Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
5 Апрель 2019, 16:33

Роботтар

Ҡалпаҡлы радио хаҡында һүҙ ҡуҙғатһам, моғайын да, күптәр минең ни хаҡында һүҙ алып барғанлығымды төшөнмәҫ. Төшөнөргә тырышҡан хәлдә лә уҙған быуаттың алтмышынсы йылдар башындағы ябайҙан-ябай, примитив әйберҙе бик теләһәләр ҙә зиһендәрендә һынландыра алмаҫтар ине. Уртаһында бармаҡ башындай тауыш көйләгес төймәле, ҙур ҡара табаҡса була торғайны беҙ яңы иҫ белгән заманда, шул оло байлыҡҡа бәрәбәр нәмә һәр өйҙөң түрен биҙәй, асыҡ һауала ҡулланыу өсөн алюминийҙан әүәләнгәне клубтың ҡыйығына эленгән. Тауышы әллә ҡайҙарға яңғырап ишетелә, хатта алыҫ Аҡташ сабынлығына барып етә.

Ҡалпаҡлы радио хаҡында һүҙ ҡуҙғатһам, моғайын да, күптәр минең ни хаҡында һүҙ алып барғанлығымды төшөнмәҫ. Төшөнөргә тырышҡан хәлдә лә уҙған быуаттың алтмышынсы йылдар башындағы ябайҙан-ябай, примитив әйберҙе бик теләһәләр ҙә зиһендәрендә һынландыра алмаҫтар ине. Уртаһында бармаҡ башындай тауыш көйләгес төймәле, ҙур ҡара табаҡса була торғайны беҙ яңы иҫ белгән заманда, шул оло байлыҡҡа бәрәбәр нәмә һәр өйҙөң түрен биҙәй, асыҡ һауала ҡулланыу өсөн алюминийҙан әүәләнгәне клубтың ҡыйығына эленгән. Тауышы әллә ҡайҙарға яңғырап ишетелә, хатта алыҫ Аҡташ сабынлығына барып етә. Эңергә саҡлы колхоз эшендә йөрөгәндәр киске концерт башланһа, дәрттәренә сыҙаша алмай, бейеү көйҙәренә ер һелкетеп бейергә төшөп китә, йырҙарына ҡушылып йырлайҙар икән. Матур хәбәр еткерә ине радио, һуңлатмай, йылылай ғына күңелле яңылыҡтарҙы һөйөнсөләй ине. Ә өлкәндәр радио тыңлауҙан, гәзит-журналдар ҡараштырыуҙан тыш, кис етте иһә сәй янында әңгәмә ҡора. Әсәйем бәлеш бешерә, йә ҡоймаҡ ҡоя ла миңә өндәшә: «Ашаулыҡҡа артыҡлап ҡуйыр нәмә лә юҡ инде, шулай булһа ла, бар, күршеләрҙе саҡыр!» Тегеләр, шуны ғына көткәндәй, тиҙ генә килә һалып етәләр ҙә табын аҙағында беҙҙе үҙҙәре менән эйәртеп алып ҡайтып китә. Өлкәндәр сәғәттәр буйы донъяларын онотоп көңгөр-ҡаңғыр килә, ә иҙән тулы бала-саға, аяҡ баҫыр урын юҡ. Шул татыу аралашыуҙан, еҫкәшеп тиерлек яҡын ултырыуҙан оло ләззәт табабыҙ, кинәнес алабыҙ. Ә уҡытыусы Fүмәр ағай көнө ҡоро түгел, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, йәйәүләп өс саҡрымда ятҡан күрше Шәмсетдин ауылына дуҫына бара.
Хәҙер тотош Ер шарын үрмәкес ауылай көллө мәғлүмәт сығанаҡтары сорнап алған. Күҙ асып йомған арала нимә генә күрмәйһең дә, нимә генә ишетмәйһең! Тағы шуныһы эсте бошора: исмаһам күңелгә май булып яғылырлыҡ бер хәбәр һөйләнелһәсе, юҡ, гел янғын да, емерелеш, туфан да тайфун. Кире булһа ла мәғлүмәт күп, әммә әҙәм балаһының аралашыр теләге һүрелгән бөтөнләй, башҡаларға әйтер һүҙҙәре һыуы ҡасҡан шишмәләй ҡороған. Яңыраҡ ике сәйер күренешкә хайран ҡалдым, беренсеһе—беҙгә килгән ҡунаҡтың малайы исмаһам бер һүҙ өндәшһәсе, көнө буйы ирендәрен ҡымтып телефонында соҡондо, шунан компьютерға шылып ултырҙы. Икенсеһе—программистарҙың әңгәмәһен тыңлап торҙом, әммә күптәр өсөн ят һөнәри терминдарҙан тыш зиһенде ҡы-мырйытырлыҡ бер һүҙ, һүҙбәйләнеш ишетһәмсе! Әллә мин шыр тиле, әллә тегеләр томана һантый, белмәҫһең.
Быйыл күҙ асҡыһыҙ буранда беҙҙең таныштар Темәскә ҡунаҡҡа китеп баралар ине. Бата-сума юл көрәп арыған ир беҙгә килеп инеү менән шырпылай тоҡанып китте: «Бер сеүәтә туҡмас ашайым тип ер аяғы ер башына китеп бар инде!»
Бына бит, заман ахырында ҡайһы йүнәлештән китте көнитмеш, әҙәм балаһы телле була тороп телһеҙгә, ҡолағы ишетеп тә һаңғырауға, маңлай күҙе күргән хәлдә лә һуҡырға әүерелә бара. Шул хисһеҙ, рухһыҙ, тимерҙән ҡоршалған, тимер сыбыҡтарға төрөлгән роботтарға тартым заттар ым-ишара аша аңлашалар ҙа, береһе икенсеһенә фәҡәт тамаҡ туйҙырыр өсөн генә йөрөй.
Читайте нас: