АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
25 Декабрь 2018, 11:11

Урыны ҡала

Балта оҫтаһы Ғаяздың ҡатыны Фәрхәнә ғүмере буйы ирен яңғыҙаҡ ҡатындарға көнләне, шул арҡала ғаиләләрендә йыш ҡына талаш-тартыш ҡуба. Ә ағайҙы яҡшы беләм; эшсән, ипле, итәғәтле кеше, тиктомалдан тағылған йөрөмтәллек йәрлеге лә ышандырып етмәй, ҡырын ғәмәл-хилафлыҡты һәммәһе лә ус төбөндәгеләй асыҡ күренгән-сағылған ауыл кимәлендә йәшереп-боҫороп ҡалыу мөмкин түгел.

Ферма янынан үтеп барһам мал һарайын ремонтлаған Ғаяз төшкө аш мәле етһә лә һаман да ҡайтмайынса эш урынында уныһын-быныһын эшләп мөштөрҙәп йөрөй. Эргәһенә барып түмәр ҡырҡындыһына һаҡтым. Теге лә яныма ултырып ҡабаланмай ғына тәмәке ҡабыҙҙы. Ауыҙына һыу уртлағандай быҫҡый, ваҡыт-ваҡыт ауыр көрһөнөп тә ҡуя. Күренеп тора, кәйефе юҡ шыпа.
– Әвит мәле лә баһа, ағай, тәғәмләнеп алһаңсы?
– Тамаҡҡа аш үтмәй бит әле, ҡустым. Тағы урынһыҙға тәмһеҙләштек, сәбәбе билдәле…
Уңғансы алыҫтағы тыҡрыҡ ауыҙына яр биреһеләй ярпайып баҫҡан еңгә беҙҙең яҡҡа ҡарап ҡул болғап һөрәнләне:
– Атаһы, ништәп ығышаһың унда тағы, бынағайыш, ҡайт, ашым һыуына ла баһа! - Бер
аҙҙан ғәфү үтенгәндәй өҫтәне. - Ярай, биғәйбә, үпкәләмә, был юлы ла хаҡлы түгелмен. Онот.
– Беҙҙең талаш гел шулай бер төрлө тамамлана. - Ғаяз тамағына тығылған төйөрҙән ҡо-толорға теләгәндәй көсәнеп тамағын ҡырып алды ла тороп, ҡулына ҡыпһыуыр эләктереп, тишектәр сыбарлаған бағананан яртылаш бөгәрләнгән ҙур ҡаҙауҙы һурып сығарҙы. - Рәнйеү ошо тутыҡҡан ҡаҙау менән бер бит ул, күңелдән алып ырғытһаң да бөтәшмәҫлек булып урыны ҡала…