Элек миңә тип берәй әйбер һатып алырға итһәләр гел 2-3 размер ҙурыраҡтан һайланылар. Алалар ҙа бил тирәһен бөрөп, салғый-сабыуҙарын, балаҡтарын эс яҡҡа ҡайырып бөгөп, еңдәрен ҡыҫҡартып буйыма яраҡлаштыралар. Үҫкән һайын ептәр һүтелеп, бөрөлгән, бөгөлгән, ҡыҫҡартылған ерҙәр ысҡына бара. Шулай итеп кейемем уйламай ҙа 4-5 йылға етә лә ҡуя. Ошо ерҙә өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, ул «торғонлоҡ» заманының күлдәк-ыштаны, сандалий-бутыйы, әлеге мәлдә һатыу кәштәләрен тулыһы менән биләгән, бер тапҡыр кейеп сығыуға иҫәпләнгән Ҡытай аламаһынан әллә күпмегә нығыраҡ була торғайны. Минең өҫтән төшкәндән һуң әле күршеләрҙең ике малайы алмашлап кейһә лә туҙҙыра алмай. Әүәле ҡайһылай ҙа сифатлыны ҡулланғанбыҙ, сит-яттарҙан теләнселәмәй, үҙебеҙ етештергәнде үҙебеҙ кейеп, үҙебеҙ сәскәнде үҙебеҙ тәғәмләнеп байман көн иткәнбеҙ икән дә баһа!
Хәҙер үҫерлек, ҡалынайырлыҡ кәүҙә ҡалманы, яйлап-яйлап сүгә барыр йәштәмен. Шулай ҙа ҙур кейемде кейеп үҫкән мәлдәр һис ҡасан онотолмай, сөнки оло дәүмәлгә етергә ынтылынған, тырышылған бит. Көтмәгәндә юғары урындарҙан берәй дәрәжә, йә исем биреп ташлаһалар, күкрәгемә билдә ҡаҙаһалар шикләнеп ҡалам: «Был биргәндәре саманан тыш ҙур түгелме икән миңә?» Шулайыраҡ уйлайым да алғанымды һандыҡ төбөнә һалам, ошо тапшырған бүләктәргә лайыҡ булып «үҫә» төшкәс сығарып күрһәтермен, йә тағырмын әле бер, тим.