АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Төп бурыстары--төплө белем һәм патриотик тәрбиә биреү

Тарихта ҡалған 2022 йыл Сибай ҡалаһының мәғариф системаһы өсөн үҙгәрештәргә бай йылдарҙың береһе булды. 2022-2023 яңы уҡыу йылы алдынан идаралыҡҡа яңы етәксе—Рушан Дияров тәғәйенләнде. Мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Рушан Нурмөхәмәт улы йыл уңыштарын барланы.

Төп бурыстары--төплө белем һәм патриотик тәрбиә биреү
Төп бурыстары--төплө белем һәм патриотик тәрбиә биреү

-Мәғариф идаралығы ҡалала иң ҙур тармаҡтарҙың береһе. Әлеге ваҡытта ҡалалағы 12-дөйөм, 4-өҫтәмә һәм 16 мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем һәм тәрбиә биреү учреждениеһында 1020 белгес эшләй. Балалар баҡсаларынан башлайым: урында 7 йәшкә тиклемге балаларҙың барыһына ла балалар баҡсаһында урын етерлек. Уларҙа әмғеһе 171 төркөм бар. Шуларҙың 89-ы рус төркөмө иҫәпләнһә, 82-һенә башҡорт балалары йөрөй. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү хеҙмәтенә альтернатив формалар ҙа тәҡдим ителә: “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында 1 ғаилә төркөмө уңышлы эшләй. Шулай уҡ “Тирмәкәй” һәм “Әкиәт” балалар баҡсаларында ҡыҫҡа ваҡытҡа баланы ҡалдырып тороу төркөмдәре бар. Балалар баҡсаһына 1 йәштән алып 3 йәшкәсә 756 бала йөрөй. “Айгөл”, “Аленушка”, “Баҙлауыҡ”, “Ҡайынҡай”, “Әкиәт” һәм “Ҡарлуғас” балалар баҡсаларында 6 инновацион майҙансыҡ булдырылған.

Мәктәп, гимназия, лицейҙарҙың өҫтөнлөклө йүнәлеше булып һәләтле, талантлы балаларҙы асыҡлау һәм уларға артабан үҫешеүгә ярҙам итеү тора.

2022 йылда 92 уҡыусы Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашты. 2021 йылда 106 бала көсөн һынап ҡараған. Олимпиаданың республика этабында ҡаланың төрлө мәктәптәрендә белем алыусы 38 уҡыусы призер булып танылды. 1-се мәктәптән Валентина Леонтьеваның уҡыусыһы Камилла Ишкилдина астрономия буйынса республика этабында еңеү яуланы. Әйткәндәй, олимпиаданың республика этабында иң яҡшы һөҙөмтәләргә гимназиянан-16, 9-сы лицейҙан 10 уҡыусы алдынғы урындар алыуы менән башҡаларҙан айырылды.

Балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙән тыш мәктәптәрҙә өҫтәмә дәрестәр ҙә үткәрелә. Мәҫәлән, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалы, Өфө дәүләт нефть техник университеты, төҙөлөш һәм сервис колледжы, күп тармаҡлы профессиональ, педагогия һәм медицина коллеждары уҡытыусылары һәләтле балалар менән айырым дәрестәр уҙғара.

Йыл һайын мәғариф учреждениелары төрлө грант һәм проекттарҙа ҡатнаша. Презедент фонды, республика Башлығы гранты, урындағы башланғыстарҙы яҡлау програмамаларында ҡатнашҡандан ҡала ҡаҙнаһына 15498103 һумлыҡ аҡсалата килем килеүе ҡыуаныслы.

2022 йылда Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбе “Рәсәй мәғариф һәм фән министрлығы мәктәбе” проектына инде. Белем усағына капиталь ремонт уҙғарылды һәм туҡланыу блогы, акттар залы, уҡыу һәм балалар инициативалары кабинеттарына ҡорамалдар һатып алынды.

Мәктәптең белем биреү системаһын модернизациялауға 69776464 һум аҡса бүленде. Быйыл проектҡа ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы ҡушылды һәм унда ла күп кенә үҙгәрештәр көтөлә.

Һуңғы арала тәрбиә эшендә хәрби-патриотк йүнәлешкә өҫтөнлөк бирелә. Бөйөк Еңеү байрамын уҙғарыуҙа ҡала мәктәптәре уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнаша. Улар ата-әсәләре менән бергәләшеп “Үлемһеҙ полк” сафына теҙелде. Былтыр гимназия-интернат һәм Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында “шайморатовсылар” класы барлыҡҡа килде.

2022-2023 уҡыу йылы башынан уҡ һәр дүшәмбе “Мөһим нәмә тураһында һөйләшеү” дәресенән башлана. Унда уҡыусылар заманса Рәсәйҙә кеше тормошоноң төп аспекттарына бәйле темаларға әңгәмәләшә. Шулай уҡ һәр аҙна башында Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы күтәрелә, гимн башҡарыла һәм аҙна һуңынла төшөрөлә.

Февраль, май, октябрь айҙарында ҡыҙҙар-малайҙарҙы “Йәш армия” хәрби-патриотик хәрәкәте сафына алынды. Уҡыу йылы аҙағында уларҙың һаны 240-ҡа етте. Ә хәрәкәттә бөтәһе 716 бала ҡатнаша. Тап ошондай ҡыйыу, ышаныслы, ныҡ балалар илебеҙҙең киләсәге.

Йыл һайын май айында мәктәптәрҙең өлкән класс егеттәре өсөн хәрби йыйындар ойошторола. Былтыр ундай йыйын “Труд” стадионында үтте һәм унда 62 буласаҡ һалдат ҡатнашты. Быйыл иһә мәктәптәрҙең 10-сы класс уҡыусылары өсөн бындай йыйын Алкино ҡасабаһының “Патриот” яңы паркында үтәсәк. Унда йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү уҡытыу-методик үҙәге асылды. Артабан унда өлкән класс уҡыусылары унда әрмегә әҙерлек маҡсатында беренсел хәрби әҙерлек үтәсәк.

Ҡалала өҫтәмә белем биреү системаһын 4 учреждение: Балалар ижады үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар экология-биология үҙәге һәм Сибай “Технотерра” технопаркы атҡара. Уларҙа тәбиғи, фәнни, техник, турист-тыуған яҡты өйрәнеү, экология-биология, физкультура-спорт, социаль-гуманитар, һынлы сәнғәт йүнәлештәре буйынса балаларға өҫтәмә белем бирелә. Учреждениеларҙа йәмғеһе 4195 бала шөғөлләнә.

2022 йылда ҡаланың мәғариф идаралығы “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса бик күп эштәр эшләне. Күп кенә мәктәптәр милли проекттың “Заманса мәктәп” һәм “Цифрлы белем биреү мөхите” милли программаларына ҡушылды. Учреждениеларҙа ”Һәр баланың уңышы” проектына ярашлы яңы урындар барлыҡҡа килде. 2021 йылда 6 йүнәлешкә 705 урын бирелһә, 2022 йылда техник йүнәлеш буйынса 60, урын бүленде. Быйыл иһә туризм-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешенә 165 урын бирелә.

Белем биреүҙең сифатын дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы күрһәтә. Уның йомғаҡтары буйынса үткән республика кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры айбулат Хажин беҙҙең мәғариф идаралығын Берҙәм, төп дәүләт, сығарылыш имтихандарын, башҡа баһалау процедураларын сифатлы һәм объектив уҙғарғаны, белем биреүҙең сифатына йоғонто яһаған муниципаль механизмдарҙың эффектлылығы өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Был тәңгәлдәге күрһәткестәр буйынса ҡаланың мәғариф системаһы республиканың иң яҡшы муниципалитеттары иҫәбенә инде.

Былтыр ҡалала бөтәһе 253 уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Шуларҙың 86-һы төрлә фәндәрҙән юғары балл йыйыуы менән айырылды. Юғары бал йыйған уҡыусыларҙы гимназия (йәмғеһе 29) һәм 9-сы лицей (27) әҙерләүе асыҡланды. 9-сы лицей уҡыусыһы Есения Смирновская химия буйынса 100 балл йыйҙы, уҡытыусыһы Гүзәл Йомабай ҡыҙы Ҡотлобирҙина.

Яҡшы өлгәшкән сығарылыш класс уҡыусылары аттестат менән бергә “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Былтыр 33 бала шундай наградаға лайыҡ булды.

Йыл дауамында педагогтар төрлө конкурс, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты. Айырыуса “Йыл уҡытыусыһы-2022”, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеләрендә беҙҙекеләр уңышлы сығыш яһаны. 3 педагог конкустың финалы сыҡты һәм лауреат исеме алды. Улар--Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Моталлапова, гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ямалова, 7-се мәктәптең география уҡытыусыһы Эдуард Үлйәбаев. “Ҡурай” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Ләйсән Рәсүлева “Туған телдә белем биреүсе балалар баҡсаһының йыл педагогы” республика конкурсында лауреат булып танылды.

Педагогик эшмәкәрлектәрендә өлгәшкән уңыштары өсөн “Ирәндек” лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы гөлнәзирә Игликова, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айһылыу Моталлапова 200 мең һумлыҡ премияға ла лайыҡ булды. 12-се мәктәптән Олеся Лазарева “Йәш педагог” республика Башлығының 40 мең һумлыҡ грантына өлгәште.

Сибай уҡытыусылары беҙҙең ҡалала үткән “Керәҙ” республика уҡытыусылар фестивалендә лә бер кемгә ла ал бирмәне. Төбәк уҡытыусыларының иң яҡшы практикаларын берләштереү маҡсатында уҙғарылған фестивалдә беҙҙең пелдагогтар ике йыл рәттән республика кимәлендә сығыш яһаны.

Йәйге осорҙа балалар ялын ойоштороу көнүҙәк мәсьләлә булып тора. 2022 йылда мәктәп янында 9 көндөҙгө лагерь эшләне, уларҙа 1 меңгә яҡын бала ялдарын файҙалы һәм күңелле уҙғарҙы. Июнь айында 9 хеҙмәт һәм ял лагеры асылды, уларҙа бөтәһе 370 уҡыусы эшләне һәм ял итте. Шулай мәктәптәр ниегеҙдә 6 профилле лагеь ойошторолдо. Уларҙа 280 бала ял итте. Бынан тыш “Юлдаш” ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерында 3 заезда 416 уҡыусы һаулығын нығытты.

Йылдың һөйөнөстәре лә, көйөнөстәре лә күп булды. Әлбиттә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Быйыл беҙҙең алда 1-6-сы һәм 10-сы кластарҙа яңыртылған федераль дәүләт стандарттарын тормошҡа ашырыу бурысы тора. Һәр ваҡыттағыса һәләтле, талантлы балалар менән ентекле эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында капиталь ремонт уҙғарыу, 6-сы мәктәптең һәм ҡала ситендәге йыл әйләнәһенә эшләүсе “Шифа” һауыҡтырыу лагеры төҙөлөштәрен башлау.

 

Автор:Гульдар Кадаева