Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
11 Сентябрь 2019, 17:10

Был донъяның ҡәҙерен беләйек…

Килгән ҡунаҡты үткәрерҙән алда, кем бимазалай ваҡытһыҙ, тип тикшереп, теге тимер ишектең быяла күҙенән оҙаҡ итеп һынап ҡарағандан аҙаҡ ҡына сынйырҙы шауҙырлатып ысҡындырып ишекте асып ебәргән булабыҙ. Ҡаршы сығып атты бәйләү, ҡолас киреп ҡаршы алыу йолаһы онотола бара хәҙер...

Бөгөн беҙ бөтәбеҙ ҙә милексебеҙ. Ярлы йәшәһәк тә, урта хәлле, йә бай булһаҡ та милек тип, аҡса тип күҙҙәребеҙ тона, тапҡан-таянғаныбыҙға теш-тырнағыбыҙ менән йәбешеп ятабыҙ. Тапҡан һайын шул тапҡаныбыҙға өҫтәгебеҙ килә, юҡтан бар яһарға хыялланабыҙ. Рухи донъяны милексе аңы биләгәс, күңелдәребеҙ ҡорғаҡһыны, тарайҙы, әйләнә-тирәне, ғөмүмән көнитмешебеҙҙе мөрхәтһенмәҫ сирыҡ йөҙлө бер мыжыҡҡа әүерелдек. Тапҡанды яттар күҙенән һиҙгер һаҡлау ҙа кәрәк бит әле, шуға өй келәһенә ат башындай йоҙаҡ элгәнбеҙ, фатирҙарыбыҙҙың ишеге тимер, тәҙрәләрҙә рәшәткә. Килгән ҡунаҡты үткәрерҙән алда, кем бимазалай ваҡытһыҙ, тип тикшереп, теге тимер ишектең быяла күҙенән оҙаҡ итеп һынап ҡарағандан аҙаҡ ҡына сынйырҙы шауҙырлатып ысҡындырып ишекте асып ебәргән булабыҙ. Ҡаршы сығып атты бәйләү, ҡолас киреп ҡаршы алыу йолаһы онотола бара хәҙер. Күҙгә бәреп әйткәнгә үпкәләшмәйек, ысынында шулай. Бол йыймайыҡ, тормошобоҙҙо яҡшыртмайыҡ, аҡсаға иҫебеҙ китмәһен, тип өгөтләргә, шуға инандырырға йыйынмайым. Заман башҡа—заң башҡа, тигәндәй, баҙар шарттарында йәшәйбеҙ ни тиһәк тә, үҙ кеҫәбеҙҙе үҙебеҙ ҡайғыртмаһаҡ, берәү ҙә бушлай килтереп тоттормаҫ, алма ла үҙенән үҙе бешеп ауыҙыбыҙға төшмәҫ. Хоҙай Тәғәлә лә: «Аллам, бир, тип ҡул ҡаушырып ултырма, сәбәп ҡылһаң бирермен», тип әйткән йәнәһе лә. Шуның өсөн дә хәрәкәттә—бәрәкәт, һәммәһен хәстәрләү, йүнләү фарыз. Әммә, әле әйтерем ул хаҡта түгел, бөгөнгө әҙәмдең әҙәпте онотоп ебәреп, саманы самаламай, йәнтәслимгә, эргәһендәге менән ярышып байлыҡ артынан ҡыуыуы, милек туплауы аптырата, өй эсен йыһаз менән тыңҡыслап тултырыу, эргәңдәгенән уҙҙырырға маташыу үҙмаҡсатҡа әүерелде. Әҙәм балаһы матди донъяны ҡыуған һайын тар мөхитенә бикләнә, тапҡанын һаҡлау, ҡурсалау менән мәшғүл була бара шикелле. Бөйөк Пушкиндың “Һаран рыцарь” әҫәрендәге Барон, Гоголдең “Үле йәндәр”ендәге Плюшкин да мәғәнәһеҙ байлыҡ туплауҙан йәм-тәм тапҡандар, һөйләшеү аралашыуҙары ла фәҡәт шул юҫыҡҡа йүнәлтелгән булған. Милек туплау, тигәндәй, йәш саҡтағы бер хәл-ваҡиға иҫкә килеп төштө.

Яңы ғына өйләнгән саҡ. Кәләшем район үҙәгендә эшләй, бәләкәй генә бер бүлмәлә йәшәй. Был торлаҡтың ишеге лә ҡатырғанан әтмәләнгән, нығыраҡ итеп этеп ебәрһәң асылырға ғына тора. Хәйер, уны нишләп этергә, асҡыстың ишек төбөндәге балаҫ аҫтында ятҡанлығын таныш-белештәребеҙ, дуҫтарыбыҙ белә, шуға үҙебеҙ юҡта ла килеп тәғәмебеҙҙе ашап-эсеп, ял итеп сығып китә алалар. Ошо тәртипкә өйрәнгәндәр, күнегеп бөткәндәр. Туйға тип әҙерләнә башлағас, бар һый-бүләктәребеҙҙе шунда ташыныҡ, бүлмә эсе тулып китте. Иллә, тәртип элеккесә ҡалды, беҙгә килеп-китеүсе дуҫтарбыҙҙан, яҡындарыбыҙҙан бер нәмәне лә йәшереп боҫорманыҡ, ишеккә өҫтәп йоҙаҡ эленмәне.

Туй үткәреп, кәләшемде ауылға оҙатып алып, ярты йыл самаһы йәшәгәс, тәүге уртаҡ мөлкәт—матур келәм һатып алдыҡ. Дефицит осор ине, теге нәмәне ҡәҙерләп күтәреп, урам буйлап йәйәүләп ҡайттыҡ. Күрһендәр, ҡайһылайыраҡ затлы мөлкәтте ҡулға төшөрҙөк, йәнәһе.

Иртәгеһен эйәртенешеп мәктәпкә эшкә китеп бара инек, ҡатыным көтмәгәндә һорай ҡуйҙы:

—Ишекте бикләргә онотманыҡмы ул?

—Нишләп улай тиһең әле?

—Һуң келәм алдыҡ та…

—Мин дә шул хаҡта уйлап килә инем әле…

Кире боролоп ишектең биклеме-түгелме икәнлеген тикшереп килергә тура килде.

Шулай итеп ваҡыт үтеү менән һәммәбеҙҙең ҡатырға ишеге—ағасҡа, ағасы тимергә әүерелә бара… Хәҙер сейф-ишек тигән тағы ла нығырағын эшләп сығара башланылар. Дүрт яғы ла бикләнгән ул сейф эсенә боҫһаң, дуҫтарың ғына түгел, хас дошмандарың да был ныҡлы диуарға үтеп инә алмай инде ул!

Тағы ла бер миҫал. Етмешенсе йылдар аҙағында Мәскәүгә барғайным, көтмәгәндә, бер ҡатлылығым арҡаһында, бер тин аҡсаһыҙ тороп ҡалдым. Нисек итеп Өфөгә юлланырға белмәй Ҡаҙан тимер юл вокзалында аптыранып торғанда осраҡлы рәүештә таныш түгел бер кеше менән һөйләшеп киттек. Ул мәлендә, армияла мин хеҙмәт иткән частә рота старшинаһы булған икән, үҙен Бородин, тип таныштырҙы (исем-шәрифе хәтерҙә ҡалмаған). Яҡын дуҫын тап иткәндәй ҡыуанған яңы танышым, хәлемде һорашҡас, үҙ аҡсаһына билет алып, ҡулындағы аҙыҡ-түлек пакетын көсләп тиерлек тоттороп, Өфө поезына ултыртты, шунан вагонға эйәреп әллә күпме ер барып, ҡулын болғап, оҙатып тороп ҡалды. Был кешенең ихлас, эскерһеҙ игелеге оҙаҡ хәтерҙә һаҡланасаҡ әле. Бер нисә йыл элек тағы ла Мәскәүгә барҙым. Ҡала ла, хатта кешеләре лә ныҡ үҙгәргәйне, кире яҡҡа үҙгәргәйне. Үткән-һүткәндәр тимер роботты хәтерләтә, башҡаларҙы күрмәйҙәр ҙә, ишетмәйҙәр ҙә. Ҡайҙа баҡма алыш-биреш, ҡайҙа ҡарама ҡытай аламаһын һаталар, аҡсаң ғына етһен. Баҙар иҡтисады шарттарында көн иткән был халыҡтан миһырбанлыҡ һәм шәфҡәтлелек өмөт итмә лә инде. Унда саҡта мейемде бер генә уй игәне: ”Яңылыш йығылып имгәнеп кенә ҡуймайым, тапап, иҙеп уҙасаҡтар былар…”

Байлыҡ йыйып, милек туплайбыҙ ҙа ул, әммә донъялыҡтан, фанилыҡтан үҙең менән бер нимәне лә алып китеү мөмкин түгел, был хаҡиҡәт мәңгелек һәм ул бәхәсһеҙ. Ошо ерҙә Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсетенән Әғләметдин хәҙрәттең һөйләгән тәрән мәғәнәле бер вәғәзе иҫкә килеп төштө.

Үлер алдынан бер ҡарт улын янына саҡырта ла былай ти: “Улым, мин йәшәрен йәшәнем, ашарын ашаным, бына баҡыйлыҡҡа күсергә лә ваҡыт етте. Һиңә минең бер генә үтенесем бар, ерләгән мәлдә бер аяғымдағы ойоғомдо һалдырмаһындар ине, шул һыңар ойоҡ эсендә минең ғүмер буйы йыйған мөлкәтем…” Килгән мулла мосолманса ерләү ҡанундарын боҙоуҙан баш тартып ҡарттың әйтеп ҡалдырған васыятын үтәүҙән баш тарта. Һалдыралар ҡарттың аяғындағы теге ойоҡто һәм унан бер ҡағыҙ киҫәге килеп төшә, ә унда ошондайыраҡ һүҙҙәр яҙылған: “Күрҙеңме, улым, донъя артынан ҡыуып күпме генә тырышып мөлкәт йыйһам да, үҙем менән хатта һыңар ойоҡто ла алып китә алмайым…”

Ни хәл итәһең, кеше нәфсеһенә баш була алмай шул. Яңыраҡ бер эшҡыуар танышым, тапҡанына ризаһыҙлыҡ белдереп: “Хөрт йәшәйбеҙ!” тип хәбәр һалды. 90-сы йылдарҙағы буш кәштәләр заманын, йыллап эш хаҡы алмауҙы онотоп ебәргәйне ул. Сағыштырып ҡараһаң теге осорҙа йүнле мотоциклы ла юҡ ине бит, бөгөн иномаркала елдерә. Кеше хәтере ҡыҫҡа шул, булғанына шөкөр итә белмәй.

Бәғзе уҡыусы бер яғынан сәбәп ҡылырға, икенсе яҡтан шөкөр итеп өйрәнергә кәрәк тиелә мәҡәләлә, шул әйтелгәндәрҙең ҡайһыныһын эшләргә беҙгә, тип тә аптыраныр. Әйтерем шул: урталыҡты һаҡлай белергә кәрәк, ашау өсөн генә йәшәмәйбеҙ бит йәмәғәт, йәшәү өсөн ашайбыҙ. Етеш йәшәгән әҙәм балаһының бер юлы рухи мөхите лә бай һәм бөтөн булыуы зарур, ана шул тапҡаны (ошо ерҙә өҫтәргә кәрәк, ғәҙел тапҡаны) уның күңел күҙҙәрен дә томаламаһа ине. Иң әүәл был донъяның, әйләнә-тирәләге яҡындарыбыҙҙың, дуҫтарыбыҙҙың, ғөмүмән кешеләрҙең ваҡытында, мәлендә ҡәҙерен, баһаһын беләйек. Был көнитмештә кешенән дә бөйөгөрәк, кешенән дә ҡиммәтерәк һәм мәртәбәлерәк зат юҡ. Байлыҡ бер айлыҡ, тигәндәй күңеле бай кеше үҙ сиратында көн иткән ерендә матурлыҡ, әҙәп, йылылыҡ, ҡот ҡалдырып китергә бурыслы. Шул сағында ғына йәшәүебеҙ йәмле, мәғәнәле, бәрәкәтле, ҡотло булыр.