Бөтә яңылыҡтар
Мөхәррир һүҙе
26 Сентябрь 2018, 16:31

Ун тинлек дуҫ

Студент саҡта дуҫым мине вокзалға оҙата барҙы. Вокзал тип атамаһаң хәтере ҡалыр, билет һата торған йоҡа таҡтанан әтмәләнгән өкәлтәге булған ғәҙәти туҡталыш ине ул. Икебеҙҙең һуңғы тиндәрҙе ҡырып-юнып тиерлек миңә билет һатып алдыҡ. Иртәләгәнбеҙ, автобус ҡуҙғалырға апаруҡ ҡына ваҡыт бар, ә тышта селлә сасҡауы өтөп алып бара. Йүнле хужа этен урамға сығармаҫ көндә башҡа пассажирҙар күҙгә салынмай. Өҫтөбөҙҙә болонья куртка, аяҡтарҙа йоҡа ботинкалар. Тора торғас аяҡтар ауырттырып сәңкей башланы, тештәр тешкә теймәй өшөттө лә. Башҡа барып һыйыныр урын тапмағанлыҡтан асыҡ майҙансыҡта боҙбармаҡтай ҡатып һерәйгәнбеҙ.

Студент саҡта дуҫым мине вокзалға оҙата барҙы. Вокзал тип атамаһаң хәтере ҡалыр, билет һата торған йоҡа таҡтанан әтмәләнгән өкәлтәге булған ғәҙәти туҡталыш ине ул. Икебеҙҙең һуңғы тиндәрҙе ҡырып-юнып тиерлек миңә билет һатып алдыҡ. Иртәләгәнбеҙ, автобус ҡуҙғалырға апаруҡ ҡына ваҡыт бар, ә тышта селлә сасҡауы өтөп алып бара. Йүнле хужа этен урамға сығармаҫ көндә башҡа пассажирҙар күҙгә салынмай. Өҫтөбөҙҙә болонья куртка, аяҡтарҙа йоҡа ботинкалар. Тора торғас аяҡтар ауырттырып сәңкей башланы, тештәр тешкә теймәй өшөттө лә. Башҡа барып һыйыныр урын тапмағанлыҡтан асыҡ майҙансыҡта боҙбармаҡтай ҡатып һерәйгәнбеҙ. Дуҫым бер аҙҙан кеҫәһе төбөнән 10 тинлек аҡса килтереп сығарҙы ла оло байлыҡҡа юлыҡҡандай һөрән һалды:
—Гел әйтә киләм, Алла бар ул был донъяла, тимәк йәшәйбеҙ!
—Нимә эшләтмәксеһең быны?—тинем ғәжәпләнеп.
—Анау ашханаға барып эсебеҙ һыртыбыҙға сыҡҡансы һыйланабыҙ хәҙер. Был алтын тәңкәгә ике стакан ҡайнар сәй һәм ике телем икмәк алырға мөмкин!
Киттек йүкмәнешеп. Ашханала ысынлап та йылы һәм яҡты ине. Иң мөһиме дәү плитә өҫтөндә эреле-ваҡлы кәстрүлдәр теҙелгән яҡтан танауҙы наҙлы ҡытыҡлап тәмле аш еҫе килә. Һыйыбыҙҙы өҫтәлгә ҡуйғас иркенләп сисенеп ташланыҡ. Бешкән ит еҫен бушлай еҫкәп ҡайнар сәй һөрпөлдәтергә тотондоҡ. Тәнгә йылы ҡунды, ҡорһағыбыҙҙа олоған ас бүре лә бер аҙға ғына тынып ҡалғандай итте. Оҙаҡ ҡына ултырҙыҡ рәхәтлектә маҙырап. Һауыт-һаба йыйыштырыусы ҡатын оҙаҡ тотҡарланыуыбыҙҙы мөрхәтһенмәй ҡырын-мырын ҡарай башлағас зыялы ҡиәфәттә уға мөрәжәғәт иттем:
—Тәҡдимдәр кенәгәгеҙ булһа, зинһар, шуны килтерегеҙ әле?
—Уны нимә эшләтмәксеһең?!—Дошман һымаҡ итеп тексәйҙе эркет гөбөһөләй йыуан бисә.
—Бәй, күңелдә тулышҡан изге хистәрҙе яҙмаҡсы инек.
—Кемде маҡтамаҡсыһың?
—Мәҫәлән, һеҙҙе, ғөмүмән, был зауыҡлы урында эшләгән һәммәгеҙҙе лә.
—Һин кем?
—Уҡыу йорто кимәлендә танылған яҙыусы!
Йыйыштырыусы билдәле яҙыусыны сырамытып еткермәһә лә шикләнеңкерәп ҡарап кергә ҡатҡан һарғылт журнал йоратын алдыма килтереп һалды.
Булған әҙәби оҫталығымды көсөргәндереп илаһи ижадҡа тотондом:
«Был күркәм ашханала шул тиклем дә татыу һәм берҙәм коллектив эшләй, аш-тары ашап туйғыһыҙ, телеңде йоторлоҡ тәмле,—буҙарып бысранған аҡ халатҡа күҙ атып алғас өҫтәп ҡуйҙым,—бөхтә ке-йенгән ашнаҡсылар инеп-сығыусыларға үтә лә йылы һәм мөләйем мөнәсәбәттә. Рәхмәтебеҙ сикһеҙ! Уларҙың еңел булмаған, аслы-туҡлы тереклек иткән ауыр хеҙмәтендә бары уңыштар ғына теләйбеҙ!»
Теге кенәгәне эләктерә һалып, ауыр кәүҙәһен еңел ҡуҙғатып, байпаңлата баҫып күҙҙән юғалды һәм тиҙҙән иркен ишек ауыҙын томалап уға ҡарағанда ике тапҡыр йыуаныраҡ, һумалтыр шкафтай ҡалын икенсе берәүһе пәйҙә булды. Быныһы моғайын да мөдирҙер. Быжыр биттәре ҡәнәғәтләнеүҙән ирегән майҙай йәйелгән:
—Һеҙ студенттармы, егеттәр!
—Эйе!—тип яуапланыҡ бер тауыштан.
Әллә үҙегеҙҙе рәхәтләндереп бер һыйлап сығараһы инде?
Сәғәткә күҙ аттым. Беҙгә ҡуҙғалырға ваҡыт еткән икән дә баһа. Шулай ҙа тәҡ-димде ҡабул итеп киләһе көндәргә мая һалып ҡуйҙым:
—Ҡабаланабыҙ. Әгәр мөмкин булһа иркенләп бер һуғылырбыҙ әле һеҙҙең тарафҡа.
—Беләбеҙ инде, етемдең ҡорһағы ете ҡат, тиҙәр, ә студенттыҡы инде уға ҡарағанда ла ҡатлы-ҡатлыраҡ. Шулай булғас көтәбеҙ, беҙҙә ашалмай ҡалған аш күп була ул. Сығарып түккәнсе, йә ас эттәргә биргәнсе, һеҙҙе туйындырырбыҙ исмаһам...
Туҡталышҡа барышлай дуҫым әйтә ҡуйҙы:
—Ашханаға сәйәхәтте зерә тәҡдимдәр кенәгәһенән башламағанбыҙ. Гоно-рарыңа тамағыбыҙ бер туйып ҡалыр ине.
—Быларҙың ашлы һыуы һинекенә етмәҫ ине барыбер!
—Нишләп улай тиһең?
—Ейер ризыҡҡа эскерһеҙ ихласлыҡ ҡушҡанда ғына ул бәрәкәтле һәм татлы була!
Ошонан аҙаҡ дуҫымды «10 тинлек дуҫ» тип йөрөтә башланым. Шулай тиеүемә күптәр аптыраңҡырап ҡарайҙар ине, бының дуҫы шул тиклем дә арзан, осһоҙ йәнәһе. Ә дуҫым үҙен ни өсөн шулай атағанымды белгәнгә тамсы ла үпкәләмәне.
Хәҙер үтә бай таныштарым бар. Улар мине дуҫ, тип иҫәпләй. Бай таныштар бар барлыҡҡа, ә бына эскерһеҙ, йомарт, һуңғы тиндәрен сығарып бирерлек «10 тинлек» дуҫтар кәмегәндән-кәмей бара…