Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
12 Декабрь 2018, 08:44

Өс бәлеш

Беҙ айырылмаҫ өс дуҫ инек. Ҡайҙа барһаҡ та бергәбеҙ. Икәүебеҙ таралып барған терегөмөштәй хәрәкәтсән, тиктормаҫ, йылғыр һәм белектең ни икәнен белмәгән ғәмһеҙ. Өсөнсөбөҙ баҫалҡы, аҙ һүҙле, тыйнаҡ, эшсән, һәр әйтерен уйлап, үлсәп әйткәнгә тиҫтерҙәребеҙ араһында олораҡ та, абруйлыраҡ та күренә. Ул эшлекле, бөтмөр, бөхтәлекте яратҡан кеше булараҡ беҙҙең өҫ-башты йыуа, кипһә үтекләй, аҙыҡ-түлек артынан магазинға йөрөү, тәмле итеп аш яраштырыу, бүлмәне йыйыштырыу ҙа уның өҫтөндә. Ошо хисаплаған мәшәҡәттәрҙе иренмәй, ауырһынмай теүәл башҡара, тейешле, шәхсән, фәҡәт уға ғына йөкмәтелгән шөғөл, мөҡәддәс бурыс итеп ҡабул итә, йәнә вайымһыҙлығыбыҙға барып онота-нитә ҡалһаҡ дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙарыбыҙға өсәүбеҙ исеменән байрам һайын открыткалар ҙа яҙа. Мин таҡҡан ҡушаматҡа ярашлы һуйған да ҡаплаған тәүфиҡле мулла бесәйе инде.

Беҙ айырылмаҫ өс дуҫ инек. Ҡайҙа барһаҡ та бергәбеҙ. Икәүебеҙ таралып барған терегөмөштәй хәрәкәтсән, тиктормаҫ, йылғыр һәм белектең ни икәнен белмәгән ғәмһеҙ. Өсөнсөбөҙ баҫалҡы, аҙ һүҙле, тыйнаҡ, эшсән, һәр әйтерен уйлап, үлсәп әйткәнгә тиҫтерҙәребеҙ араһында олораҡ та, абруйлыраҡ та күренә. Ул эшлекле, бөтмөр, бөхтәлекте яратҡан кеше булараҡ беҙҙең өҫ-башты йыуа, кипһә үтекләй, аҙыҡ-түлек артынан магазинға йөрөү, тәмле итеп аш яраштырыу, бүлмәне йыйыштырыу ҙа уның өҫтөндә. Ошо хисаплаған мәшәҡәттәрҙе иренмәй, ауырһынмай теүәл башҡара, тейешле, шәхсән, фәҡәт уға ғына йөкмәтелгән шөғөл, мөҡәддәс бурыс итеп ҡабул итә, йәнә вайымһыҙлығыбыҙға барып онота-нитә ҡалһаҡ дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙарыбыҙға өсәүбеҙ исеменән байрам һайын открыткалар ҙа яҙа. Мин таҡҡан ҡушаматҡа ярашлы һуйған да ҡаплаған тәүфиҡле мулла бесәйе инде. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа уны, йыуашты, йәберҙән, ситнәтеүҙән һаҡланыҡ, яҡланыҡ. Шуға ла ҡаланың һуғыш суҡмарҙары уға бәйләнергә, йоғонорға тартыналар ине. Яҡынлап, тейеп кенә ҡараһындар, тегеләрҙең маңлайына туҙынған әтәстәй ҡунырға әҙербеҙ.
Ул лекцияларҙан һуң аудиторияла оҙаҡ тотҡарланмай беҙгә ҡарағанда саҡ ҡына алданыраҡ ҡайта ла юл ыңғайы буфеттан картуф, кәбеҫтә йә кишер эсле өс бәлеш һатып ала. Беҙ икәү теге нәмәләрҙе бер ҡапҡанда йотоп ҡуябыҙ, өсөнсөһөн ғәҙел итеп ҡап уртаға бүлеп ҡабабыҙ һәм дә мәҙәниәт, иғтибар, тәрбиә йөҙөнән ауыҙыбыҙҙағын сәйнәй-сәйнәй ыңғайы бер ҡыҙыҡһынабыҙ ҙа:
—Һин, теге ни, ашағанһыңдыр у?
—Эйе,—ти был,—ә былар һеҙгә, һыйланығыҙ, әйҙә!—Шулай ти ҙә йылмая биреп беҙҙе, ас ҡоромдарҙы бер килке күҙәтеп ултыра.
Күп йылдар үткәс уйлап ҡуям: ә бит өсөнсөбөҙ бәлеште бөтәбеҙгә тип инселәп алған һәм үҙенең өлөшөнә ҡағылмайынса сабыр ғына ҡайтырыбыҙҙы көткән!
Fәҙеллек тураһында һүҙ сыҡһа, үтәлмәгән бурыстарым, кисектерә килгән бирәсәктәрем самаларҙан ашып китһә, шул өс бәлеш хәтергә килә лә төшә. Олоғайған көндә, айырылмаҫ, һуңғы һынығын ҡапмайынса беҙҙе көткән йәшлек дуҫымды табырға, бүлешмәйенсә һоғаланып ҡапҡан бәлештәрҙе кире ҡайтарырға ине лә бит, мөмкин түгел шул, мөмкин түгел…
Читайте нас: