- Әҙеһәм Әғзәм улы, һеҙҙең Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуып үҫеүегеҙҙе, Ростов дәүләт университетына уҡығанығыҙҙы беләбеҙ. Ауыл мәктәбен тамамлаусы егеткә ул ваҡытта әллә ни кеүек күренгән сит ҡаланың (хәҙер генә ул теләгән ергә уҡырға инәләр) юғары уҡыу йортоноң ишектәре нисек асылды?
-Урта мәктәпте бөтөрөп, бер йыл колхозда эшләгәс, 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға индем. Ул осорҙа бөтә юғары уҡыу йорттарында политэкономия фән булараҡ уҡытыла торғайны. Уҡытыусылар етешмәгәнлектән, Мәғариф министрлығының махсус йүнәлтмәһе буйынса Ростов дәүләт университетына уҡырға ебәрҙеләр. Политэкономияны һайлауымдың сәбәбе бар: ағайым—билдәле сәйәсмән Хәлил Әүбәкир улы Барлыбаевтың Мәскәүҙә Ломоносов университетын тамамлап, аспирантураны бөтөп, Өфөгә ҡайтҡан ваҡыты ине. Уның менән дә кәңәшләштем: иҡтисадсы булыу тормошта ышаныслы йәшәү өсөн киңерәк мөмкинлектәр биреүен аңлатты. Был фән өлкәһен һайлауыма бер ҙә үкенмәйем.
-Башҡортостан ситтә уҡыу, йәшәү ҡыйын булманымы?
-Башта һағындырҙы, аҙаҡ унда яҡташтар берлеге булдырып, мин уның етәксеһе булып киттем. Шунда хеҙмәт итеп йөрөүсе һалдаттар, предприятиеларҙа эшләп йөрөүселәр, студенттар рәхәтләнеп аралаштыҡ, хатта бәләкәй генә Башҡортостан булдырҙыҡ. Йүнәлтмә буйынса уҡырға оҙатҡан декан беҙ өсөнсө курсҡа еткәндә беренсе курсҡа тағы ике ҡыҙ ебәргән. “Башҡорт егеттәрен ситкә ебәрмәгеҙ, бер юлы белем алығыҙ, егеттәрҙе үҙегеҙгә өйләндереп алып ҡайтығыҙ”--тигән ул ҡыҙҙарға. Сибәрҙәрҙең береһе—минең ҡатыным Фирүзә Биктимер ҡыҙы декандың наказын үтәне. Әйткәндәй, ул Әбйәлил районында тыуып үҫкән. Әлбиттә, Ростовта уҡ өйләнешмәнек, әммә шунда дуҫлашып, шунда вәғәҙәләштек.
Уҡыу ауыр бирелмәне. Яҡшы өлгәштем тиерлек, тик теүәл фән--математик анализды үҙләштереү ҙур бәлә ине. Ныҡ тырыштым, имтихан, зачеттарҙы башта өскә, унан дүрткә бирә башланым. Уҡытыусым, тырышлығыңды, үҫешеңде күрәм, тормошта ошо сифатыңды юғалтмаһаң, күп нәмәгә ирешерһең, тине. Уның һүҙен тоттом.
-Хеҙмәт юлығыҙҙы ҡайҙа башланығыҙ? Сибай институтына ҡасан эшкә килдегеҙ?
- Биш йыл Ростовта уҡығандан һуң йүнәлтмә буйынса Өфө авиация институтына уҡытырға ҡайттым. Өфөлә йәшәү шарттары ул ваҡытта ауыр ине. Кәләшем Стәрлетамаҡ педагогия институтына эшкә төшкәйне, ул бында йәшәү шарттары һәйбәтерәк, бер нисә йылда фатир алып була, тип ҡыҙыҡһындырҙы. Баҡһаң, ул унда һөйләшеп тә бөткән, эшкә саҡырып, хат килде.
Ул мәлдә ғаиләле инем, балабыҙ бар. Өр-яңы ятаҡтан матур ғына бүлмә бирҙеләр. Стәрлетамаҡ институтында 10 йыл эшләнем, фән кандидатлығына диссертация яҡлап, доцент вазифаһына эйә булдым, белгес булараҡ формалаштым. Институттың профком рәйесе итеп һайланылар. Башкөллө эшкә сумып, иркенләп эшләп йөрөгәндә, Сибайҙа институт асыла, иҡтисад факультеты була, тигән хәбәрҙәр ишетелә башланы, саҡырыуҙар булды. Күптән инде үҙебеҙҙең тыуған яҡта иҡтисад факультеты асыу хыялым бар ине. 1993 йылда Сибайҙа юриспруденция буйынса факультет асыу тураһында Хөкүмәттең ҡарары сыҡты. Башҡорт дәүләт педагогия институтының филиалы асылып, киңәйеп бара, әлегә иҡтисад йүнәлеше юҡ ине. Хоҡуҡ йүнәлеше асылғас, бер йылдан һуң Башҡортостанда менеджмент һәм идара итеү буйынса тәүге факультет асылды. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында өс йүнәлеш булдырылды: хоҡуҡ, бухгалтер иҫәбе һәм анализ, менеджмент һәм идара итеү. Шулай итеп, сентябрҙә Сибайға күсеп килдек. 1994 йылдан бирле, Аллаһы Тәғәлә мөмкинлектәрен биреп торғас, айырым факультет төҙөү маҡсатын тормошҡа ашыра башланым. Фән докторына диссертацияны бында эшләгәндә яҡланым. Ҡатыным да минән ҡалышманы: ул да иҡтисад фәндәре докторы. Ике улыбыҙ ҙа иҡтисад фәне кандидаттары: өлкәне Азамат-Рәсәй финанс университетының Өфөләге филиалында, бәләкәйе Урал-Өфө фән һәм технологиялар университетында эшләй. Ике улыбыҙҙан икешәр ейән, берҙән бер генә ейәнсәребеҙ бар. Килендәр ҙә белемдәре буйынса иҡтисадсы: өлкәне Ләйсән шәхси эшҡыуар, бәләкәйе Лилиә республиканың милли музейында этнография бүлеге мөдире.
-Һеҙ ғалим ғына түгел, иҡтисад факультеты деканы ла булдығыҙ. Ике дәрәжә, ике вазифаны бер юлы алып барыуы ауыр булдымы?
-Әлбиттә, административ эш ғилми эшкә ҡамасаулай. Тынғыһыҙ эш. Бөтә студенттар өсөн дә яуаплы булырға, уларҙың проблемаларын хәл итергә кәрәк. Ваҡытты, көстө күп ала, фәнгә ваҡыт тарая, ләкин кемдер был эште лә башҡарырға тейеш. Шунһыҙ, факультетты ҡулда тотоп үҫтермәһәң, артабан Сибай институтында фән үҫешенең киләсәге лә икеле. Йәштәрҙе үҫтереү буйынса декан булғас, кемдәрҙең киләсәктә ниндәй ғалим булырлыҡ перспективаһы бар икәнен күреп беләһең. Әлеге ваҡытта факультетта эшләгән уҡытыусыларҙың күпселеге үҙемдең уҡытҡан студенттарым, миндә тиҫтәнән ашыу кеше кандидатлыҡ, бер нисәүһе докторлыҡ диссертацияһын яҡланы, шулар менән ғилми мәктәп барлыҡҡа килде. Был ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо уята, күп кешеләргә ундай бәхет эләкмәй. Факультетты юҡтан бар итеү, фәнни мәктәп булдырыу, минеңсә, ҙур ҡаҙаныш. Ике уҡыусымдың береһе фән буйынса, икенсеһе уҡытыу буйынса директор урынбаҫарҙары икән, был емешле эш һөҙөмтәһе.
-Иҡтисадсы булараҡ әйтегеҙ әле, юғары белем алыу мотлаҡмы? Әллә эшсе һөнәр алып эшләү отошлораҡмы? Сибай институтының баш вуздарҙан өҫтөнлөгө нимәлә тип уйлайһығыҙ?
-Юғары белемле кешеләр кәрәк, әммә һуңғы осорҙа эшсе һөнәрҙәргә ныҡ ҡытлыҡ һиҙелә. 90-сы йылдарҙа вуздарға ынтылыу күбәйеп китте. Мәҫәлән, беҙҙең факультетта өс йүнәлеш буйынса өс төркөм булды, өсөһөнә лә ҙур конкурс аша үткәреп ала инек, уҡыу йылы алдынан ажиотаж башлана торғайны. Һуңынан демография хәле насарайып киткәс, ауыл мәктәптәрендә сығарылыш класс уҡыусылары һаны кәмене, балалар булмау сәбәпле, мәктәптәр ябылды. Ошондай шарттарҙа, әлбиттә, институтты һаҡлап ҡалғы килә. Берҙәм дәүләт имтихандары индереү ҙә ҙур хата булды, сығарылыш класс уҡыусылары документтарын үҙәктәге ҙур вуздарға тапшыра башланы. Етмәһә, уҡытыусыларҙың эш һөҙөмтәһен дә уҡыусыларының престижлы уҡыу йорттарына инеүенә ҡарап баһалай башланылар. Балалары Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, йә Екатеринбургта уҡый икән, уҡытыусы шәп, яҡында, Сибайҙа уҡый икән, хөрт булып сыға. Институтыбыҙға был насар йоғонто яһаны. Башҡа вуздарға ҡарағанда, өҫтөнлөгөбөҙ бар: һәр студент күҙ уңында, уҡытыусыларыбыҙ улар менән үҙ балаһылай күреп шөғөлләнә. Шул арҡала белгестәр әҙерләүҙе кәрәкле кимәлдә тотабыҙ. Сағыштырмаса кимәлебеҙ насар түгел, бәлки, һәйбәтерәктер ҙә әле, сөнки беҙ ҙур бер ғаилә һымаҡбыҙ. Һәр факультетты күршеләш айырым бер ғаилә тип ҡабул итергә була. Ошондай мөхиттең файҙаһын аңлаған ата-әсәләр балаларын беҙгә ышанып тапшыра, беҙ шул ышанысты аҡлар өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ, һәйбәт белгестәр әҙерләп сығарырға тырышабыҙ, ҙур юғары уҡыу йорттарының бындай мөмкинлектәре юҡ. Быны аңлаған ата-әсәләргә рәхмәт, был беҙҙең көслө, башҡаларҙан ныҡ айырып торған ыңғай яғыбыҙ. Ҙур вузға ингән студенттың мөмкинлектәре киңерәк, тип әйтеп булмай, хәҙер бит цифрлаштырыу дәүере, берәй төпкөл ауылда йәшәп тә, цивилизацияның бөтөн яңылыҡтарын белергә мөмкин.
