Бөтә яңылыҡтар

ЗАМАНДАН АЛДА БАРЫУ - БУРЫСЫБЫҘ

—Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төп бурысы—телде һаҡлау, уға һөйөү тәрбиәләү. Был маҡсатҡа дәрестә ҡағиҙәләр ятлатып ҡына өлгәшеү мөмкин түгел. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтырырҙай мәғлүмәттәр биреү, үҙ телебеҙҙең матур булыуын төшөндөрөү өсөн даими эҙләнергә, замандан бер аҙым алда барырға кәрәк. Уҡытыусының эше уҡытыу ғына түгел, ә уҡыу, хатта ҡайһы саҡта уҡыусыларыңдан нимәгәлер өйрәнеү, яңы быуындан ҡалышмау,—ти Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы.

ЗАМАНДАН АЛДА БАРЫУ - БУРЫСЫБЫҘ
ЗАМАНДАН АЛДА БАРЫУ - БУРЫСЫБЫҘ

Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева—Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын 2006 йылда тамамлап, хеҙмәт юлын Баймаҡ районы Семен мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Унда 7 йыл тәжрибә туплағандан һуң, белем усағы ябылыу сәбәпле, Баймаҡ ҡалаһындағы балалар баҡсаһында эшләй. Әммә ҡанында уҡытыусылыҡ һәләте «аҡҡас», уның күңеле мәктәптә тартыла. Әлеге көндә ул ҡаланың 4-се лицейында балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.

Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, бик күп уңыштарға өлгәшкән. Тырышып, бар көсөн һәм талантын һалып эшләгәнгә лә уҡыусылары ла даими уңыш ҡаҙана. Район һәм республикала үткәрелгән әҙәби-ижади конкурстарҙа һис алдынғылыҡты бирмәйҙәр. Уҡытыусы үҙе лә һәр төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Уҙған йыл «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында «Иң яҡшы унау» исемлегенә инеп, «Хәҡиҡәттә—Ватаным» номинацияһында еңеү яуланы.

—Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төп бурысы—телде һаҡлау, уға һөйөү тәрбиәләү. Был маҡсатҡа дәрестә ҡағиҙәләр ятлатып ҡына өлгәшеү мөмкин түгел. Уҡыусыларҙы ҡыҙыҡтырырҙай мәғлүмәттәр биреү, үҙ телебеҙҙең матур булыуын төшөндөрөү өсөн даими эҙләнергә, замандан бер аҙым алда барырға кәрәк. Уҡытыусының эше уҡытыу ғына түгел, ә уҡыу, хатта ҡайһы саҡта уҡыусыларыңдан нимәгәлер өйрәнеү, яңы быуындан ҡалышмау,—ти Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы.

Уҡытыусылар династияһының өсөнсө быуын вәкиле булараҡ, Ләйлә Иҫәнбаева баш-көллө белем биреү донъяһына сумған. Ул үҙ һөнәрен мөкиббән ярата, шуға ла камиллашыу маҡсатында һәр көн яңылыҡтар эҙләй. Уҡыусыларын квест уйындарға йәлеп итә, музейҙарға, тарихы урындарға экскурсия ойоштора, спектакль-концерттарға алып бара, ижади эштәрен туплап, йыйынтыҡтар сығарып, ҡыҙ-малайҙарҙы рухландыра, ҡанатландыра һәм шул рәүешле уларҙа милли тойғо уята.

Афарин, тибеҙ! Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы кеүек үҙ һөнәрен һәм балаларҙы ихлас яратҡан уҡытыусылар барҙа, киләсәгебеҙгә хәүеф янамай. Рәхмәт белдереп, уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: