Бөтә яңылыҡтар

УҠЫУСЫЛАР АСЫШ ЯҺАЙ

Өфө, Атингән, Һамар ауылдары мәктәптәре уҡыусылары оҙаҡ ваҡыт дауамында үҙ мәктәптәрендә картуф, көнбағыш, кишер һәм томат үҫтергән.

УҠЫУСЫЛАР АСЫШ ЯҺАЙ
УҠЫУСЫЛАР АСЫШ ЯҺАЙ

Хәйбулла районының мәғариф идаралығының конференциялар залында "Асыш-2022" муниципаль конкурсының төп туры уҙҙы. Мәғариф идаралығы, "Башҡорт баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" акционерҙар йәмғиәте вәкилдәренән торған жюри хөкөмөнә район уҡыусыларының 16 тикшеренеү эше һәм проект тәҡдим ителде.

Хәйбулла мәктәптәренең 5-11-се класс уҡыусылары төрлө темалар һайланы. Мәҫәлән, Өфө, Атингән, Һамар ауылдары мәктәптәре уҡыусылары оҙаҡ ваҡыт дауамында үҙ мәктәптәрендә картуф, көнбағыш, кишер һәм томат үҫтергән. Уларҙың эштәре ентекле өйрәнеүҙе һәм күҙәтеүҙе талап иткән. Балалар культуралар үҫтереүгә етди ҡарап, урындағы фермерҙарҙы йәлеп итте һәм хатта йәшелсә һатыуҙан тәүге табыш алды. Бүребай ауылы мәктәбе уҡыусыһы археологик табылдыҡ - мезозой дәүерендә йәшәгән акуланың тештәре тураһында ҡыҙыҡлы тикшеренеү эше тәҡдим итте. Яңы Ергән ауылы мәктәбе уҡыусыһы Башҡортостан халыҡтарының сыбыҡтар үреүе хаҡында һөйләне. Подольск, Сиҙәм, Өфө ауылдарындағы мәктәптәрҙең 5-6-сы класс уҡыусылары башҡорт халыҡ әкиәттәрендә хоҡуҡ боҙоуҙар һәм финанс грамоталылығы тураһында һөйләне. 1812 йылғы Ватан һуғышы барышында Наполеон һуғыштарында башҡорт атлылары һәм рус йәмғиәтенең тупланылыуы тураһында Сиҙәм ауылы мәктәбе уҡыусылары һөйләне. 6-сы класс уҡыусылары өсөн математик мәсьәләләр йыйынтығы - торттарҙы һатыу буйынса бизнес-план һәм инглиз телен өйрәнеү алымдары менән 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары таныштырҙы. Бүребай һәм Татыр-Үҙәк ауылы мәктәптәре уҡыусылары «Аҡыллы аквариум» проектын һәм «Смс-хәбәрҙәрҙә телдең үҙенсәлектәре» тикшеренеү эшен яҡланы. Өфө ауылы мәктәбе уҡыусыһы янғын хәүефһеҙлеге буйынса йәнһүрәт күрһәтте.

Балаларҙың тикшеренеү эштәре һәм проекттары өсөн фантазияның сиге булманы. Уҡыу йылы дауамында сығарылыш уҡыусылары үҙҙәренең ғилми етәкселәре менән бергә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнде, тәжрибә үткәрҙе, социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Уҡыусылар маҡсат ҡуйыуҙа, үҙ эшмәкәрлеген планлаштырыуҙа, эҙләүҙә, эшкәртеүҙә, мәғлүмәтте аңлауҙа һәм үҙ эшенең һөҙөмтәһе менән таныштырыуҙа баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алды.
 
Гөлназ Ибраһимова.
Автор:Резеда Валиева