АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ТАМАША ӨСӨН РӘХМӘТ!

Бына ошо мәлдә Сибай Балалар ижады үҙәгендә Өфө сәнғәт институты студенттары ҡуясаҡ "Ауыл уҡытыусыһы" спектакле тураһында белдереү күреп ҡалғас, башҡа төрлө уйҙар килде. Баштан уҡ әйтеп китәм: нишләптер мәҙәниәт, сәнғәт тигәндә уйын-көлкөнө күҙаллайбыҙ. Бөгөнгө көндә уйын-көлкө тураһында әйтеү ҙә урынһыҙ, мәгәр мәктәптәр эшләй, балалар уҡый, уҡытыусылар етмәй.

ТАМАША ӨСӨН РӘХМӘТ!
ТАМАША ӨСӨН РӘХМӘТ!

Ил яҙмышында һынылышлы, ауыр көндәр, әсәләр йөрәгенең иң нескә ҡылдары өҙөлөп китер мәл. Тормош дауам итә, тиһәк тә, элеккесә түгел. Ҡапыл ғына ҡиммәттәр үҙгәрҙе. Бөгөн иң ҡиммәте- кеше ғүмере, балаларыбыҙҙың именлеге, йорт-илдең тыныслығы. Ҡалғаны ҡыҫыр көйөк кенә.
Тормош дауам итә: эшкә барабыҙ, ҡайтабыҙ, ашарға бешерәбеҙ, хәл белешәбеҙ, доға ҡылабыҙ.
Бына ошо мәлдә Сибай Балалар ижады үҙәгендә Өфө сәнғәт институты студенттары ҡуясаҡ "Ауыл уҡытыусыһы" спектакле тураһында белдереү күреп ҡалғас, башҡа төрлө уйҙар килде. Баштан уҡ әйтеп китәм: нишләптер мәҙәниәт, сәнғәт тигәндә уйын-көлкөнө күҙаллайбыҙ. Бөгөнгө көндә уйын-көлкө тураһында әйтеү ҙә урынһыҙ, мәгәр мәктәптәр эшләй, балалар уҡый, уҡытыусылар етмәй. Бөгөн беҙ ҡараған спектакль дә мәктәпкә, уҡытыусыға ситтән ҡарарға мөмкинлек бирҙе. Яңы форматтағы тамаша ысынлап та яңы ине: ҡуйылышы ла, теле лә (диалект, реаль кешеләрҙең тел үҙенсәлектәре, русса фекерләгәндең самалы ғына башҡортсаһы). Вербатим жанрында ҡуйылған документаль спектакль булды. Студенттарҙың актерлыҡ оҫталығы иҫ киткес инде: һәр образда бер кеше яҙмышы, һәр ҡыланыш уйланылған, йөрәк аша үткәрелгән, төрлө холоҡло, яҙмышлы уҡытыусыларҙың тарихтары, ауыл мәктәбе проблемалары шундай маһирлыҡ менән сәхнәләштерелде. Залда күберәк стажлы уҡытыусылар ине, улар аҙаҡ матур итеп төплө анализ яһаны. Шулай булмай ни! Уҡытыусы һәр ҡайҙа ла уҡытыусы булып ҡала.
Был тамаша өсөн етәкселәре Гөлсәсәк Саламатоваға, Римма Харисоваға ҙур рәхмәт! Балаларға артабан ҙур сәхнәләрҙә уңышлы сығыштар, һаулыҡ теләйем. Һау ғына булығыҙ, балаларыбыҙ! Йорт-ил тыныс булһын, яр аҫтынан сыҡҡан яу туҡтаһын, батшаларҙың күңеленә аҡлыҡ бирһен.
Бөгөн оҙон юлға оҙатҡан ҡәйнештәрем, ауылдаштарым, аҫыл егеттәребеҙ имен -һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһын, бында ҡалғандар ҙа имен- аман торайыҡ.
Ауыл уҡытыусыһы булғас, был спектаклгә бармай ҡала алманым... Уйын-көлкө түгел, беҙҙең тормош, мәктәп яҙмышы, ил яҙмышы. Бәләкәй генә ауыл мәктәбен республика кимәленә күтәреп, гөрләтеп эшләп йөрөгәндә ҡапыл "ҡыҫҡартылыуға" эләгеп, шунда ла юғалып ҡалмай, ҙур мәктәптә үҙенең урынын тапҡан ауыл уҡытыусыһы әле мин...
Әйткәндәй, Сибай башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән күрһәтелде был спектакль. Уларға ҙур рәхмәт!

 

ЛӘЛӘ РАФИҠОВА, УҠЫТЫУСЫ.

Автор:Резеда Валиева