Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
24 Декабрь 2018, 12:39

Ҡомаҡ

Беҙҙең яҡта ауылдар Никита Хрущевтың эреләтеү сәйәсәте башланғансы береһе икенсеһенә бик яҡын, терәлеп тиерлек урынлашҡайны. Ә ул аҙағынаса уйланып еткерелмәгән сәйәсәттең ыңғай яғына ҡарағанда зыяны күберәк булды, ер хужаһыҙ ҡалды, ереккән төйәген ҡалдырып күсенгәндәр инәһеҙ ҡалған бал ҡортолай ете-ят яҡтарға һибелде. Бергә ойошоп, уҡмашып көн иткән әүәлге ауылдарҙың балалары көн һайын тиерлек осрашып, дуҫлашып, бергә уйнап үҫтек. Һуң шулай булмай тағы, араларыбыҙҙы йә тау, йә йылға ғына бүлә, айыра. Ә беҙ тиктомаҫтар өсөн ул да булғанмы кәртә! Шуға ла хәҙер ситтә осрашһаҡ бер-беребеҙгә яҡташ, тип түгел, ауылдаш, тип өндәшәбеҙ. Шул ауылдаштарымдың береһе яйы сыҡан һайын үтенесен тыҡый:– Бала саҡтағы теге ҡомаҡ тарихын онотманыңмы? Кимереүсе, уғры фиғеллеләр үрсейбарғанда яҙ әле шул хаҡта!

