Яңы йыл алдынан улыбыҙға тип әҙерләгән нәмәне шыршы төбөнә һала торғайныҡ. Иртәнсәк иң беренсе бирелгән һорау шул була: «Быны миңә кем әпкилде?» «Ҡыш бабай, балам! Төн уртаһы ауғас килеп инде лә, һине уятып мәшәҡәтләнмәй, тоғонан алып ошоно ҡалдырҙы»,—тибеҙ бер тауыштан әсәһе менән. Йола йыл һайын ҡабатлана килде, мәгәр улыбыҙ үҫә барған һайын Ҡыш бабайҙың көнитмештә юҡлығына, уның уйлап сығарылған әкиәт персонажы икәнлегенә төшөнгәнгә, төпсөнөүен ҡуйһа ла, аңына һеңгән ғәҙәтен—шыршы төбөн ҡарауҙы онотманы.
Яңы йыл алдынан алыҫтан улыбыҙ ҙа ҡайтып төштө. Матур теләктәребеҙҙе әйтеп, әҙерләгәнебеҙҙе тотторҙоҡ. Ә ул өндәшмәй ҡалды һәм яңы йыл куранттары һуғыу менән шыршы төбөнән пакеттар килтереп сығарҙы. «Быны кем ҡалдырҙы, улым?»,— тинек бер тауыштан онотола барған һорауҙы иҫкә төшөрөп. «Мин—Ҡыш бабай! Һеҙгә алыҫ яҡтарҙан бүләктәр алып ҡайттым! Икегеҙгә лә сәләмәтлек, йортобоҙға ҡот-бәрәкәт теләйем!»
Инде йыл һайын түребеҙгә биҙәп шыршы ҡуйып Ҡыш Бабайҙың килеп инерен түҙемһеҙлек менән көтәсәкбеҙ. Ә бүләктәр?.. Улары—бәлки мөһим дә түгелдер. Иң мөһиме—әкиәтте ысынбарлыҡҡа әүерелдереүсе, мөғжизәләр тыуҙырыусы Ҡыш бабайҙың барлығын беләбеҙ! Ә ул—яныңда һине ҡайғыртып, хәстәрләп йөрөп ятҡан, йә йыраҡтан һағынып ҡайтҡан иң яҡын кешең икән!..