Бер ғаиләне белдем. Боласыл, ғауғасыл ғаилә ине ул. Ерле юҡта ҡашығаяҡ шалтыратырға әүәҫ булдылар. Бер ҡап та бер һап, тигәндәй, икеһе лә. Араҡы-хәмергә ихлас ир һуҡмыш ҡайтһа ла, ғәйбәт сәйнәргә хирес һәрәпсе ҡатын саманан аштырып урам ҡыҙырып ташлаһа ла, бүлексә кәнсәһе эш хаҡын һуңлатып түләһә лә, хатта ки ауылдың мөстән малы темеҫкенеп килеп кәртә янындағы бесәнгә морон төртһә лә донъя түңкәрелгәндәй сарғаланырға тотоналар. Тауыштары таш яра! Тегеләрҙең нигеҙһеҙ ярһыуҙары бер аҙ баҫыла төшһә, ирҙең һикһәнде ҡыуған әсәһе Мәрфуға апай беҙгә һуғыла ла, инер-инмәҫтән аҡланғандай, ғәфү үтенгәндәй һуҙа:
—Ишеттегеҙме беҙҙекеләрҙең дөмбөр ҡаҡҡандарын, килештерәләр, ҡоромағырҙар. Ауырлыҡҡа сабыр итә, килгәненә шөкөр ҡыла белмәйҙәр, хәйерһеҙ-иманһыҙҙар! Ояты ни тора!
Ҡала-ауылдар йәшәйеше хас та кеше фиғелле икән ул. Бына Сибай карьерында ла кеше ғәйебенән тыш хасил булған ҡатмарлыҡтар килеп сыҡты. Ҡатмарлы хәл, әммә фажиғә түгел. Шуны ғына көткәндәй тотош илгә олғаштырып шау-шыу ойоштороп, ғауғалы бола ҡуптарырға тотонмаһындармы! Төймәнән дөйә яһайҙар, билләһи. Кемгәлер кисекмәҫтән битлек, кемгәлер активлаштырылған күмер, бәғзеләренә үҙәк көйөүен баҫырлыҡ ҡайнатып һыуытылған һөт кәрәк булып китте. Әрһеҙерәктәре башҡаланың үҙенән фатир, ҡомһоҙҙары аҡса дауларға тотондо, шифаханаларға бушлай путевка юллап сабыусылар ҙа юҡ түгел. Бушалағайымға, юҡты бушҡа ауҙарып көнө ҡоро түгел йыйылыштар йыялар. Ғәҙеллек талап итәләр, йәнәһе лә. Һыу буйы һуҙылған талаптар теҙмәһен бер һөйләм менән генә аңлатырға мөмкин:”Бер кемгә лә түгел, фәҡәт миңә бир!” Тамаҡ ярып лаф ороуҙар ҙа яңылыҡ түгел бөгөнгө көнитмештә, ни тиһәң дә һәммәһе һатылған, һатып алынған баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Ә бит ҡала йәшәй, ҡала эшләй, тәбиғәт тарафынан ҡуйылған ҡатмарлы һынауҙы үтеүҙең төрлө юлдарын эҙләй. Ошоғаса башҡарылған, әле башҡарылып ятҡан сараларҙы күрмәүселәр, күрергә теләмәүселәр интернет селтәренә халыҡ ҡырыла тип туҙға яҙмағанды сыймаҡлай, балаларына противогаз кейҙереп фотоға төшөрөп, шуның менән йәмәғәтселекте болғарға тырыша, һүнеп барған усаҡҡа ялҡын өҫтәргә маташа.
Салт аяҙ, төтөн еҫе тойолмаған көндө битлек кейеп, аяҡтары аҫтындағы ер убылғандай ҡаштарын йәмерәйтеп уҙыусыларға сәйерһенеп ҡарап торам, ҡолағымда Мәрфуға апайҙың ғәрсел тауышы яңғырағандай:
– Сабыр итә белмәйҙәр шыпа, ояты ни тора!