-Эш бында һандамы ни инде, яҙыусы яҙырға тейештер, мин шундай фекерҙәмен. Китаптарҙың бәҫе һан менән түгел, уларҙың сифаты, уҡымлылығы менән билдәләнә. Китапҡа һәр саҡ лайыҡ, тәғәйен баһаны башҡорт әҙәбиәтен яратҡан, телдең йәмен һәм тәмен аңлаған уҡыусы ҡуя. Бына әле кәңәшмәләр залы институт хеҙмәткәрҙәре, ҡаланың башҡорт теле уҡытыусылары, студенттар, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, гимназия-интернаты уҡыусылары менән тулы. Ошо үҙе үк ижадыма оло баһа,--тине Хәйҙәр Тапаҡов сарала ижадын һөйөүселәргә, үҙ итеүселәргә рәхмәт әйтеп.
Яҙыусы менән осрашыуға ҡыҙҙар-егеттәрҙең етди әҙерләнгәне күренде: китапҡа ингән әҫәрҙәргә ҡағылышлы һорауҙар яуып ҡына торҙо. Китапҡа атама биргән “Миҙал” повесында Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы атаһы һуғышта, сирле әсәһе тылда үлеп ҡалған Ғәйзулла исемле үҫмерҙең ауыр яҙмышы һүрәтләнә. Өлкәндәр иңе күтәргеһеҙ михнәттәр күрһә лә ул бирешмәй, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә. 11 йәше саҡ тулған Ғәйзулланың түшенә миҙал ҡаҙайҙар. Бер тында уҡылған “Бисмилла” хикәйәһе лә уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Исем туйында һүҙ китап хаҡында ғына булманы, яҙыусы әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, мөхәббәткә, көнкүрешкә, хатта сәйәсәткә лә бәйле темалар күтәрҙе. Осрашыуҙың үҙенә күрә бер етди имтихан, йәнле һөйләшеү, аралашыу рәүешендә үтеүе уны ҡыҙыҡлы ла итте.
-Шуны тойҙом, бөгөнгө йәштәргә бына ошолай күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшеү, кәңәш ҡороу, киләсәккә өмөтлө ҡараш ташлау етмәй. Тамашасылар иғтибарынан арыһам да ныҡ ҡәнәғәт ҡалдым. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Сибай институты уҡытыусыһы Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмәрханова китаптың исем туйын башынан аҙағынаса үҙе ойоштороп, алып барҙы, минең тамсы ла ярҙамым теймәне. Уның эштәре һәр ваҡыттағыса төптән уйланылған була һәм юғары кимәлдә үтә. Был юлы ла шулай булды!—тине Хәйҙәр Ниғәмәт улы саранан ҡәнәғәт булыуын белдереп.-Минең өсөн Сибай институты яҡын, ҡәҙерле, кәрәк уҡыу йорто: әйләнәм дә шунда барам, әйләнәм дә уларға мөрәжәғәт итәм. Айырып әйтмәй барыһына ла бары уңыштар, сәләмәтлек, эштәрендә уңыштар ғаилә бәхете, йорттарына ҡот-бәрәкәт теләйем!
Сара һуңында яҙыусыға ла теләктәр күп булды: әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итергә кәрәклеген әйттеләр, артабан да ижад ҡомары һүнмәүен, яңынан-яңы әҫәрҙәр көтөүҙәрен дә белгерттеләр.
Сибай институтының һәләтле студенттарының йыр-бейеүҙәре менән үрелеп барған ижади осрашыуҙан һәр кем күңеленә ял, хис-моңға күмелеп, дәрт алып таралышты.