Бөтә яңылыҡтар

УҠЫУСЫЛАР ҺӘМ УҠЫТЫУСЫЛАРҒА — ПРЕМИЯ

Башҡортостанда Бөтөн Рәсәй йәки төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүсе йәки призер булған уҡыусылар республика Башлығы премияһына дәғүә итә ала. Уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла аҡсалата бүләк бирелергә тейеш.

УҠЫУСЫЛАР ҺӘМ УҠЫТЫУСЫЛАРҒА — ПРЕМИЯ
УҠЫУСЫЛАР ҺӘМ УҠЫТЫУСЫЛАРҒА — ПРЕМИЯ

Башҡортостанда Бөтөн Рәсәй йәки төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеүсе йәки призер булған уҡыусылар республика Башлығы премияһына дәғүә итә ала. Уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ла аҡсалата бүләк бирелергә тейеш.

Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, 16 сентябрҙә республикала 2021-2022 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы премияһына дәғүә итеүселәрҙән документтар ҡабул ителә башлай.

Уҡыусыларға һәм уларҙың остаздарына премиялар Радий Хәбировтың указы менән раҫланған. Бөтөн Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәр, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтарға — 100 мең, призерҙарға 60 мең һум түләнә.

Мәғариф министрлығы исемлегенә ингән олимпиада еңеүселәре һәм призерҙарына — 10 һәм 5 мең, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиада еңеүселәренә һәм призерҙарына 5 һәм 3 мең һум бирелә.

Документтарҙы 2022 йылдың 30 сентябренә тиклем түбәндәге адресҡа ебәрергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2 (305-се бүлмә). Документтар электрон төрҙә ҡабул ителмәй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-12/v-bashkirii-startuet-priem-dokumentov-na-premii-glavy-respubliki-dlya-shkolnikov-i-ih-nastavnikov-2944861

 

Сығанаҡ: Башинформ.

 

Автор:Резеда Валиева