәтебеҙҙе донъя кимәленә сығарған яҙыусыларыбыҙ, сәнғәт әһелдәре бөтәһе лә ауыл кешеләре. Милләтебеҙҙең инер ишеге, бәүелер бишеге бит ул— ауыл! Уҡытыусыларҙың һанын ҡыҫҡартыуҙан мәғәнә тапмайым, былай ҙа ауылды йәшәтеп торған мәктәптәрҙә, медпункттарҙа пенсия йәшендәгеләр эшләй. Улар китһә урындарына кемдәр килер? Клубы бикле, лайыҡлы йәшәү өсөн шарттар тыуҙырылмаған ауылдарҙа йәштәр ҡалырға, киткәндәре ҡайтырға ашҡынып бармай. Ауыл мәктәбе матди яҡлауға мохтаж, күптәренә кисекмәҫтән ремонт талап ителә. Ошо ерҙә тағы ла бер күренешкә иғтибарҙы йәлеп итмәксемен, әлеге мәлдә ауылдарҙа даими рәүештә мәсеттәр ҡалҡа, ғибәҙәтханалар төҙөлә. Иманға ҡайтыу, динебеҙгә йөҙ менән боролоу изге ғәмәл. Тик мәсет төҙөүгә аҡса бүлеүсе, биреүсе бағымсылар мәктәптәр хаҡында ла онотмаһалар ине, сөнки иманға ҡайтыу аң-белем аша килә түгелме? Тағы шуныһы аптырауға һала— мәсеттәр артыу тәүфиҡкә, әҙәпкә ҡайтармай нишләптер. Ҡарасҡылай ҡымғырлап ауыл ҡыҙырған асарбаҡ фиғелендәге иҫерек ир-атты күрһәм шул хаҡта уйлап ҡуям.
Тураһын әйтәйек, ауылдарҙа бөгөн эскелек сәскә ата. Һәр ауылда һыра киоскылары бәшмәктәрҙәй ҡалҡып сыҡҡан, йылғыр коммерсанттар эсер ризыҡты ваҡытына, мәленә тап килтереп еткерә: эс, иҫер, миңрәүлән, киләсәк хаҡында уйланма ғына. Ә суррогат шыйыҡса эсеп күпме кеше ҡырыла?! Иҫәбе-һаны юҡ! Үҙәк телевидение ла ана шул маңҡорттар тәрбиәләү сәйәсәтен үткәрә әлеге көндә, иртәнән алып кискә ҡәҙәр ғәйбәт сәйнәй, мәғәнәһеҙ шау-шыу ойоштора. Уйлай башлаһаң ҡурҡыныс: эскеселәр иленә әүерелеп яйлап ҡына ҡырылабыҙ, юҡҡа сығабыҙ бит. Бөгөн “Айыҡ ауыл” хәрәкәтен йәйелдереп ебәрҙеләр. Тик ошо эш тағы ла ҡоро, ялған тамаҡ ярыуға оҡшап ҡалмаһа ине. Был акция тураһында ишеткәс ҡыуанып киттем, исмаһам эскелеккә ҡарап ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, нимә лә булһа эшләйбеҙ, бәлки сара ыңғай һөҙөмтә биреп тә ҡуйыр, кем белә. Беҙгә эскелектән айныуҙан ғәйре сәләмәт ауылдар кәрәк!
Бөгөнгө ауыл ҡартая, быны ниндәйҙер өҫтәмә мәғлүмәтһеҙ ҙә иҫбатларға мөмкин. Ауылдан йәштәр ҡаса (уларҙы ғәйепләй алмайым, юғарыла сәбәптәрен аңлаттым бит инде), ауыл ҡыҙҙары ҡалаларҙа ком¬мер¬санттарға ялланып баҙарҙа сепрәк-сапраҡ һата, егеттәр түшәмгә төкөрөп эшһеҙ-ашһыҙ ауыл урамдарында эт һуғара. Бер мәл улар менән бәхәсләшеп киттем дә һорарға иттем: “Әйтегеҙ әле, егеттәр, һеҙ нисек йән аҫрайһығыҙ ул?” Араларында оятын юғалтҡан берәү тура яуап ҡайтарҙы: “Төн етһә әбейҙәрҙең кетәгенән тауыҡ сәлдерәбеҙ” “Тауыҡ урлағансы ҡыҙ урлап дан сығарһағыҙсы? Тауыҡ урлағанға ҡарағанда ат ҡарағы булыу күпкә бәҫлерәк түгелме?” Ҡулдарынан килмәһә лә геүләшеп алған булдылар: “Беҙ урлар ҡыҙ-ҡырҡын ҡалаларҙа йөрөй шул. Ә ат урлауға килгәндә, йүгәнһеҙ ҡалдыҡ, ағай…” Егеттәр менән килештем дә, күңелемдән йәлләп тә ҡуйҙым. Уларҙың эшһеҙ йөрөүҙәренә, өйләнмәүҙәренә бер улар ғына ғәйепле түгел, араларында әҙәмсә йәшәргә теләүсе тырыш, эш һөйәрҙәре лә етерлек, йәндәренә өмөт һалып ҡулдарына йүгән тотторорға ғына кәрәк.
Бөтәһен бер ҡалыпҡа һуғып ауыл тормошона ҡара яғырға йыйынмайым. Урал аръяғында тырышып эшләгән, хужалығын да күтәргән, халҡын да ҡайғыртҡан, хеҙмәт кешеһен дәртләндерә белгән хужалыҡтар, етәкселәр бар. Уларҙа ла бөтәһе лә ал да гөл түгел, мәгәр ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмайҙар. Тик ундайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Йомро аҡ таштар өйөлөп бер урында ятҡанда ғына ҡояш йылыһын оҙаҡ һаҡлаусан, тараттыңмы күҙ асып йомғансы һалҡынайып, ҡотһоҙланып китәләр. Был һүҙҙәр һәм тәрән мәғәнәле фекер минеке түгел, Мостай Кәримдеке. Ауыл тормошо ла ана шул таштарға оҡшаш. Ауылды милләт бишеге, тип юҡҡа ғына атаманым. Ошо бишегебеҙ сабыйлы,телле, моңло, ҡотло, ырыҫлы булып оҙаҡ йылдар тирбәлһә ине. Әйҙәгеҙ, шулай булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйек, ни тиһәк тә беҙ ҡатлы-ҡатлы таш йорттарҙа яралмағанбыҙ, тамырҙарыбыҙ тыуған тупраҡта, беҙ—ер кешеләре!