Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
23 Октябрь 2018, 11:32

Теләк

Элек мәсетһеҙ муллалар була торғайны, хәҙер ауыл һайын муллаһыҙ мәсеттәр тора. Беҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа Әбдрәхим ҡарт йәшәне. Бохарала дини уҡыу йортон тамамлаған указлы диндар ине ул. Шкафында китаптар араһына астрономия, география, тарих дәреслектәре лә ҡуйылған. Бер барғанымда теге Л.Н.Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» романын уҡып ултыра ине. Уны эҙләп, юллап ҡайһы тарафтан ғына килмәнеләр!

Элек мәсетһеҙ муллалар була торғайны, хәҙер ауыл һайын муллаһыҙ мәсеттәр тора. Беҙ бала саҡта ауылыбыҙҙа Әбдрәхим ҡарт йәшәне. Бохарала дини уҡыу йортон тамамлаған указлы диндар ине ул. Шкафында китаптар араһына астрономия, география, тарих дәреслектәре лә ҡуйылған. Бер барғанымда теге Л.Н.Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» романын уҡып ултыра ине. Уны эҙләп, юллап ҡайһы тарафтан ғына килмәнеләр! Тауыҡ кетәгендәй бәләкәй генә йортонда һәммәһен ҡабул итте, ҡулынан килгән ярҙамын күрһәтте, өй беренсә йөрөп дин ғәмәлдәрен атҡарҙы, өйләнешкәндәргә бата уҡыны, яңы тыуған бәпестәргә исем ҡушты, хәле ауырҙарға ясин сыҡты, вафат булыусыларҙы ҡәберенә ҡәҙәр һуңғы юлға оҙатышты. Әммә башҡарған хеҙмәттәренә хаҡ бөгөп, саҙаҡа там итеп йөрөгәнен хәтерләмәйем. Им-томо бигерәк килеште. Йоҡом боҙола, һаташа башлаһам әсәйем бер сеүәтә бойҙайҙы яулыҡҡа төрә лә мине өшкөртөлөргә ебәрә. Әбдрәхим ҡарт хәлемде әллә ҡайҙан белеп ала: «Бигерәк хислеһең шул, балам. Бар, килтергән емеңде тауыҡтарға һибеп ин дә шайтандарыңды ҡыуып ебәрәйем...» Урамда тап итһә лә башымды һыпырып, әйләндереп-тулғандырып, ҡаҡҡылап-һуҡҡылап ебәрә торғайны. Fүмеренең һуңғы йылдарында тома һуҡырайҙы Әбдрәхим ҡарт, шулай ҙа аяҡ тауыштарын әллә ҡайҙан айырып һөрәнләп ултырыр ине: «Ана, беҙгә улыбыҙ килә ята!» Шул саҡта аптырай инем, хәҙер беләм, ул маңлай күҙе менән түгел, күңел күҙе менән күргән һәм ишеткән икән.
Әбдрәхим ҡарт тураһында һүҙ сыҡҡас, уға ҡағылышлы ике ваҡиғаны яҙмаһам, моғайын, яҙыҡ булыр.
Бер көн ул килеп инде лә ишек төбөндәге ашлы һыуға күҙ ташлағас, тупһаға ултырып биҙрәнән һөҙөп алып ебегән ҡаты-ҡотоларҙы ашарға керешеп китте. Шунан доға ҡылып биттәрен һыпырғас аяғүрә баҫты ла урындыҡта ултырған беҙгә былай тине: «Икмәктән дә бөйөгөрәк, юғарыраҡ бер аҙыҡ та юҡ ер йөҙөндә, ә һеҙ уны ишек төбөнә урынлаштырып, малға ашатырға йыйынаһығыҙ! Хоҙай Тәғәлә яратмаҫ был ҡылығығыҙҙы!»
Йәнә Әбдрәхим мулла һуғыш осоронда хеҙмәт Армияһында йөрөгән, Яманһаҙҙағы ат заводынан башҡорт дивизияһына бер нисә өйөр алып барышҡан. Мин иҫ белгәс, ул шуға бәйле бер тарихты ла һөйләне:
—Малды хисһеҙ, аңһыҙ хайуан тиеүҙәре төптө хата. Уларҙың хәтерҙәре бар. Дивизияға һуңғы тапҡыр барып ҡайтырға ғына йыйынғанда эргәләге теҙгененән бәйле аттар минең яҡҡа ҡарап, танып алып, кемуҙарҙан кешәнәп ебәрҙеләр. Аттар эргәһенә барып тегеләрҙең һәр береһенең муйынынан ҡосаҡлап илай башланым. Аттарҙың да күҙҙәре йәшле, улар ҙа илай ине…
Яңыраҡ бер аятта ҡатнашырға тура килде. Мулла тигән әҙәм урыҫса ғына аралаша, кейеме лә үтә хәҙергесә, заманса: өҫтөндә футболка, джинсы салбар кейеп алған, ярай әле башын ҡапларға аҡылы еткән. Аятты китапҡа ҡарап уҡып бөттө лә, тейешле саҙаҡаһын алғандан һуң, туҫтаҡ дәүмәле теүәтәйен уртаға ырғытты. «Сюда положьте деньги для нужд мечети!»—тип был. Һуңынан табындағы берәү һүҙ араһында ҡолағыма бышылдап ҡуйҙы: «Мәсеткә алып бармай ул йыйған аҡсаһын, кеҫәһенә һала...»
Быны миҫалға килтереп, бөтәһен бер ҡалыпҡа һалып кемделер ғәйепләргә йыйынмайым. Халыҡтың дингә йөҙ менән боролоуы ҡыуаныслы күренеш, әлбиттә, әммә «ананан ала ла, ҡола ла тыуа», тигәндәй муллалыҡты аҡса һуғыу сығанағы итеп күреүселәр, хижабты мода күлдәгенә әүерелдереүселәр ҙә осрап ҡуя арабыҙҙа. Быларҙы ни өсөн яҙаммы? Боҙоҡлоҡтан түгел, Алла йортоноң ыҙмаһын бейек итеп, дин юлында йөрөгәндәрҙең күңелен саф итеп күрергә теләүҙән!