АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бүләкләнеүселәр араһында сибайҙар ҙа бар

Уҡытыусылар көнө алдынан республиканың 50 уҡытыусыһына 50-шәр мең һум аҡсалата премия тапшырылды. Улар араһында Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбенән Әлфиә Ибраһимова һәм гимназия-интернаттан Зөлфиә Ҡарасова ла бар. Ҡотлайбыҙ!

Бүләкләнеүселәр араһында сибайҙар ҙа бар
Бүләкләнеүселәр араһында сибайҙар ҙа бар

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, дөйөм белем биреү мәктәптәренең һәм дәүләт һөнәри белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт һәм рус теле уҡытыусылары араһында конкурс үткәрелеп, үҙ һөнәренең оҫталарына 50 мең һум күләмдә аҡсалата премия бирелеп килә. Быйыл да Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары араһында аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә итеүгә республика конкурсы үткәрелеп, премияға лайыҡлы уҡытыусылар һайлап алынды.

4 октябрҙә, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында ошо айҡанлы матур сара үтте. Унда конкурс йомғаҡтары буйынса иң яҡшы тип табылған 50 башҡорт һәм рус теле уҡытыусыһына Башҡортостан Республикаһы мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлеге өсөн аҡсалата премия тапшырылды.

Уҡытыусы һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, мәктәптәрҙә, лицей һәм гимназияларҙа, колледждарҙа йәш быуынға тел нескәлектәрен төшөндөргән, рус һәм башҡорт телдәренә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларҙы БР мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин, министр урынбаҫары Әлфиә Закир ҡыҙы Ғәлиева, БДУ-ның филология кафедраһы деканы Альмира Мөхәмәт ҡыҙы Ямалетдинова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Мөхәмәт улы Йосопов тәбрикләне.

 

Автор:Гульдар Кадаева