АТАЙСАЛ
-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
23 Ғинуар 2019, 10:57

Байраҡ

Советтар Союзы тип аталған бөйөк держава ваҡыт арбаһынан төшөп, тарихта тороп ҡалыр алдынан башҡарма комитетта рәйес вазифаһында эшләй инем. Шуға ҡайһы саҡ ҡеүәтле илде тарҡатышҡан бер енәйәтсе һымағыраҡ та тойоп китәм үҙемде. Ауыр ине көн итеүҙәре ул осор; һәммәһенә ҡытлыҡ, кейем-һалым, аҙыҡ-түлекте, хатта кер йыуыу порошогын талон менән өләштек. Етештереү туҡтап ҡалған, иҡтисади бәйләнештәр өҙөлгән, бер кем бер ни өсөн яуап бирмәй, ә мөһөрлө Президент ошоғаса төҙөгәнде, яңынан үҙгәртеп ҡорам, тип ҡоро, нигеҙһеҙ сафсата һатып ваҡытын үткәрә. Дүрт тарафта ла ваҡыт ағышы туҡтап ҡалған төҫлө. Беҙ, халыҡҡа иң яҡын торған власть органы булараҡ, нимә лә булһа эшләргә тырышып ятҡан булабыҙ.

Талон, тигәндәй, типографияла баҫылып, силсәүит мисәте менән нығытып раҫланған ҡағыҙ киҫәген ғәҙел таратырға тырышам, әммә ҡайһы саҡ үҙемә етмәй ҙә ҡуя. Әҙәм балаһына бит ай ҙа, ҡояш та ярамай, эскерһеҙ ҡылығым иғтибарҙан ситтә ҡала, йәнәһе лә райпонан өҙә-йырта ебәргәндәрен “балда-майҙа” йөҙгән минең ғаилә генә йыпыра. Ни хәл итәһең, илдең ауыҙына иләк ябып булмай.
Ауыл Советының ҡыйығында һәр саҡ ҡыҙыл байраҡ эленеп тора. Шулай тейеш, законда шулай ҡаралған. Әммә юҡлыҡ шул нәмәгә лә килеп терәлде бит һуңғы сиктә. Йыл самаһы үтте, райондан яңыларын, алмашҡа тигәндәрен ебәрмәй ҙә ҡуялар. Аптыраған көндән йыйыштырыусы Маһинур апай ай һайын теге әләмде йыуып, үтекләп килтерә. Ваҡыт үтеү менән ҡыҙыл буҫтау буҙ төҫөнә инде, шунан аҡһылға әүерелде, бара-тора бөтөнләй тиерлек төҫөн юғалтты. Аҡ сепрәкте ҡасан күтәргәндәре билдәле.
Шул йылдарҙа Союзды һаҡлап ҡалыу хаҡында референдум үткәрҙеләр. Асыулы, ас халыҡтың 97%-ы илде тарҡатмайыҡ, тип тауыш бирҙе, мәгәр һайлаусыларҙың фекере ул мәлдә фәҡәт үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан етәкселекте ҡыҙыҡһындырманы. 1991 йылдың 25 декабрендә Кремль ҡыйығында елберҙәгән байраҡты төшөрҙөләр. Бына йыуып-үтекләрҙәр ҙә ҡабаттан ҡалҡытырҙар, тип уйлағандарҙыр инде бәғзе бер ҡатлылар. Өмөт аҡланманы. Илде юҡҡа сығарыусылар тарафынан бысратылған байраҡты таҙартып, “йыртылған урындарын ямап” яңынан ҡалҡытырға хыяллана бөгөн күптәр, тик селпәрәмә килеп ватылған, вайран килеп сәсрәп таралған элекке дәүләт ярсыҡтарын ҡоршап бөтәйтеү мөмкин түгел.
Читайте нас: