Уҡыусыларын яратҡан, уларҙың тормошон йөрәге аша үткәргән кеше генә ысын уҡытыусы булалыр. Шундай уҡытыусыларҙың береһе
Гүзәлиә Камил ҡыҙы Сәлихҡолова Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылына Учалы музыка училищеһын тамамлағас йүнәлтмә буйынса эшкә килде. Сығышы менән Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы яңы ғына асылған музыка мәктәбендә уҡытты. Унан инде йәш белгесте Төркмән урта мәктәбенә музыка һәм рәсем буйынса уҡытыусы итеп алдылар. Шул мәлдәрҙән алып ул мәктәптә һәм ауылда ойошторолған мәҙәни саралар уртаһында ҡайнаны. Унан һабаҡ алған бик күп уҡыусылары сәнғәт юлын һайланы. Үҙенең ҡыҙҙары ла уҡытыусылар нәҫелен дауам итә: Дилюзә Өфө ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә һынлы сәнғәт буйынса дәрестәр алып бара.
Ә Земфира Сибай ҡалаһының “Ҡурай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Юғары категориялы уҡытыусы Гүзәлиә Камил ҡыҙы мәктәптән хаҡлы ялға сыҡҡас ауылдың баладар баҡсаһында музыкаль етәксе булып эшләне. Ул шулай уҡ оҙаҡ йылдар Төркмән мәҙәниәт йортоноң халыҡ театрында режиссер булды.
Ҡайҙа ғына тәғәйенләнһә лә эшен намыҫ менән башҡарҙы. Ауылда “Төйәләҫ” фольклор ансамбле булдырып, уның репертуры өҫтөндә ныҡлы эшләне, сәхнә кейемдәре хәстәрләне. Бер мәҙәни саранан да ситтә ҡалмаған ижади коллектив ауылдың ғына түгел, райондың йөҙөк ҡашына әүерелде.
Хатта ансамбль атҡаҙанған артистка Венера Юлгилдинаның Моҫтай этноутарында Салауат Юлаевҡа арналған клибын төшөрөүҙә ҡатнашты.
Шулай уҡ Татарстан йырсылары Жәүит һәм Зөлфиә Шәкировтарҙың Төркмән ауылындағы һәм Моҫтай этноутарындағы клиптарын төшөрөүҙә ярҙамлаштылар.
Гүзәлиә Камил ҡыҙы тикшеренеү-эҙләнеү эше менән ныҡлы ҡыҙыҡһынды, "Мәғәриф", "Мәҙәниәт" милли проекттарын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлде. Ауылдың оло йәштәге шиғыр яҙыуға әүәҫ, таҡмаҡ ҡойоусыларын асыҡлап, уларҙың ижадын туплап, һәр береһенә типографияла йыйынтыҡ сығарырға булышлыҡ итте.
Шулай уҡ “Төйәләҫ” ансамбленең 10 йыллығына арнап, китап баҫтырып, ансамбль ағзаларына бүләк итте.
Яҡшы эше, яғымлы һүҙе, мәҙәнилеге менән ҙур абруй яулаған Гүзәлиә Камил ҡыҙы Сәлихҡолова хеҙмәт юлын башлаған Төркмәнде ҡалдырып, олоғайған әсәһен ҡарарға Иҫке Сибай ауылына ҡайтты. Мәҙәниәтте, сәнғәтте һөйгән, уңған хужабикә, ҡулы ипле массажист та булған ветеран уҡытыусының урыны һәр ваҡыт йөрәгебеҙ түрендә. Төркмәндәр һеҙҙе һағына, ярата, ихтирам итә.
Рәйсә Мәхийәнова,”Төйәләҫ” фольклор ансамбле ағзаһы.