АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сибайҙар уңышлы сығыш яһаны

Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар. Республиканың төрлө белем усағынан 30-ҙан ашыу уҡыусы һәм фольклор коллективтары саҡырылғайны. Быйылғы ярышта 25 район, 5 ҡала мәктәптәренән һәм 5 республика гимназия һәм лицейҙың 136 уҡыусы ҡатнашҡан. Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәрән йөкмәткеле был конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора.

Сибайҙар уңышлы сығыш яһаны
Сибайҙар уңышлы сығыш яһаны

Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар. Республиканың төрлө белем усағынан 30-ҙан ашыу уҡыусы һәм фольклор коллективтары саҡырылғайны.

Быйылғы ярышта 25 район, 5 ҡала мәктәптәренән һәм 5 республика гимназия һәм лицейҙың 136 уҡыусы ҡатнашҡан. Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәрән йөкмәткеле был конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора.

Конкурс Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналды. Уҡыусыларҙы “Урал батыр” эпосы менән ҡыҙыҡһындырыу һәм бәйгенең мәртәбәһен үҫтереү өсөн мәғариф һәм фән министрлығы еңеүселәргә 3 меңдән алып 7 меңгә тиклем аҡсалата бүләк тә әҙерләгән.

Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү – республика конкурсының төп шарттарының береһе.

Сарала ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 2-се класс уҡыусыһы Әминә Мөхәмәтшина (уҡытыусыһы А.М.Рәсүлева) икенсе урын яуланы. Ошо уҡ лицейҙың 6-сы класс уҡыусыһы Зөлфиә Яхина (уҡытыусыһы Р.Н.Ҡәйепова), эпосты пропагандалаған өсөн номинацияһында бүләкләнде. Сибай гимназия-интернаты уҡыусылары Айгиз Йәнтүрин, Ғәҙел Абдрахманов, Сөмбөл Күлмөхәмәтова, Ильяс Янышев (уҡытыусылары Ә.Р.Кәримова) эпос өҙөгөн инсценировкалауҙа 3-сө урынға өлгәште. Конкурс призерҙарына дипломдар, аҡсалата премия, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Һәләтле уҡыусыларҙы ҡотлайбыҙ! Уҡытыусыларға ла ижади үрҙәр теләйбеҙ!
#Сибай
#башҡорттелеһәмәҙәбиәте

Сибайҙар уңышлы сығыш яһаны
Сибайҙар уңышлы сығыш яһаны
Сибайҙар уңышлы сығыш яһаны
Автор:Гульдар Кадаева