Бөтә яңылыҡтар

МАНҺЫР УЛЫ

Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбендә Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың "Манһыр улы" тип аталған китабының геройҙары—Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары исеменә лайыҡ булған хөрмәтле оло шәхестәр Әхмәҙулла Хәйривара улы һәм Разия Кирам ҡыҙы Хәсәновтарҙың хәтер кисәһе, китаптың исем туйы үтте.

МАНҺЫР УЛЫ
МАНҺЫР УЛЫ

Баймаҡ районы Муллаҡай мәктәбендә Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың «Манһыр улы» тип аталған китабының геройҙары—Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары исеменә лайыҡ булған хөрмәтле оло шәхестәр Әхмәҙулла Хәйривара улы һәм Разия Кирам ҡыҙы Хәсәновтарҙың хәтер кисәһе, китаптың исем туйы үтте.
Уҡытыусы һәм остаз йылы нда ойошторолған сарала районда өс мәктәп төҙөткән директор, етәксе, күп уҡыусыларына остаз булып торған, коллегалары араһында ла, район етәкселеге алдында ла ҙур абруй ҡаҙанған ғәҙел һәм талапсан, бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән Әхмәҙулла Хәйривара улының тормошон байҡаныҡ. Шулай уҡ уның ҡатынын, бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған, көслө математик, алдынғы ҡарашлы уҡытыусы, бик кешелекле, ипле Разия Кирам ҡыҙын бик хөрмәтләп телгә алдыҡ. Йылы хәтирәләргә ҡоролған кисәгә  уларҙың балалары, бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, туғандары килде. Баймаҡ ҡалаһы хакимиате башлығы Иҫәнбаев Радмир Фитрат улының килеүе сараға мәртәбә өҫтәне.
Заманында Ә.Х.Хәсәнов төҙөткән Кәрешкә, Беренсе Этҡол, Муллаҡай һәм Ҡолсора мәктәбптәренең мәғариф ветерандарының сығыштары уҡытыусы эшенең бөйөклөгөн күрһәтте, уларҙың оло хөрмәткә лайыҡ икәнен раҫланы.
Хәсәновтарҙың юлын дауам иткән, атай-әсәйгә оло ихтирам һаҡлап, изге кәңәштәрен тотҡан, юғары урындар биләп, абруйлы хеҙмәт юлында барыусы улдары Ғайса һәм Ғаяз, ҡыҙҙары Рәзилә һәм Нурзилә Хәсәновтар Муллаҡай мәктәбе коллективын Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Был сарала шулай уҡ тыуған яғы шәхестәренә арналған һигеҙ китап авторы Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшин үҙе лә ҡатнашты.
Бөгөнгө ауыр һынылыш осоронда уҡытыусы статусын күтәреү, хеҙмәтте хөрмәт итеү, үҫеп килгән быуын алдында матур өлгө күрһәтеү йәһәтенән бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур.

Фәриҙә Ҡаһарманова.

Автор:Резеда Валиева