Бөтә яңылыҡтар

«Ауыл уҡытыусыһы»ның эше көйлө

-Уҡытыусылар араһында берҙән-бер башҡорт булһам да рус теләнән уҡытам. Коллектив бик татыу һәм эшлекле. Эшләй башлауыма күп тә үтмәне мине “Ауыл уҡытыусыһы” проектына индерҙеләр,--тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Илгизә Исламғолова. Билдәле булыуынса, 2019 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ҙур булмаған ауылдарҙа уҡытыусыларға ярҙам итеү программаһын тәҡдим итте. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса ауылға эшкә күскән уҡытыусылар дәүләт ярҙамына дәғүә ала. Уның маҡсаты--уҡытыусыларҙы эшкә йәлеп итеү, ауыл тормошон йәнләндереү. Был проектта 50 йәшкә тиклемге педагогтар ғына ҡатнаша ала. Һәр хәлдә, тейешле ғариза тапшырғанда уға 50 йәш тулмаған булырға тейеш. Тағы ла проекттың талаптарына ярашлы, уны алғандан һуң мәктәптә биш йыл дауамында эшләү мотлаҡ.

«Ауыл уҡытыусыһы»ның эше көйлө
«Ауыл уҡытыусыһы»ның эше көйлө

Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы ҡыҙы Илгизә Йәндәүләт ҡыҙы Исламғолова Сибай гимназияһында башланғыстар кластар уҡытты. Бер мәл ул белем усағында күренмәй башланы.

Социаль селтәрҙән ҡараһам, ул ғаиләһе менән Себер тарафтарына сығып китеүен белдем. Аҙаҡ инде үҙенән хәбәр килде: мин бит туған районыма ҡайттым һәм «Ауыл уҡытыусыһы» программаһында ҡатнашып 1 миллион һум аҡса алдым!—тип ҡыуанып яҙып ебәргән. Беҙгә шул ғына кәрәк бит инде, әйҙә был хаҡта мәҡәлә яҙайыҡ тип уның менән бәйләнешкә сыҡтым.

-Аҡса өсөн йәшәү урынын алмаштырған тип уйлап ҡуйма! Олоғайған атай-әсәйемде ҡарау өсөн 2018 йылда Сибайҙа эшемде, ғаиләмде ҡалдырып Ҡашҡарға ҡайттым. Атайым оҙаҡ йәшәмәне, баҡыйлыҡҡа күсте. Инсульт аяҡтан йыҡҡан әсәйемде аяҡҡа баҫтырып, 4 йыл уны баҡтым. Быйыл яҙ әсәйем дә мәрхүмә булды. 2020 йылда районда эшкә урынлашыу теләге барлыҡҡа килде. Әмәлгә ҡалғандай сентябрь айында Бәрҙәш урта мәктәбенән шылтыратып, тиҙ арала килеп етеүемде һоранылар. Шулай итеп ошо ауылда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып киттем,–ти ул йылмайып.

Сибай гимназияһында, Себер тарафтарында эшләп тәжрибә туплаған белгескә яңы ерҙә эш башлау ауыр булмай. Хәҙерге заманда ауыл мәктәбе ҡаланыҡыларҙан бер ҙә ҡалышмай. Ҡайҙа ла күңелеңде биреп эшләргә, балаларҙы яратырға, сифатлы белем бирергә генә кәрәк. Былтыр Илгизә Исламғолова «Йыл уҡытыусыһы-2021» муниципаль конкурсында ҡатнашҡан.

Әйткәндәй, Илгизә ИсламғоловаҠашҡар мәктәбен тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын пионер вожатыйы булып үҙ мәктәбендә башлаған. Шуға ла ауыл ерендәге эш уға баштан таныш була. Уҡытыусы 1991 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалына башланғыс кластар факультетына уҡырға инә. 1995 йылда уны уңышлы тамамлай. Баймаҡ районының Күсей ауылы егете Мансур Исламғоловҡа кейәүгә сыҡҡас, йәш ғаилә Сибайҙа төпләнә. Ике улдары тыуа.

2011 йылға тиклем уҡытыусы Төмән өлкәһенең Сорғот ҡалаһындағы А.Знаменский исемендәге колледжда һәм 40-сы һанлы мәктәптә эшләп өлгөрә. Унан һуң тағы Сибайға ҡайталар.

Хәҙер инде Бәрҙәш мәктәбендә ең һыҙғанып эшләп йөрөй.

-Уҡытыусылар араһында берҙән-бер башҡорт булһам да рус теләнән уҡытам. Коллектив бик татыу һәм эшлекле. Эшләй башлауыма күп тә үтмәне мине “Ауыл уҡытыусыһы” проектына индерҙеләр,--тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты әңгәмәсем.

Билдәле булыуынса, 2019 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ҙур булмаған ауылдарҙа уҡытыусыларға ярҙам итеү программаһын тәҡдим итте. “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы буйынса ауылға эшкә күскән уҡытыусылар дәүләт ярҙамына дәғүә ала. Уның маҡсаты--уҡытыусыларҙы эшкә йәлеп итеү, ауыл тормошон йәнләндереү. Был проектта 50 йәшкә тиклемге педагогтар ғына ҡатнаша ала. Һәр хәлдә, тейешле ғариза тапшырғанда уға 50 йәш тулмаған булырға тейеш. Тағы ла проекттың талаптарына ярашлы, уны алғандан һуң мәктәптә биш йыл дауамында эшләү мотлаҡ.

-Дәүләттән ярҙам алып, Бәрҙәштә йорт һатып алыу мөмкинлеге тыуҙырған өсөн район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Айытҡоловаға, Бәрҙәш урта мәктәбе директоры Владимир Сергеевҡа, тағы ла Ирина Кардопольцеваларға рәхмәтем ҙур,--ти Илгизә Йәндәүләт ҡыҙы.

Әле ҡатындың рәхәтләнеп, ләззәтләнеп эшкә сумған сағы. Донъяһы ла түңәрәк: ире Мансур вахта ысулы менән эшләп аҡса таба. Өлкән улы Афзал Сибайҙан кәләш әйттергән. Кинйә улы үҙе янында 9 класта уҡый. Йылайырҙың тәбиғәте матур, һауаһы саф, кешеләре ихлас. Уҡытыусыға тырышып эшләргә, яңы үрҙәргә ынтылырға ғына ҡала.

Гөлдәр Ҡадаева.

 

Автор:Гульдар Кадаева