АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

УҠЫТЫУСЫҒА КАНИКУЛ ЮҠ

Хәйбулла районы уҡытыусыларының каникулы бик фәһемле үткән

УҠЫТЫУСЫҒА КАНИКУЛ ЮҠ
УҠЫТЫУСЫҒА КАНИКУЛ ЮҠ

Балалар каникулда булғанда, уҡытыусылар ял итмәй.
Балалар каникулда булғанда, уларҙың уҡытыусылары белемдәрен камиллаштыра, тәжрибә уртаҡлаша.

Хәйбулла районында белем биреү ойошмаларында традицияға әүерелгән педагогик уҡыуҙар үтте. Аҡъяр, Бүребай һәм Подольск ауылдары мәктәптәрендә “Мәктәптә берҙәм белем биреү мөхитен булдырыу”, “Функциональ грамоталы шәхес”, “Уҡыу әсбаптары буйынса белем биреүҙә уҡыусыларҙың функциональ грамоталылығын формалаштырыу” темалары буйынса эшлекле уйындар ойошторолдо.
Ә 2-се Аҡъяр мәктәбендә педагогик идеялар фестивале үтте. Район мәктәптәре уҡыусылары, командаларға бүленеп, уйындарҙа һәм бәләкәй сәхнәләштереү тамашаларында ҡатнашты.
Барлыҡ майҙансыҡтарҙа эш ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле барҙы, ҡайһы бер мәктәптәрҙә саралар дистанция форматында ойошторолдо. Педагогик уҡыуҙар педагогия хеҙмәткәрҙәренең ижади башланғыстарын үҫтереүгә һәм квалификацияларын күтәреүгә булышлыҡ итә.

 

Гөлназ Ибраһимова.

Автор:Резеда Валиева