АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йөрәк йылыһын - балаларға

Йөрәк йылыһын - балаларға Һанаулы көндәрҙән генә мәктәптәрҙә ҡыңғырауҙар сыңлар, матур кейенгән ҡыҙ һәм малайҙар парта артына ултырыр, тәүге тапҡыр мәктәпкә барыусылар белем донъяһына аяҡ баҫыр. Яңы уҡыу йылын Хәйбулла районы мәғариф хеҙмәткәрҙәре нисек ҡаршылай? Белем усаҡтары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерме? Ниндәй уңыштары һәм проблемалары бар? Хәйбулла районы мәғариф бүлеге начальнигы Салауат Байсурин менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта булыр.

Йөрәк йылыһын - балаларға
Йөрәк йылыһын - балаларға

-Салауат Факил улы, райондағы мәғариф учреждениелары менән ҡыҫҡаса таныштырып үтһәгеҙ ине.

-Районда бөтәһе 40 мәктәп иҫәпләнә, шуның 19 - ы филиал, 14 мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы эшләй. Барлығы 3 мең 975 бала белем аласаҡ, шуның 383-ө - беренсе класс уҡыусылары

-Бер нисә көндән уҡыусылар парта артына ултыра. Районда яңы уҡыу йылына әҙерлек нисек барҙы? Мәктәптәр уҡыусыларҙы ҡаршыларға әҙерме?

-Беҙ уҡыусыларҙы ҡаршыларға әҙер, йыл һайын белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына ҡабул итеү буйынса комиссия эшләй, быйыл да улар үҙ эшен юғары кимәлдә атҡарып сыҡты. Бигерәк тә уҡыусыларҙың хәүефһеҙлегенә төп иғтибар бирелде. Атап әйткәндә, автоматик янғын сигнализацияһы эше, беренсел янғын һүндереү саралары - ут һүндергестәрҙең булыуы, кешеләрҙе эвакуациялау юлдары, уарҙың схемалары һәм башҡалар.

Әйткәндәй, районда 71 объект белем биреү ойошмаларына ҡарай. Мәғариф объекттарының (биләмәләренең) террорға ҡаршы яҡланғанлыҡ торошо ҡуйылған талаптарға тура килә. Уларҙың барыһының да хәүефһеҙлек паспорттары һәм Берҙәм “112” номеры буйынса оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу системаһына хәүефле хәбәрҙәрҙе тапшырыу системалары, 49-ы видеокүҙәтеү системаһы менән тәьмин ителгән. Һаҡлауҙы “Дозор” шәхси һаҡ предприятиеһы башҡара. 2022 йылда терроризмға хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә Башҡортостан республикаһынан - 4 миллион һумдан ашыу һәм район бюджетынан 250 мең һум аҡса бүленде.

Илдәге һәм республикалағы һуңғы көндәрҙәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә тотоп, һәр белем усағында коронавирустан һаҡланыу саралары ҡаралған.

-Салауат Факил улы, Хәйбулла районы мәктәптәрендә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә белем биреүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ниндәй эштәр башҡарыла?

-Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән милли проекттарҙың барыһы ла ил халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Улар араһында “Мәғариф” милли проекты айырым урын алып тора, уны тормошҡа ашырыу беҙҙең районда бик яҡшы бара. 2021 йылда “Заманса мәктәп” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, тәбиғи-ғилми һәм технология йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре Аҡъярҙың 1-се мәктәбе, Сиҙәм, Һамар мәктәптәрендә асылһа, быйыл улар Степной, Яңы Ергән, Татыр-Үҙәк, Маҡан мәктәптәрендә буласаҡ.

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты ла яңы мөмкинлектәргә юл асты. Үткән уҡыу йылында Аҡъярҙың 2-се , Уфимка һәм Һамар мәктәптәрендә “Һанлы белем биреү мөхите”нең маҡсатлы моделдәре барлыҡҡак илде.

Ағымдағы йылда Татыр-Үҙәк, Подольск, Мәмбәт, Ивановка һәм Оло Әбеш мәктәптәре һанлы ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Шулай уҡ “Һәр баланың уңышы” проекты сиктәрендә, Атингән мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт яһалды. “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, райондың бөтә белем биреү усаҡтары юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылды.

-Уҡыусыларға заман талаптарына яуап бирерлек белем биреү өсөн педагогик коллективтың да көслө булыуы кәрәк. Районда кадрҙар менән тәьмин итеү нисек тора? Йәш белгестәр мәктәпкә киләме?

-Бөгөн ысынлап та та төп проблемаларҙың береһе булып йәштәрҙең мәғариф учреждениеларына килмәүе, шунлыҡтан мәктәптәрҙә йәш кадрҙар менән хәл бер аҙ киҫкен тора. Был йәһәттән беҙҙең районда ла хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел. Пенсия йәшендәге педагогтар һаны арта, уларҙың һаны - 26,9 процентҡа етте. Бигерәк тә төпкөл ауыл мәктәптәрендә юғары белемле педагогик кадрҙарға ихтыяж ҙур. Математика, химия һәм биология, инглиз теле, башланғыс класс уҡытыусылары етешмәй.

Бың тәңгәлдә юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Бөгөнгө көндә Хәйбулла районынан 21 студент маҡсатлы йүнәлтмә буйынса белем ала. Уларҙың тиҙерәк уҡып бөтөп, районға эшкә ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. 2021-2022 уҡыу йылынан Аҡъярҙың 1-се һанлы мәктәбендә 15 уҡыусыны үҙ эсенә алған психологик-педагогик класс булдырылды. Дәрестәр Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты уҡытыусыларын йәлеп итеп уҙғарыла.

Йәш уҡытыусыларҙы мәктәпкә йәлеп итеү маҡсатында районда төрлө программалар булдырылған. Мәҫәлән, “2018-2021 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы муниципаль районында мәғариф системаһын үҫтереү” муниципаль программаһы сиктәрендә, эшкә урынлашҡанда һәм шулай уҡ никахлашыу, бала табыу менән бәйле, йәш уҡытыусыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр сифатында дөйөм алғанда 494 мең 848 һум күләмендә ярҙам саралары күрһәтелде. 2021 йылда 11 йәш белгес, шуларҙың унауһы - уҡытыусылар, берәүһе мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү учреждениеһына тәрбиәсе эшкә килде. Быйыл был һанды әйтеүе әлегә иртәрәк, теләүселәр бар, яңы уҡыу йылы башланғас аныҡ һандар булыр.

-Уҡыусыларҙың ялы нисек үтте? Уҡыусылар яңы уҡыу йылына көс туплап, сәләмәттәрен нығытып өлгөрҙөмө?

-Быйыл балалар рәхәтләнеп ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында булды, мәктәп яны лагерҙары ла эшләне. Беҙҙең райондың йөҙөк ҡашына әйләнгән “Аҡсарлаҡ” ял һәм һауыҡтырыу лагеры бөтәһе дүрт сменала балаларҙы ҡабул итте. Һәр бер сменала 130 бала ял итте, бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 6,64 миллион һум аҡса бүленде. 1 июндән алып 21-нә тиклем Аҡъяр, Ивановка, Яңы Ергән, Йәнтеш, Оло Әбеш, Бүребай, Подольск ауылдарының 9 белем биреү ойошмаларында көндөҙгө лагерҙарҙа бөтәһе 700 бала ял итеү мөмкинлегенә эйә булды. Бының өсөн республика бюджетынан бөтәһе 1,85 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Шулай уҡ муниципаль ҡаҙнанан 383 мең һумдан ашыу финанс саралары иҫәбенә 9 белем биреү ойошмаларында хеҙмәт һәм ял лагерҙарының эше ойошторолдо, уларға 300 бала йәлеп ителде. Шулай уҡ Бүребай мәктәбендә – “Шик” һәм “Йәш геолог”, Аҡъярҙың 2-се мәктәбендә “Техностарт” профилле лагерҙары эшләне. “Аҡсарлаҡ” лагерында бөтәһе 190 баланы йәлеп иткән “Эрудит”, “Йәйләү”, “Патриот”, “Зарница”, “Аҡ ладъя” профилле сменалары ойошторолдо, бының өсөн муниципаль бюджеттан 848 мең һумдан ашыу аҡса бүленде. Район бюджетынан бүленгән 571 мең һумдан ашыу аҡса иҫәбенә 790 уҡыусы күп көнлөк походтарға йөрөнө. Аҙ сығымлы ял формалары менән 2529 бала йәлеп ителде. Дөйөм алғанда, Хәйбулла уҡыусылары яңы уҡыу йылына көс туплап, ял итеп килә тип әйтергә мөмкин.

-Рәсәй Президенты тарафынан 2023 йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Был йәһәттән районда ниндәй саралар планлаштырыла? Уҡытыусы йылы уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыуҙа үҙ өлөшөн индерерме?

-Уҡытыусы һөнәре - элек-электән иң абруйлы һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе иҫәпләнә. Был өлкәлә йөрәк йылыһын балаларға өләшә алған, уларҙы яратҡан, үҙ һөнәрен тоғро ҡалған кешеләр генә эшләй. Шуға күрә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың был ҡарарын мәғариф хеҙмәткәрҙәре бик ҡыуанып ҡаршы алды. Әлбиттә, исемле йыл ниндәйҙер кимәлдә уҡытыусыларҙың абруйын, эш хаҡын, шулай уҡ башҡа ярҙамдың булыуына булышлыҡ итер, тигән ышаныстабыҙ. Үҙебеҙҙең районда был тәңгәлдә эш башланыҡ та инде. Шуларҙың бер нисәүһенә генә туҡталып китергә мөмкин. Мәҫәлән, “Уҡытыусы һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәр көнө” үткәреү, юбилей даталары менән бәйле район мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән педагогтарҙы һәм педагогик хеҙмәт ветерандарын ҡотлау,  “Уҡытыусыға рәхмәт” акциялары һәм флешмобтарын ойоштору, “Йыл уҡытыусыһы”, “Йыл класс етәксеһе”, “Йыл тәрбиәсеһе”, “Йыл педагогы”, “Йыл етәксеһе”(директоры, мөдире) район һөнәри оҫталыҡ конкурстарын дауам итеү, иң яҡшы уҡытыусыларҙы район хакимиәте башлығының премияһы менән бүләкләү кеүек эштәр ҡаралған.

-Йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙе һәм барлыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәрен Белем байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ауыр, әммә яуаплы эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ижади еңеүҙәр теләйбеҙ!

Кәримә Усманова әңгәмәләште.

Хәйбулла районы.

Автор:Гульдар Кадаева