АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ИЛ АҒАҺЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ

Хәйбулла районы мәктәптәрендә йома көнө дәрестәр Моратаза Рәхимовҡа арналған.

ИЛ АҒАҺЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ
ИЛ АҒАҺЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ
Хәйбулла районының белем биреү ойошмаларында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар

Йома көнө Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты менән бәхилләштеләр. Ошоға бәйле Хәйбулла районының белем усаҡтарында Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Мәктәптәрҙә "М.Ғ. Рәхимов - Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты" темаһына класс сәғәттәре уҙҙы. Уҡыусылар биографияның төп факттары, уның Башҡортостан үҫешенә индергән тос өлөшө менән танышты, шулай уҡ республиканың беренсе Президенты тураһында видеофильм ҡараны, артабан әңгәмәләшеүҙә әүҙем ҡатнашты. Хәйбулла районында Мортаза Рәхимов бер нисә мәктәп, шул иҫәптән Йәнтеш һәм Бүребай ауылдарында мәктәптәр төҙөнө.
 
Гөлназ Ибраһимова.
Автор:Резеда Валиева