Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
16 Ноябрь 2018, 16:17

Һыйыр хаҡында йыр

Бесән осоронда ормаһарҙан ауылдашымды ҡыҙҙырып ташланым:—Йәй йәмен күрмәй, ҡырҙан ҡайтып инмәй, ал-ял белмәй бесән сабаһығыҙ! То-тоноғоҙ шул һыйырығыҙҙы! Сығым-килем йәһәтенән ҡарағанда үҙен аҡламай хәҙер мал тотоу. Тимәк буштан-бушҡа, бер файҙаһыҙға бил бөгәһегеҙ булып сыға!—Һуң ҡайҙа ғына итәйек һәүкәшебеҙҙе?! Аҫрай, баға торғас күнегеүҙән ғәйре уны ғаилә ағзаһылай күреп эҫенеп бөткәнбеҙ, муйынына бысаҡ һалырға ҡулыбыҙ бармай, һис юғында хаҡ бесеп мәшәҡәтләнмәй генә берәйһенә тоттороп ебәрер инек тә, кемдең ҡулына барып эләгә бит әле, шуныһы ауыр мәсьәлә,—тип яуапланы сыбыҡ осо ҡустым.Бер ҡатлылар психологияһы, мал йәнлелек!

Һыйыр хаҡында йыр
Бесән осоронда ормаһарҙан ауылдашымды ҡыҙҙырып ташланым:
—Йәй йәмен күрмәй, ҡырҙан ҡайтып инмәй, ал-ял белмәй бесән сабаһығыҙ! То-тоноғоҙ шул һыйырығыҙҙы! Сығым-килем йәһәтенән ҡарағанда үҙен аҡламай хәҙер мал тотоу. Тимәк буштан-бушҡа, бер файҙаһыҙға бил бөгәһегеҙ булып сыға!
—Һуң ҡайҙа ғына итәйек һәүкәшебеҙҙе?! Аҫрай, баға торғас күнегеүҙән ғәйре уны ғаилә ағзаһылай күреп эҫенеп бөткәнбеҙ, муйынына бысаҡ һалырға ҡулыбыҙ бармай, һис юғында хаҡ бесеп мәшәҡәтләнмәй генә берәйһенә тоттороп ебәрер инек тә, кемдең ҡулына барып эләгә бит әле, шуныһы ауыр мәсьәлә,—тип яуапланы сыбыҡ осо ҡустым.
Бер ҡатлылар психологияһы, мал йәнлелек!
Тәпәй баҫҡан тупраҡтан айырылып ҡатлы йорттоң бейегенә менеп ҡунаҡлағас мин дә, ана ҡайһылай, ҡаласа, тар, мәғәнәһеҙ фекер йөрөтә башлағанмын! Мал йәнлелек, тигәндәй, ошо һүҙбәйләнеш әҙәм балаһының ҡылыҡ-фиғелен байытыр миһырбанлыҡ, шәфҡәтлелек, кешелеклелек төшөнсәләренә барып ялғана. Ҡана ла һуң ундай күркәм холоҡлолар күберәк булһа?! Ул саҡта йыртҡыслыҡ, хайуанлыҡ күренештәре көнитмештә һирәгерәк осрар ине, бәлки.
Һыйыр алыҫ Һиндостанда ғына изгеләрҙән-изге иҫәпләнмәй, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, ул да ҡасандыр беҙҙең муллыҡ, байманлыҡ билдәләренең береһе ине. Көтөүлектәрҙә йәйрәгән малдың бихисап, ферма һарайҙарының лыҡа тулы сағын әйтеүем. Төпкөлдә көн иткәндәрҙең ашаулығын бөгөн дә аҡтанаҡ ризыҡһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Ауыл ерендә бит борон-борондан ваҡыт бөтөнләй икенсе үлсәм юҫығында: «көтөү ҡыуғас», «көтөү ҡайтыр алдынан», «һыйыр һауғас», «һөт айыртҡандан һуң»... Һүҙҙең рәт-сүрәтен белмәгән ҡаланан килгән берәй белекһеҙ аптыранып ҡалған хәлдә лә тәбиғәт балаһы айыра шуны, яңылышмайынса, сәғәтенә, хатта минутына ҡәҙәр тап килтереп теүәл билдәләй ала! Бер халыҡ артисы менән әңгәмәләшкәндә ул һүҙ ыңғайы әйтә ҡуйҙы:
—Райондар буйлап гастролдәргә сығырға йыйынып йөрөлә.
—Концерттарыңды сәғәт нисәгә ҡуяһың ғәҙәттә?
—Билдәле инде, халыҡ бесәндән ҡайтып, көтөү ҡаршылап, һыйырҙарын һауғас...
Ауыл малайҙары булараҡ аңлаштыҡ шулай.
Бала саҡтың иң матур, хәтерҙә ҡалған күренеше шул: таң менән йоҡонан күҙҙәреңде тырнап асаһың да ҡулыңа көрөшкә эләктереп ялан кәртә яғына йүнәләһең, ә унда биҙрәгә һөттөң гөбөрләп ағылған тауышы ишетелә. Һыйыр күҙҙәрен йомоп рәхәтләнеп көйшәй, ә мамыҡтай һөт күбеге ҡалҡа бара, ҡалҡа бара. Әсәйҙең һауытыңа ҡойоп биргән йылымыс һөтөнән тәнеңә йылылыҡ, яҡтылыҡ, аҡлыҡ һәм паклыҡ тарала...
Беҙҙең дә ҙур ҡашҡалы «Йондоҙ» ҡушаматлы шауҡал һыйырыбыҙ бар ине. Ҡаҡса, эре һөйәкле булғас тәү ҡарашҡа күрмәлекһеҙ, күтәртергә йыйынған малға тартым күренә, әммә аҡыллы, әсәйем мал йәнле булһа, быныһы инде кеше фиғелле, һөй-ләшеп, һүҙ ҡушырлыҡ рәт-самаһы ғына юҡ. Уның ҡарауы барлыҡ һиҙгер зиһене төпһөҙ күҙҙәрендә сағыла. Оло көтөүҙе эйәртеп һәлмәк, ҡабаланмай баҫып гел алдан төшә, һөткә тиртеп тулышҡан еленен талғын бәүелтеп беренсе булып ҡайтып инә. Унда-бында ташланып, ситкә тартып мөстәнләнмәгәс, көтөүсе лә һыйырыбыҙға ҡатырғанмай, сыбыртҡыһы менән киҙәнмәй. Әсәйем дә ашар-эсерен алдан хәстәрләп ҡунаҡ ҡаршылағандай ҡапҡа тышына уҡ сығып баҫып ҡаршы алып тора.
Мин армияла саҡта, әсәйемдән хат килһә, ул иң башта һыйыры хаҡындағы оҙон-оҙаҡ хәбәрҙән һуң ғына ауылдың башҡа яңылыҡтарына күсер ине. 75-се, ҡоролоҡ йылы, хәл-әхүәлде гел бер төрлөрәк башланы: «Сабынлыҡта семтем бесән үҫмәне быйыл. Көн һайын ураҡ менән сауҡа араларын, ағас төптәрен урып алып ҡайтам. «Йондоҙ»ҙоң тамағы ас ҡалмаһа, нисек тә бирешмәҫбеҙ әле...»
Хаттарының береһендә былай тип тә яҙҙы: «Fүмерҙә булмаған хәл, «Йондоҙ» бүлексә баҫыуына төшкән! Әбйәщик Рафайыл ағайың ашлыҡты тапаған малды һарайға шартлатып бикләгән дә беҙҙекен өйгә ҡыуып алып килгән. «Был ни хәл, апай?»—тип аптырай. «Икебеҙҙә лә ғәйеп,—тип яуапланым,—бөгөн иртән онотоп ашлы һыуын ашатмай ебәргәйнем шул, ҡоромағыр, һөйләшермен, аңлатырмын, инде был боҙоҡлоҡ ҡабатланмаҫ!»
Өйләнгәс әле, кәләшем һыйыр һауыр мәлдә беләгенә биҙрәһен элгән дә күрше ҡатын менән һыу буйы һүҙгә төшөп киткән. Көтөп арыған «Йондоҙ» уның эргәһенә килде лә мороно менән бөйөрөнә ҡағылды. Быны аласыҡтың асыҡ ишегенән күреп ҡалған әсәйем иҫкәрмәһен яһай һалды: «Артыҡлап тотҡарланма әле, килен, ана бит «Йондоҙ» һауа һал, тип сабырһыҙлана!»
Хәҙер шулай өйрәнгәнмен, шулай ғәҙәтләнгәнмен, әсәйемде гел шул һыйыры менән йәнәш ҡуйып күҙ алдына баҫтырам. Уларҙы айырыу мөмкин түгел.
Мине гел бер сетерекле һорау ҡыҙыҡһындыра, ожмахҡа икешәрләп индерәләрме икән? Әгәр ундай хилафлыҡ рөхсәт ителмәһә, моғайын да әсәйем һыйырын ҡалдырып, тегенеһе хужабикәһенән айырылып йәннәткә аяҡ баҫмаҫ!
Кис етһә гел ҡарағусҡылланған асманға күҙ талдырып бағам, унда әсәйем «Йондоҙ»он нурҙан үрелгән бау менән етәкләп, Ҡош Юлы буйлап ожмах ҡапҡаларын сиратлап ҡағып йөрөй һымаҡ...