Бөтә яңылыҡтар

Йылайырҙар сәмле бит ул!

Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле сара рәүешендә барҙы. Быйыл бәйгелә 61 уҡытыусы үҙ көсөн һынаны. Улар араһында милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барған педагогтар ҙа бар ине. Иң көслө тип табылған 5 конкурсант финалға сыҡты. Шулай итеп, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023" конкурсы еңеүсеһе булып Нефтекама башҡорт гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина танылды. Йылайыр районының Йомағужа мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфирә Таһирова 1-се урын алып, лауреат исеменә өлгәште.

Йылайырҙар сәмле бит ул!
Йылайырҙар сәмле бит ул!

Өфөлә 10 көндән ашыу дауам иткән “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсына һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы тамамланды. “Был конкурстарҙа ҡатнашҡан уҡытыусылар урын өсөн генә ярышмай, улар тәжрибә уртаҡлаша, үҙҙәре лә оҫталыҡ туплай”,--тине үҙенең сығышында республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Вәкил улы Хажин.

Конкурсанттар баш ҡаланың төрлө мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр бирҙе, матбуғат кәңәшмәһендә ҡатнашты. Быйылғы конкурстың тәрбиә темаһына арналған өлөшө республикабыҙҙа иғлан ителгән Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылына арналды.

Төбәк-ара "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы йылдағыса шаулап-гөрләп, милли рухлы, сәмле сара рәүешендә барҙы. Быйыл бәйгелә 61 уҡытыусы үҙ көсөн һынаны. Улар араһында милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт теле дәрестәрен алып барған педагогтар ҙа бар ине. Иң көслө тип табылған 5 конкурсант финалға сыҡты. Шулай итеп, "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2023" конкурсы еңеүсеһе булып Нефтекама башҡорт гимназияһынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғайсина танылды. Йылайыр районының Йомағужа мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфирә Таһирова 1-се урын алып, лауреат исеменә өлгәште.

-Конкурста ҡатнашыу ярыш ҡына түгел, ә тәжрибә туплау һәм уртаҡлашыу майҙаны булараҡ ныҡ оҡшаны. Иң башта Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының 6-сы класында дәрес бирҙем, унан һуң Мәғарифты үҫтереү институтында БДПУ-ла студенттары менән оҫталыҡ дәресе үткәреп ярыштыҡ. Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында класс сәғәте ойошторҙоҡ. Конкурстың был этаптарында ижади төркөм менән бергәләп эшләһәк, иң аҙаҡҡы бәйге - пресс-конференцияла инде үҙемә генә һынау тоторға тура килде. Бәхеткә күрә, дөйөм тырышлыҡ менән конкурстың бөтә турҙарын да уңышлы үттем. Юл, транспорт, торлаҡ, туҡланыу мәсьәләһен район хакимиәте, мәғариф бүлеге етәкселеге хәл итте. Етәкселәребеҙҙең иғтибары, хәстәрлеге мине еңеүгә илтте, көс һәм тырышлыҡ, таһыллыҡ өҫтәне,--ти Зөлфирә Рауил ҡыҙы.-Был еңеүем тотош районыбыҙ ҡаҙанышы. Шундай ойошҡанлы, тигеҙ, берҙәм итеп эшләтеү, әлбиттә, район мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлсәсәк Айытҡолованың тырышлығы, хеҙмәте, белеклеге. Шундай терәк һәм ҡурсалау булғанда еңеүһеҙ ҡайтыуы оят булыр ине.

Уҡытыусы үҙе һәм ижади төркөм исеменән Йылайыр районы хакимиәтенә, район мәғариф бүлегенә, директорҙарға, коллегаларына, ғаиләһенә оло рәхмәт белдерҙе.

Зөлфирә Таһированы беҙ тырыш уҡытыусы ғына түгел, әүҙем йәмәғәтсе, уңған хужабикә, күп балалы әсә, блогер булараҡ та яҡшы беләбеҙ. Былтыр ул йәшәгән Сәләх ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып еңеп сығыуында ла Зөлфирә Рауил ҡыҙының өлөшө ҙур булды. Ул ҡатнашҡан ерҙә еңеү булғанын белеп, район етәкселеге мәртәбәле ярышҡа сығарған һәм бер ҙә яңылышмаған.

Афарин, Зөлфирә Рауил ҡыҙы!

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: