АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Төркмәндәр түр бирмәй

Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылы мәктәбендә ошо төбәктәге Әхмәр 9 йыллыҡ, Басай, Иҫәнбәт ауылының башланғыс мәктәптәрен үҙ ҡанаты аҫтына алған төп белем усағы. Әлеге көндә бында 103 бала уҡый. Мәктәпте ике тиҫтә йылға яҡын директор Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһарманова етәкләй. Шуныһы ҡыуаныслы: был мәктәп коллективы беҙҙең “Атайсал” гәзите менән электән хеҙмәттәшлек итә. Бер нисә тапҡыр төп бүләкте лә тап ошо коллектив уҡытыусылары отто. Был юлы ла уҡытыусылар, хеҙмәткәрҙәр 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына беҙҙең баҫмаға бер һүҙһеҙ дәррәү генә яҙылды. Рәхмәт, һеҙгә дуҫтар!

Төркмәндәр түр бирмәй
Төркмәндәр түр бирмәй

Подписка ойошторған саҡта Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы менән әңгәмәләшергә лә өлгөрҙөк.

-Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, беҙгә күрше ауылдарҙан балалар килеп уҡый. Быйыл 10-сы класта Әхмәрҙән килеп белем алыусылар күп. Әйтергә кәрәк, беҙҙең мәткп уҡытыусылары Берҙәм дәүләт имтиханына сығарылыш класс уҡыусыларын етди әҙерләй. Өс мәктәп автобусында тәжрибәле водителдәр балаларҙы көндә иртәнсәк алып килә һәм дәрестән һуң алып бара. Халиҡов Әхсән Ғәйнислам улының эшенән бик ҡәнәғәтбеҙ. Ул мәктәптә 2007 йылдан алып эшләй. Эшенә бик яуаплы ҡарай: автобусы һәр ваҡыт төҙөк, рейсҡа әҙер. Иртә менән ул Иҫәнбәт-Басай – Бәләкәй Төркмән уҡыусыларын дәрескә ваҡытында алып килеп өлгөртә. Йыл һайын уның намыҫлы хеҙмәте мәғариф бүлеге тарафынан да лайыҡлы баһалана. Быйыл да Әхсән Ғәйнислам улына мәғариф бүлегенән Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк, шулай уҡ мәктәп хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылды.

Белем усағында бер нисә йыл рәттән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә асылған “Үҫеш нөктәһе” уңышлы эшләп килә. Унда башлыса дәрестән тыш саралар үтә. Ошо көндәрҙә генә шахмат буйынса район беренселегендә командабыҙ 3-сө урын алдып ҡайтты,. Ҡыҙҙар-малайҙарҙы шахмат, шашка серҙәренә уҡытыусы Азат Әкрәм улы Әхмәтов төшөндөрә.

Яңыраҡ ҡына уҡысыларыбыҙ Баймаҡҡа КВН-да тапҡырлыҡта, таһыллыҡта көс һынашып, икенсе урын яуланы. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса үткән отҡорҙар бәйгеһендә хатта ҡала мәктәптәре командаларын үтеп киттек.

Республика Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең яҡтарҙа эш сәфәре менән йөрөгән саҡта мәктәпкә лә инеп сыҡҡайны. Осрашыу барышында уҡытыусы Азат Әкрәм улы балаларға физик күнекмәләр өсөн тренажерҙар һорағайны. Радий Хәбиров был үтенесте үтәүҙе район башлығы Аминев Фәнис Ғәбдрәшит улына йөкмәтте. Быйыл көҙ мәктәпкә воркаут ҡоролмалары алып килеп теҙҙеләр. Етәкселәргә рәхмәтәбеҙ сикһеҙ!

Әле уҡыусылар каток туңдырырға майҙансыҡты әҙерләй. Ҡышҡы каникул осоронда балалар рәхәтләнеп хоккей уйнаһын, конькиҙа шыуһын тип тырышабыҙ. Ҡыш буйы унда физкультура дәрестәрен уҙғарыу ҙа бик уңайлы.

Шулай уҡ уҡытыусылар әлеге мәлдә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының мәктәп ярышында көс һынаша, асыҡ дәрестәр күрһәтә. Яңы йылдан һуң үтәсәк район этабына еңеүсе уҡытыусы мәктәп намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ.

 

Яңы уҡый йылы башында беҙҙең коллективҡа ике йәш белгес өҫтәлде. Улар: информатика, физика уҡытыусыһы Фидан Илгиз улы Ниғмәтуллин һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, быйыл ғына Сибай институтын тамамлаған Гөлбаныу Радик ҡыҙы Ыласынова. Йәштәр тиҙ генә беҙҙең араға инеп китте, уҡыусылар ҙа уларҙы яратып ҡабул итте,--тип яңылыҡтары менән уртаҡлашты директор.

Эштәрегеҙ гел шулай ыңғай барһын! Гел шулай түрҙә булығыҙ, маҡталып ҡына эшләгеҙ! Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

Автор:Гульдар Кадаева