Бөтә яңылыҡтар

Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо

Сибай ҡаланың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында Белем байрамы матур итеп, саф башҡортса ойошторолдо. 60-ҡа яҡын беренсе класс уҡыусылары иғтибар үҙәгендә булды. Уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы байрам менән “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” проекты авторы һәм етәксеһе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина тәбрикләне.

Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо

Ул уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы байрам менән ҡотланы, балаларҙың тырышып уҡыуын, илебеҙҙең ысын граждандары булып үҫеүҙәрен теләне. Йәш быуында илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатында лицейҙа, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, шайморатовсылар класы булдырылды. Белем байрамына арналған тантаналы линейкала флагтарҙы индереү һәм сығарыу хоҡуғы тап ошо кластың өс уҡыусыһына ышанып тапшырылды.

Депутат Фәймә Кәримоваға Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалын, математика уҡытыусыһы Айгөл Хәмитоваға, башланғыс кластарға белем биргән Гөлшат Рыҫбаеваға йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләгәндәре өсөн Почет грамоталары тапшырҙы.

Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Белем байрамы саф башҡортса ойошторолдо
Автор:Гульдар Кадаева