Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
21 Ғинуар 2019, 12:43

Юрған

Армияла хеҙмәт иткәндә Балтик буйы хәрби округында аҙна буйына һуҙылған учение үткәрҙеләр. Ете һалдаттан торған беҙҙең төркөмгә көнө буйына оцеплениела торорға, йәғни ҙур ғына майҙанға бер кемде лә үткәрмәҫкә ҡуштылар. Шулай булмай тағы: бында бәләкәй генә утарҙар саҡрым һайын тиерлек урынлашҡан һәм кеше-фәлән, йә булмаһа мал-тыуар, абайламаҫтан, хәрби уйындар барған ергә барып инеүҙәре бик тә ихтимал бит.

Беркетелгән ерҙә киске сәғәт һигеҙгә саҡлы булабыҙ ҙа өҫтәмә күрһәтмә алыуҙы ла көтмәй частҡа юлланабыҙ. Беҙгә шул бурыс йөкмәтелгән. Ҡуҙғалырға йыйынғайныҡ ҡына, бына бит, бәлә, машина тоҡанманы ла ҡуйҙы. Водитель Ложкиндың капотты ҡырымаһа ҡырҡ асып, ҡат-ҡат газ педаленә баҫыуынан да файҙа булманы, двигатель илағандай шыңшып ҡуйыуҙан ары китмәне. Килеп тыуған хәлде шылтыратып төшөндөрөү өсөн бер һалдатты эргәләге заставаға ебәргәйнем, ул эңер төшөүгә генә кире боролдо. Башҡа мөһимерәк эштәр менән мәшғүл рота командиры, үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күрегеҙ, тигәндәй, беҙгә таң атҡансы урыныбыҙҙа ҡалырға бойорған. Ярай әле заставалағы ашнаҡсының ярты түтәрәм икмәк, ике һауыт тушенка ебәрергә башы еткән. Шулар менән тәғәмләнеп ҡорһаҡтағы бүреләр олоуын баҫтыҡ. Хәҙер нисек тә төн уҙғарырға кәрәк. Сентябрь аҙаҡтары. Килеп тороп һыуыҡ. Еүеш томан тәнде үтәнән-үтә һуғып, електәргә саҡлы үтә. Дерелдәп өшөүҙән тештәр шаҡылдай. Машина тирә-ләй йөрөп әйләнгән булабыҙ, шунан тәнде бер аҙ йылытыу уйы менән физзарядка яһап аҙапланабыҙ. Кабинаға тығылыр инек тә, ете кеше унда нисек һыйһын?! Һуңғы сиктә кузовта урынлаштыҡ. Ложкин әллә ҡайҙан майға ҡатып бөткән юрғанды килтереп сығарғайны, ҡаҙаҡ егете Жанибай йәнләнеп китте:
—Өләсәйемдең кәңәше иҫкә килеп төштө бит әле, егеттәр, һалҡын баштан да, башҡа ерҙән дә түгел, иң әүәл аяҡтарҙан башлап юғарыға үрләй икән. Шунан кеше өшөй башлай. Әйҙә, хәҙер ҡапма-ҡаршы ултырабыҙ ҙа аяҡтарыбыҙҙы ошо нәмә менән урап бер-беребеҙгә һыйынабыҙ!
Шулай иттек тә. Ысынлап та йылы булып китте...
Хәҙер талаш-ыҙғыш дәүере килеп, бәғзеләр, юрғанды үҙҙәре яғына тартып, ер бүлешкәндә аңымдағы ете милләт кешеһе береһе икенсеһен ҡосаҡлап йылытып, бер юрғанды ғәҙел бүлешеп һаман да булһа сик буйында ултыралыр төҫлө...
Читайте нас: