АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яҡшы педагог, уңған етәксене уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

Өфө ҡалаһындағы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы базаһында Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы бөгөн икенсе көн дауам итә.


Сара барышында үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған бер төркөм алдынғыларға юғары наградалар тапшырылды.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов туған тел һағында торған уҡытыусыларға, тел белгестәренә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы. Был наградаға лайыҡ булғандар араһында Сибай гимназия-интернаты директоры, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Бикбова ла бар.
Яҡшы педагог, уңған етәксене уңыштары менән ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәтегеҙ гел шулай маҡтаулы, үҙегеҙ имен һау булығыҙ!

Автор:гульдар кадаева