Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
17 Ғинуар 2019, 11:40

Вәғәҙә

Сибайҙа уҡып йөрөгәндә өс егет май байрамдарына ҡайтып әйләнергә иттек.Ҡасып-боҫоп, әлбиттә. Ул саҡта студенттарҙы байрамдарҙа ҡайтырға рөхсәт итмәйҙәр ине, сөнки йәш кеше ҡулына байраҡ йә транспарант тотоп, демонстрацияла ҡатнашырға, бәхетле көнитмеште күрһәтергә, раҫларға бурыслы. Трибуна алдынан үткәндә ялҡынлы саҡырыу ишетелә: “Коммунистар партияһына дан, бөйөк Ленин эштәре мәңге йәшәһен!” Ыңғайы бер көтөүҙән баҡырышып ҡайтып килгән бүлтерәк бәрәндәрҙәй аҡырып һөрәнләп тә ебәрәбеҙ:”Ур-а-а-а!”

Сибайҙа уҡып йөрөгәндә өс егет май байрамдарына ҡайтып әйләнергә иттек.Ҡасып-боҫоп, әлбиттә. Ул саҡта студенттарҙы байрамдарҙа ҡайтырға рөхсәт итмәйҙәр ине, сөнки йәш кеше ҡулына байраҡ йә транспарант тотоп, демонстрацияла ҡатнашырға, бәхетле көнитмеште күрһәтергә, раҫларға бурыслы. Трибуна алдынан үткәндә ялҡынлы саҡырыу ишетелә: “Коммунистар партияһына дан, бөйөк Ленин эштәре мәңге йәшәһен!” Ыңғайы бер көтөүҙән баҡырышып ҡайтып килгән бүлтерәк бәрәндәрҙәй аҡырып һөрәнләп тә ебәрәбеҙ:”Ур-а-а-а!” Шунан ҡулыбыҙҙағы бушҡыуыҡ шарҙарҙы күккә осорабыҙ ҙа эләгә-йығыла, өйҙән аҙыҡ-түлек ташый торған киндер тоҡтай дәү рюкзактарыбыҙҙы болғай-болғай вокзал яғына ҡарай йүгерәбеҙ. Автобуста инде төйөп тыҡҡандай халыҡ, бер аяҡҡа баҫып тиерлек тораһың. Шуныһына ла шөкөрбөҙ, — иң мөһиме — һыйҙыҡ, иң ҡыуандырғаны — төшөп ҡалманыҡ! Шулай итеп, ҡайтып киләбеҙ. Сиҙер ауылының һыртындағы туҡталышҡа еткәндә ҡояш байыуға яҡынлағайны, ары утыҙ саҡрым тирәһе араны йәйәүләп атлағансы төн уртаһы ауҙы. Күҙгә төртһәң күренмәҫлек ҡараңғыла төртәләнеп Һаҡмарға килеп терәлдек. Ә теге яҡҡа нисек сығырға? Бына бәлә! Күптән түгел боҙо китеп ташҡан йылға күренеп үк ятмаһа ла диңгеҙҙәй йәйелгәндер, ана бит, яҡынлап ҡуймағыҙ, убам, йотам, тигәндәй ахылдай-ухылдай, ажғыра. Яр башына усаҡ ҡабыҙыр инек тә бынауындай ыҙғырыҡлы төндә ҡайһылайтып ҡоро-һары хәстәрләмәк? Һыйынышып ҡына тирәк төбөнә ултырғайныҡ, уңғансы өшәндергес һалҡын ямғыр шым-шырыҡлап һибәләргә тотондо. Тиҙҙән һуңғы епкәсә еүешләндек, дер-дер ҡалтырай башланыҡ. Ауыл хужалығы техникумында уҡып йөрөгән Рауил тештәрен шаҡылдатып былай тип бышылданы:
– Ҡайтыу менән яңғыҙы көн иткән Зәғифә ҡарсыҡҡа бер арба итеп ҡыу утын килтермәһәмме?! Әйҙә, усағына яҡһын да ҡыуанһын…
Курсташым Фәһим үҙәгенә үтеп асыҡҡандыр, ул да элә һалып алды:
– Тужы әйтәм әле, әсәйем аҡ май айырып, күпертеп икмәк бешереп күрше-тирә ҡатындарын йома сәйенә йыйһын…
Үҙ сиратымда мин дә һүҙһеҙ, йомолоп ҡалманым:
– Яңы уҡ булмаһа ла әлегә кейерлек күфәйке, туҙырға өлгөрмәгән кирза итектәр ята
келәттә. Шуларҙы срушны ауыл ҡарты Йыһангиргә бирәм.Тәнен ел һуҡмаһын, аяҡтары йылыла йөрөһөн…
Иртәгеһен йылғаны кәмә аша сығып тау башында ятҡан ауылға күтәрелдек. Ҡайтҡас тиҫтерҙәр менән аралашып донъябыҙҙы онотоп ямғырлы төндә яр башында биргән вәғәҙәләрҙе оноттоҡ. Бынау салт аяҙ яҙғы көндә уларҙы кем генә хәтерләй тиһең?!.