Тағы бер үҙенсәлекле яғыбыҙ бар: студенттарыбыҙ, башҡа юғары уҡыу йорттарына ҡарағанда, конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, төрлө яҡҡа күберәк йөрөй, уларҙың тормошо ҡайнап тора. Ҙур вуздарҙа ундай мөмкинлек юҡ.
Беҙ ҙур эш башҡарабыҙ, кадрҙар менән тәьмин итәбеҙ, Көньяҡ Урал өсөн күп белгестәр әҙерләнек, шунһыҙ хәл насар булыр ине, сөнки ҙур ҡалаларҙа уҡып бөткәндәр тыуған яҡтарына кире ҡайтмай. Әгәр хөкүмәт, ошо мәсьәлә өсөн яуап биргән етәкселәр киләсәк тураһында уйлана икән, беҙҙең һымаҡ юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары бирергә тейеш, шунһыҙ беҙҙең райондарҙа, ҡалаларҙа тиҙҙән белгестәр булмаясаҡ. Әлегә мөрәжәғәттәребеҙҙе ишетмәйҙәр, сөнки беҙ федераль кимәлдәге юғары уҡыу йорто, ә был кимәлдә ишетелеүе ауыр. Иҡтисадсыларҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ, ти торғайнылар, былтырҙан башлап улар етешмәй.
-Иҡтисадсылар, хөкүмәт органдары эшләмәһә, кем идара итәсәк? Урындарҙа ойоштороусылар булмаһа, хоҡуҡ органдарының эше бармаһа, дәүләттең киләсәге лә юҡ тигән һүҙ, түгелме?
-Әлбиттә, шулай! Әлеге көндә заманында беҙ уҡытҡан студенттар хакимиәт башлыҡтары, урынбаҫарҙары булып ҡала-райондар менән идара итә, банктарҙы етәкләй, башҡа өлкәләрҙә уңышлы эшләй. Әле йәштәрҙе әҙерләмәһәк, уларҙы кем алмаштырыр? Иҡтисадсылар, юристар бер ваҡытта ла артыҡ булмай.
-Илебеҙ иҡтисадының торошон нисек баһалайһығыҙ?
-Йәшерен түгел: Көнбайыш системаһына ҡушымта булып ҡыҫылдыҡ та, алға китә алмайбыҙ. Сәйәсәт яғынан да, белем биреү системаһында ла шул уҡ хәл. Ә бит беҙҙең бөйөк белем биреү системаһы бар ине. Ниңә беҙ уны үҙәк итеп, башҡаларҙы үҙебеҙгә тартманыҡ. Төптән уйлағанда, беҙ педагогиканың иң төп бер принцибынан баш тартып, икенсе принципҡа күстек. Принцип үҙгәргәс, система үҙгәрҙе. Совет уҡытыу системаһының төп принцибы--кешене фекерләргә, уйларға өйрәтеү. Эйе, яңы дәүләт стандарттары балаға азатлыҡ биргән кеүек, әммә совет балаһының азатлығы күберәк ине. Һин был яҡтан булдыра алмаһаң да, бына был яғың шәп, тип үҫтерҙеләр. Ғалим булып китеүем, бәлки, шуға ла бәйле булғандыр. Фекер үҫтереү, уны әйтә белеү бик көслө ҡорал бит ул. Хәҙер төп принцип ниндәй? Һин хәтерләргә тейешһең! Бөтөн нәмәне хәтерләп бөтөп булмай! БДИ шуға ҡоролған, фекерләү ҡеүәһе унда кәрәкмәй.
-Әҙеһәм Әғзәм улы, йәнле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Гөлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.
**
Әҙеһәм Әғзәм улы 200-ҙән ашыу фәнни эш авторы, «Башҡортостан иҡтисады» әсбабы авторҙашы. Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре» маҡтаулы исемдәре менән баһаланған.
**
Әҙеһәм Әғзәм улы Барлыбаев—Башҡортостан Республикаһының иҡтисади фекере формалаштырылыу башында торған иҡтисадсыларҙың береһе. Фәнни эшмәкәрлеге ауыл хужалығын реформалау, индивидуаль‑ғаилә секторын һәм ауыл ерендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемаларына арналған. Әлеге ваҡытта ул уҡыу йортоноң «Территорияларҙы тотороҡло үҫтереү һәм халыҡ йәшәйәше сифатын системалы тикшереү үҙәге» лабораторияһы мөдире вазифаһын башҡара.