Күңел таҙалығы һәм матурлығы, рухи юғарылыҡ иң әүәл ата-әсәйҙән күсә, иң башта ғаиләлә һалына. Был бәхәскә урын ҡалдырмаған тормош ҡануны. Зәйнулла тигән ағайҙы бе-ләм. Юғары ғына түгел, урта белеме лә юҡ ине шикелле уның, ғүмере буйы малсылыҡта эшләне. Үҙенә йөкмәтелгән бурысҡа, әйтер инем, ауыр бурысҡа, яуаплы ҡараны, тырыш, эшһөйәр булды. Фиҙакәр хеҙмәте ордендар, миҙалдар менән билдәләнде. Бүлексә фермаһы йылға аръяғында ғына. Билдәле, унда эшләгән малсыларҙың теле эт ашамаҫ әшәке һәм тупаҫ. Ҡыш көнө иртәнсәк сыҡһаң, шул тарафтан ете ҡатлы һүгенеү тауыштары, сыбыртҡы шартлауы бында, ауылға ҡәҙәр ишетелеп тора. Ә бына Зәйнулла ағайҙың тиргәше бер тапҡыр ҙа ҡолағыма салынманы, ауылдаштар менән мөғәмәләһе лә ипле, үҙен һәр ерҙә тәрбиәле, әҙәпле тота, хайуанҡайҙарына ла ҡатырғанмай. Төркөмөн яратып ҡараны, хәстәрләне, ҡулында һис ҡасан таяҡ та сыбыртҡы ла йөрөтмәне. Тана-торпо бының артынан эт ише эйәреп кенә йөрөй, туҡталһа тегеләр хужаһының битен, устарын яларға керешәләр. Тәрбиә, миһырбанлы мөғәмәлә, әйтер-һең, уларға ла күскән. Тиҙәккә ҡатҡан, һейҙек һеңгәндәрҙән ҡайһылыр яғы менәндер айырылып тора ине Зәйнулла ағайҙыҡылар: таҙалар, көрҙәр, ҡарар күҙгә күрмәлеклеләр, һөҙөшмәйҙәр, һөмһөҙ ҡыланмайҙар. Әҙәп йәһәтенән эйәһенә тартҡандар. Әҙәм балаһы зыялылыҡты күрә, билдәләй алмай аптырана, ә аңһыҙ иҫәпләнгән мал тәрбиәлелекте әллә ҡайҙан һиҙеп тойоп ала. Шуныһы ғәжәп.