Беҙҙең яҡта ауылдар Никита Хрущевтың эреләтеү сәйәсәте башланғансы береһе икенсеһенә бик яҡын, терәлеп тиерлек урынлашҡайны. Ә ул аҙағынаса уйланып еткерелмәгән сәйәсәттең ыңғай яғына ҡарағанда зыяны күберәк булды, ер хужаһыҙ ҡалды, ереккән төйәген ҡалдырып күсенгәндәр инәһеҙ ҡалған бал ҡортолай ете-ят яҡтарға һибелде. Бергә ойошоп, уҡмашып көн иткән әүәлге ауылдарҙың балалары көн һайын тиерлек осрашып, дуҫлашып, бергә уйнап үҫтек. Һуң шулай булмай тағы, араларыбыҙҙы йә тау, йә йылға ғына бүлә, айыра. Ә беҙ тиктомаҫтар өсөн ул да булғанмы кәртә! Шуға ла хәҙер ситтә осрашһаҡ бер-беребеҙгә яҡташ, тип түгел, ауылдаш, тип өндәшәбеҙ. Шул ауылдаштарымдың береһе яйы сыҡан һайын үтенесен тыҡый:
– Бала саҡтағы теге ҡомаҡ тарихын онотманыңмы? Кимереүсе, уғры фиғеллеләр үрсей
барғанда яҙ әле шул хаҡта!
– Һәр күргән, кисергәнде ҡағыҙға төшөрөү мөмкин түгел. Йәнә ҡырағайлыҡ хаҡында
хәбәр ҡуйыртыу менән генә көнитмеш миһырбанлыға әүерелеп китмәҫ!
– Яҙ әле, фәһем алһындар өсөн яҙ!
Тыҡыу шулай ҡабатлана килде, ә мин һылтауын табып уны үтәмәнем... һәм көтмәгәндә ошо ҡомаҡ тарихына туранан-тура ҡағылышлы икенсе тиҫтеремде тап иттем, һәм сағыштырыуҙан хайран ҡалдым:”Китсе, был ысынлап та күңеле менән генә түгел, тышҡы ҡиәфәте менән дә ҡомаҡ төҫөн алған да баһа!..”
Беҙҙең йәшебеҙ йә бала түгел, йә үҫмерлеккә инеп етмәгән саҡ. Йөрөйбөҙ шулай өлкәнлеккә өлгөрмәй, кеселектән арына алмай.
Беҙ, өсәү, мөһим булмаған хәлдәр хаҡында һөйләшеп кис, ике ауыл араһындағы тау бит-ләүендәге сирәмдә ҡырын ятабыҙ. Тәбәнәк буйлы, тыңҡыш кәүҙәлебеҙ һүҙ башланы:
– Атайымдың кафыр һымаҡ бер үҙе сусҡа тотҡанлығын беләһегеҙ. Тотош ишек алдын
бер заман ҡомаҡтар баҫып алды бит әй! Шул тиклем дә үрсенеләр, хатта беҙҙән дә тартынмай, ҡурҡмай башланылар. Атай-әсәй ағыулап та ҡараны, алдатҡыслы тәпе ҡуйып та аҙапландыҡ. Рәт сығырлыҡ түгел ине, был дәдәң, — һуҡ бармағы менән түшенә төрттө,— тапты бит яйын!
– Нисек?! — Кемуҙарҙан һорай һалдыҡ.
– Уныһы инде, сер, хатта әйтер инем тәжрибә нигеҙендә үҙем уйлап сығарған асыш! –
Тыңҡыш тештәре араһынан серт иттеп төкөрөп ҡуйҙы ла ҡарашын серлеләндереп байып барған ҡояшҡа күҙ атты. Өҙмәй ҙә ҡуймай төпсөнөрөбөҙҙө белгәнгә шулай итә.
– Ярай, һөйлә инде!
– Ишеткәнегеҙҙе онотоғоҙ, нимәгә ул һеҙгә!
– Ҡыҙыҡ таһа! Давай!
– Улайһа тыңлағыҙ. Каннибалдар хаҡында фантастик әҫәр уҡығас башҡа бер уй төштө: зиһенле әҙәм үҙ затындағына яҫҡынғас ҡомаҡтар нишләп береһе икенсеһен ашамаҫҡа тейеш?! Теге типкеләп тиерлек йөрөткән ҡомаҡтарҙың биш-алтауһын ауырлыҡһыҙ эләктереп алдым да йәйге селләлә тәрән тимер мискәгә төшөрҙөм һәм яндарына көн һайын сеүәтә менән һыу ғына ҡуям. Ваҡыт үтә торҙо... Ниһайәт тимер зиндандағы тотҡондарҙың береһе юҡҡа сыҡты. Әһә, бына бит аслыҡ нишләтә! Бара-тора иң ҙур, йыртҡысҡа тартым ҡомаҡ ҡына тороп ҡалғайны уны иреккә ебәрҙем. Һөҙөмтәлә оҙаҡ көттөрмәне беҙҙе ыҙалатҡандар ҡырғын тейгәндәй юҡҡа сыға башланы. Уларҙы кем ҡырғаны билдәле инде!
- Һин… һин… ҡанһыҙ кеше икәнһең! Нисек был вәхшилеккә ҡулың барҙы?! Алланан ҡурҡмайһыңмы? - тине күршем.
- Гөнаһ ҡылманым да баһа, ҡомаҡты йәшәргә өйрәттем бары.
- Ҡарға күҙен ҡарға суҡымай. Тайпылышһыҙ үтәлә килгән тәбиғәт ҡануны шундай!
- Тормошта иһә башҡасараҡ, әгәр һин уны ашамаһаң ул һине йотасаҡ. Вәт шулай!
Тәжрибәһен фәлсәфәүи тонда йомғаҡланы Тыңҡыш.
Ә Тыңҡышҡа килгәндә уның яҙмышы үҙенсәлекле булды: алдап-һолдап, кеше талап бар нимәне йортона ташып байып китте. Яҡындарын онотто, туғандарын бар тип тә белмәне, хатта шул хәлгә барып етте, ауылда көн иткән ата-әсәһен ерләргә лә ҡайтып ураманы. Хәҙер ул тамырынан ысҡынып ел ыңғайына ҡола даланан тәгәрәгән ҡамғаҡтай, теге, ҡәрҙәштәрен ҡырып яңғыҙы ҡалған ҡомаҡтай көн итә. Ошоға тағы ни өҫтәйһең – Тәңре хөкөмөлөр был.
Әҙәм балаһын ҡырағай йәнлек менән сағыштырыу, уны түбәнһетеү, тормош бысраҡтарында соҡоноп унан ниндәй ҙә булһа мәғәнә эҙләп маташыу - шыпа ла килешмәгән, яҙыҡ эш, тик тирә-яғыма ҡараш атһам шуны күрәм – ейгәндәре һыуға һәм икмәк ҡатыһына ҡалған, ҡыш һалҡынынан алйыған асарбаҡтар һаны көн һайын артҡандан арта бара. Күҙ алдыма тимер мискәгә төшөрөлгән ас ҡомаҡтар килеп баҫты. Ҡурҡыныс…