Бөтә яңылыҡтар

Тырышҡан--ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан

Сибай ҡалаһы 8-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы Язарова Айзилә Айбулат ҡыҙы быйыл ҡала күләмендә ойойшторолған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашты. Ярышҡа белгес етди әҙерләнде, һөҙөмтәлә бөтә этаптарҙа ла юғары баһа алып, Гран-приға өлгәште. Артабан ул ҡала намыҫын республика кимәлендәге ярышта яҡланы

Тырышҡан--ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан
Тырышҡан--ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан

Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы Язарова Айзилә Айбулат ҡыҙы тураһында бәйән иткем килә.

Айзилә Айбулат ҡыҙы Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылында күп балалы Солтановтар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килгән. Бала саҡтан мәктәптә тырышып уҡый, эшһөйәр булып үҫә. Математика дәрестәрен үҙ итә. Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуғанғамы, Айзилә мәктәпте тамамлағас Өфө ҡалаһына Башҡорт дәүләт педагогия университетының  физика һәм  математика факультетына уҡырға инә.

Хеҙмәт юлын Магнитогорск ҡалаһының 60 -сы мәктәбендә 2012 йылда башлай,  кейәүгә сыҡҡас, 2014 йылдан алып 8-се  мәктәптә  эшләй. Хәҙерге көндә ике ҡыҙға әсәй, Арҡайым ҡасабаһында үҙ көстәре менән һалған йортта, күрше-тирәләренә, туғандарына үрнәк булып матур донъя көтәләр. Ысынлап та, Аллаһы Тәғәлә Айзилә Айбулат ҡыҙын кәм-хур итмәгән: ул буй-һын тиһеңме, тәмле-татлы аш-һыу бешерһенме, килешле генә кейенһенме, аҡылын да , сибәрлеген дә йәлләмәгән. Тырышып баҡса үҫтерәләр, ҡош – ҡорт көтәләр, ҡайны- ҡәйнәһенә лә өлгөрәләр әүҙем Язаровтар!

 Язарова Айзилә Айбулат ҡыҙы быйыл ҡала күләмендә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашты. Ярышҡа белгес етди әҙерләнде, һөҙөмтәлә бөтә этаптарҙа ла юғары баһа алып, Гран-приға өлгәште. Тағы ла етдирәк республика кимәлендәге ярышҡа ярҙамсы төркөм менән эш башланы. Сибай педагогия колледжының тәжрибәле уҡытыусыһы - Байрамғолова Фәриҙә Йәноҙаҡ ҡыҙы уға ярҙамға килде. Күмәкләшеп ошоға тиклем ҡулланылмаған яңы ҡатнаш уҡытыу технологияһын үҙләштерҙеләр.

Ҡатнаш-уҡытыу технологияһы ғәҙәти уҡытыуҙан айырыла, сөнки был технология үҙенең эсенә бик күп моделдәрҙе туплай. Эшсе ижади төркөм кәңәшләшеп “Ротация станцияһы” моделен һайланы. Уҡыусылар дәрес барышында эшмәкәрлек формаһын алмаштыра: уҡытыусы менән эшләү, онлайн һәм проект өҫтөндә эш. Һәр станцияны айырым алғанда: уҡытыусы менәм эшләү - уҡытыусы менән яҡындан һөйләшеү, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге тыуа; онлайн эшләү станцияһында – компьютер планшет аша белемдәр туплайҙар; проект өҫтөндә эшләү: төрлө яҡлап уҡыусыларҙың һәләтен аса: кемдер һүрәт төшөрөргә, йә план төҙөргә тейеш була һәм әҙер проектты һөйләп яҡларға ла кәрәк. Уҡытыусының хыялы тормошҡа ашты: республиканың иң көслө 20 уҡытыусыһы араһында билдәдәнеп, тырыш уҡытыусы номинация яуланы.

Йәш өмөтлө уҡытыусыбыҙға тағы ла бейегерәк үрҙәр, юғары баһалар яуларға насип булһын!

Гөлназ Нафиҡова.

Автор:Гульдар Кадаева