Бөтә яңылыҡтар

Ҡояшҡа яҡын Сулпан

Сулпан Ғәбитова оҙон сәсе, матур тауышы менән дә беҙҙән айырылып торҙо. “Үҙем генә сулпан булһамсы”,-тип йырлап ебәрһә, барыбыҙ ҙа ауыҙыбыҙҙы асып уға текәлә инек. Башҡорт ҡыҙҙары кеүек тәпәш тә түгел, буйға оҙон. Беҙ һәр ваҡыт уға моделгә ҡараған кеүек ҡараныҡ. Хатта беҙҙән ике курсҡа өлкән уҡыған, хәҙерге көндә билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафин да:” Сулпан, һин бит ҡояшҡа яҡынаҡ йөрөйһөң!”—тип артынан һоҡланып ҡарап ҡала торғайны.

Ҡояшҡа яҡын Сулпан
Ҡояшҡа яҡын Сулпан

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сулпан Ғәбитова ҡалала иң көслө филологтарҙың береһе. Быйыл Педагог һәм остаз йылында Уҡытыусылар көнө уңайынан Сулпан Әсҡәт ҡыҙының хеҙмәте юғары баһаланды: оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте, белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштары, "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға күп көс һалғаны, рус теле һәм әҙәбиәтенән төрлө кимәлдәге олимпиада, конкурс призерҙары әҙерләгәне, Берҙәм дәүләт имтихандарында уҡыусылары юғары һөҙөмтәләр күрһәткәне өсөн Рәсәй мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Уның республиканың мәғариф министрлығынан алған Почет грамоталары ла байтаҡ.

Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы ҡыҙы Сулпан Әсҡәт ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә бер түгел, ике генә яҙыу: 1995-1997 йылдарҙа Хәйбулла районының Сиҙәм урта мәктәбендә эшләгән һәм 1997 йылдан 13-сө мәткәпкә, йәғни хәҙерге Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы инеп алынған. 27 йыл педагогик стажлы остаз 10 йыл лицейҙа тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да башҡарҙы.

Сулпан Әсҡәт ҡыҙы менән Сибай интернат-мәктәбендә, БДУ-ның "Башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы "факультетының башҡорт һәм рус теле бүлегендә бергә уҡыныҡ. Иң башта уҡытыусы булараҡ ҡына уның уңыштарын барлаһам, кеше булараҡ та мин уны бик яҡшы беләм. Сулпан үҙе бер башҡа төрлө шәхес: ул һәр һүҙен уйлап әйтә, һәр ваҡыт йыйнаҡ, талапсан, сер һаҡлай белгән, үҙ һүҙендә торған ныҡ кеше. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып китеүенә бер яҡтан мин сәбәпсе булдым. Өфө юғары уҡыу йортона документ тапшырырға интернатты тамамлап өс ҡыҙ барҙыҡ. Өсөбөҙ өс төрлөбөҙ: төрлө райондан, төрлө буйлы, төрлө төҫлөбөҙ. Бер мәл ике класташым да башҡорт бүлегенә генә уҡырға инәбеҙ, ти. Юҡ, рус телен дә ҡушабыҙ, башҡорт-рус бүлегенә барабыҙ, тип быларҙы күндерҙем. Сулпан менән икебеҙ студент булып киттек. Уҡыған саҡта: “Һинең арҡала артыҡ предметтар уҡыйым, нимәгә ул миңә рус теле, рус әҙәбиәте?-тип һуҡранһа ла ошо өлкәлә уңышлы эшләп йөрөгән әлеге ваҡытта, алайҙа һине тыңлағанмын, тип ҡыуана.

Сулпан Ғәбитова оҙон сәсе, матур тауышы менән дә беҙҙән айырылып торҙо. “Үҙем генә сулпан булһамсы”,-тип йырлап ебәрһә, барыбыҙ ҙа ауыҙыбыҙҙы асып уға текәлә инек. Башҡорт ҡыҙҙары кеүек тәпәш тә түгел, буйға оҙон. Беҙ һәр ваҡыт уға моделгә ҡараған кеүек ҡараныҡ. Хатта беҙҙән ике курсҡа өлкән уҡыған, хәҙерге көндә билдәле яҙыусы Мөнир Ҡунафин да:” Сулпан, һин бит ҡояшҡа яҡыныраҡ йөрөйһөң!”—тип артынан һоҡланып ҡарап ҡала торғайны.

Уның төҫкә-башҡа икенсе булыуының сәбәбе лә бар: Хәйбулла егете Әсҡәт Әлмөхәмәтов кәләше Эльвира апайҙы Краснокама районының Ҡабан ауылынан алып ҡайта. Икеһе ике тарафта, ике мөхиттә үҫкән кешеләрҙең балалары бер төрлө талантлы, сағыу кешеләр була бит: Супандың бер туған апайы Ләйсән Таштимерова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай филармонияһының иң тәүге бейеүселәренең береһе. Һеңлеләре Руфина ла Сулпан айынының юлынан китеп филогог һөнәрен һайланы. Берҙән-бер ҡустыһы Ғәзиз дә ишле ғаилә башлығы. Сулпандың йырлауын ғына әйттем, ул Сибайҙа халыҡ театрында ла уйнаны. Фәнил Аҡназаров ҡуйған Ф.Бүләковтың “Эх, күгәрсенкәйҙәрем” спектаклендәге роле тормоштағы Сулпанға ныҡ ауаздаш. Режиссер уға ролде ныҡ белеп биргән.

Интернатта уҡыған саҡта ашханала дежур булғанда ашнаҡсылар Сулпанға ҡарап, бигерәк оҙонһоң, һиңә кейәү булмаҫ,--ти торғайнылар. Булды кейәү, булғанда ла кейәүҙең ниндәйе--Сулпандан бер башҡа ҙур, дәү кәүҙәле Хәйбулла районының Сиҙәм ауылы егете Кәрим Ғәбитов!

Кейәү ҙә Сулпанға башҡаларҙан айырылып торғанға иғтибар иттем тип һөйләй. “Егеттәр ауылға ҡырҙан йәш уҡытыусылар килгән, шунда барыбыҙ, ти. Туҡта, ситтән килгән “иномаркаларҙы” барып күрәйем әле, тип мин уларға эйәрҙем. Юғиһә, үҙебеҙҙең ауыл, күрше Иҫәнгилде, Әбделнәсир, Вәлит ҡыҙҙары бөтәһе лә бер иш кеүек. Иҫәнгилделәрҙе өнәп етмәйем, егеттәре менән бөтөнләй уртаҡ тел табып булмай. Ә бында ҡырҙан ҡыҙҙар үҙҙәре килгән! Сулпанды күргәс тә икенсе район ҡыҙылыр, тип уйланым, ғашиҡ булдым. Дуҫлашып киттек, бер мәл быным Иҫәнгилденәнмен тимәһенме?!—тип ул ваҡыттарҙы көлөп иҫкә ала ире Кәрим Булат улы.

Сулпан менән Кәрим Ғәбитовтар 26 йыл татыу, матур ғүмер итә. Быйыл ҡыҙҙары Айгүзәлде Сибай егете Иҙелгә кейәүгә бирҙеләр. Улдары Айсар әсәһе уҡытҡан лицейҙың 9-сы класында белем ала.

Шулай, күңеле матур, тырыш , талапсан уҡытыусының донъяһы ла сағыу, тормошо мул, бәрәкәтле, эше лә уң, дуҫ-иштәре лә күп, туғандары, яҡындары ла уның өсөн өҙөлөп тора.

Ҡояшҡа яҡын Сулпан
Ҡояшҡа яҡын Сулпан
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: